Фәниә Ғабдуллинаны мин «Кызыл таң» гәзитендә эшләй башлаған ваҡытынан уҡ, йәғни 1985 йылдың сентябренән үк беләм, егерме биш йыл үтеп тә киткән. «Кызыл таң»ды даими уҡып барған кешегә уны белмәй ҡалыу мөмкин дә түгел. Сөнки ул, беренсенән, яҙмаларының исемдәрен ҡыҙыҡһындырырлыҡ итеп атай; икенсенән, фекерҙәрен, тәьҫораттарын шул ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтерерлек сюжетҡа һала. Ниндәй жанр төрөндә һәм нимә йәки кем тураһында ғына яҙмаһын, сюжет тыуҙыра, кешенең уй-кисерештәрен, маҡсатын үҙәккә сығара белә. Ул яҙып баҫтырған хеҙмәттәрҙе һанап бөтөрөрлөк түгел, кирбес ҡалынлығындағы биш-алты йыйынтыҡлыҡ папка тупланған.
Уларҙы жанр төрҙәре яғынан көс-хәл менән билдәләп сыҡтым. Баҡһаң, журналист эшмәкәрлегенең диапазонын, офоғон, майҙанын нимәләр билдәләһә, шуларҙың барыһы ла бар: хәбәр-информация, репортаж, һүрәтләмә, интервью, мәҡәлә, очерк, рецензия, ижади портрет һ. б. Былар Фәниә ханымды киң ҡоласлы профессионал эрудициялы журналист тип ҡылыҡһырларға ныҡлы дәлил булып тора.
Был дәлилдең идея-тематик, идея-эстетик яғын бер мәҡәләлә генә асыҡлап бөтөрөрлөк түгел. Һәр ижади шәхестең үҙе яратҡан, рухланып-бирелеп эшләй торған темаһы була. «Яратҡан темаң ниндәй?» – тип һорағас, Фәниә ханым, бер ниндәй икеләнеүһеҙ: «Замандаштар», – тип яуап бирҙе. Бер уйлаһаң, журналистың эшмәкәрлек рухына тап килә торған тема. Ләкин һәр замандаштың үҙ маҡсаты, хыял-идеалы һәм шуларға ярашлы эш һөҙөмтәһе бар. Тимәк, ғәйәт күп тармаҡлы һәм йүнәлешле, йәғни төрлө-төрлө йөкмәткенән ғибәрәт тема инде был. Шулай булғас, ул үтә лә ҙур оперативлыҡ һәм егәрлелек талап итә. Тимәк, нәҡ ысын журналистар өсөн хас сифат. Ә бит Фәниә ханым үҙенең тәбиғәте менән үк, ысынлап та, ана шундай.
«Һуң, шулар араһында айырыуса яратҡан темаң барҙыр бит?» – тип һорағас, Фәниә Ғабдуллина: «Бар, ләкин актуаллек тигән нәмә уны ҡыҫырыҡлай», – тине. Шулай инде: гәзит өсөн нимә ашығыс кәрәк булһа, журналист эшмәкәрлеген ана шул билдәләй. Ә ул үҙ сиратында оперативлыҡты талап итә. Көн тәртибендә ҡабырғаһы менән торған актуаль мәсьәләне тиҙ һәм, өҫтәүенә, ҡыҙыҡлы, уҡымлы итеп яҡтырта белеү – талантлы журналистың профессиональ һәләтен билдәләүсе төп сифат ул. Ә бына Фәниә ханымдың хеҙмәт емештәрен иҫәпкә алып һығымта яһау өсөн, минеңсә, хатта бына ошо төп феномен – сифат та етеп бөтмәй. Сөнки уның бик ныҡ яратҡан темаһы-шөғөлө – шиғыр-шиғриәт. Күңелдәрҙе тәрән тулҡынландырырлыҡ тиҫтәләрсә шиғыр авторы ул. «Ниңә йәшерәһең, һинең бик ныҡ яратҡан шөғөлөң үҙе лә күп темалы шиғриәт бит», – тигәс, Фәниә, бик ауыр һулап, уфтанып ҡына ҡуйҙы. Үҙе бер татлы-һағышлы шиғыр ине был уфтаныу.
– Йә, йә, шулай булғас?
– Эй, Әхәт ағай, һорамағыҙ, үҙегеҙ беләһегеҙ бит... Шиғырҙарға тигән һүҙҙәрем мәҡәләләремә инеп бара.
Ә бит ысынлап та шулай. Уның Таһир Ахунйәнов, Нәжиб Асанбаев, Муса Ғәли, Ғабдрахман ҡадиров, Маһинур Үтәбаева тураһындағы мәҡәлә-очерк-интервьюларында күпме поэтик йылылыҡ, күпме фаразлау! Ә үҙенең яҡташы, педагог, һуғыш ветераны Әхсән Сәлимов, бөйөк йырсыбыҙ Фәриҙә ҡудашева, Нәзифә ҡадирова, Фәнүнә Сиражетдинова, Илһөйәр Ғизетдинова, Гөлли Мөбәрәкова кеүек сәнғәт маһирҙары тураһындағы очерктарын тыныс ҡына уҡып булмай. Ана шул шиғри хистәр менән һуғарылғанға күрә лә күңелгә бик ныҡ йоғонтоло тәьҫир итә улар.
Редакцияға килгән шиғырҙарға йәки баҫылған китаптарға рецензияларында ла ихласлыҡ, объективлыҡ, авторҙарға талапсанлыҡ, теләктәшлек ярылып ята.
Кем тураһында ғына яҙмаһын, Фәниә Ғабдуллина уларҙың холоҡ-фиғеленә ҙур әһәмиәт бирә, эш-шөғөлдәрендәге аҫыл сифаттарын күҙ алдына баҫтыра. ҡыҫҡаһы, күп һынауҙар үткән журналистың профессиональ йөҙөн, эшмәкәрлеген, оҫталығын сағылдыра Фәниәнең хеҙмәттәре.
Шулар өҫтөнә авторҙар менән бик кешелекле мөғәмәләлә эшләй. Ижади һәләте булғандарҙы рухландыра белеүсе лә, ҙур-ҙур ижади уңыштар ҡаҙанған мәртәбәле шәхес тә ул.
Әхәт НИҒМӘТУЛЛИН,
филология фәндәре докторы, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты профессоры, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.