«Йәшлек» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире Мөнир ҡунафин Республика йылы айҡанлы журналистар араһында ойошторолған ҡала конкурсында еңеп сығып, өсөнсө дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
Талантлы журналист булып танылған, ижади ҡарашлы коллегабыҙҙы еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Мөнир Сәхиулла улы, артабан да журналистика, әҙәбиәт баҫҡыстарынан ҡыйыу атлағыҙ. Ә инде эшегеҙгә лайыҡлы баһа бирелеүе һеҙгә көс, дарман өҫтәһен! Афарин!
«Йәшлек»тәр.