-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Сентябрь 2010, 14:17

«Йәшлек» гүзәле – 2010

Һылыуҡайҙар, конкурсыбыҙ иғлан ителеүгә байтаҡ ҡына ваҡыт үтеп китһә лә, ниңәлер әүҙемлегегеҙ тойолмай. Бәлки, был башҡорт ҡыҙҙарына хас оялсанлыҡтан да киләлер. Шулай ҙа, бөгөнгө көн өсөн бик үк актуаль булмаған был сифатты ситкә ҡуйып, бар ҡыйыулығығыҙҙы йыйығыҙ ҙа, үҙегеҙ тураһында матур, йөкмәткеле итеп хат яҙып һалығыҙ. Сағыу, йөҙөгөҙ асыҡ күренгән, буй-һынығыҙҙы сағыл­дырған бер нисә фотоғыҙҙы ла ебәрергә онотмағыҙ. Еңеүсенең фотоһы «Йәшлек» гәзитенең 2011 йылға календарында урын аласаҡ. ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ ҡыйыуыраҡ булығыҙ!

«Йәшлек» гүзәле – 2010
Һылыуҡайҙар, конкурсыбыҙ иғлан ителеүгә байтаҡ ҡына ваҡыт үтеп китһә лә, ниңәлер әүҙемлегегеҙ тойолмай. Бәлки, был башҡорт ҡыҙҙарына хас оялсанлыҡтан да киләлер. Шулай ҙа, бөгөнгө көн өсөн бик үк актуаль булмаған был сифатты ситкә ҡуйып, бар ҡыйыулығығыҙҙы йыйығыҙ ҙа, үҙегеҙ тураһында матур, йөкмәткеле итеп хат яҙып һалығыҙ. Сағыу, йөҙөгөҙ асыҡ күренгән, буй-һынығыҙҙы сағыл­дырған бер нисә фотоғыҙҙы ла ебәрергә онотмағыҙ. Еңеүсенең фотоһы «Йәшлек» гәзитенең 2011 йылға календарында урын аласаҡ.
ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ ҡыйыуыраҡ булығыҙ!

Алһыу Фәхретдинова:
«Һәр эшкә намыҫ менән ҡарайым»


Фотолағы оҙон сәсле, һомғол буйлы һылыуҡай – ҡырмыҫҡалы ра­йонының Бишауыл-Уңғар ауылы ҡыҙы Алһыу Фәхретдинова. Башҡорт дәүләт университетының 4-се курсында уҡыған Алһыу бик әүҙем, баҫҡан еренән осҡондар сәсрәтә торған ҡыҙ. Ул уҡырға ла, «Башҡортостан» гәзите редакцияһында эшләп йөрөргә лә өлгөрә. Йыр-моңға ла ғашиҡ кеше ул, йырҙары «Юлдаш» радиоһынан яңғырап тора. «Һәр эшкә намыҫ менән ҡа­рарға кәрәк», – тигән фекерҙә Алһыу, шуға эштәре уң баралыр ҙа инде. ҡыҙҙың бер ҡасан да бошонҡолоҡҡа бирелеп, күңелһеҙләнеп йөрөгәнен күрмәҫһең, унан бөркөлөп торған энергия бүтәндәрҙе лә ҡабыҙып ебәрерлек. «Кеше тормошоноң нин­дәйҙер сиктәре юҡ, бары тик ҡаршылыҡтар ғына бар һәм шул ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға кәрәк», – тигән девиз менән йәшәй ул. Ялын да тик ултырып үткәрмәй, күптән түгел диңгеҙ буйынан ҡайт­ҡан. Кеше тормош бүләк иткән һәр минуттың ҡәҙерен белеп йәшәргә тейеш, тигән фекерҙә Алһыу. Алдына ҡуйған маҡсатына ҡыйыу атлаусы ҡыҙҙың яулайһы үрҙәре күп әле.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.