Билдәле йырсы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Марсель ҡотоев эстрада йырсыларының «Көнсығыш баҙары – 2010» VI халыҡ-ара телевизион конкурсында уңышлы сығыш яһаны. Йырсы финалға үтте һәм гала-концертта сығыш яһау өсөн һайлап алынды.
Быйыл фестиваль ҡырымда үтте. Унда ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Татарстан, ҡырғыҙстан, Грузия, Израиль, Индонезия, Ирландия, Латвия, Литва һәм башҡа илдәрҙең вәкилдәре ҡатнашты.
Йола буйынса ярыш ике турҙа ойошторолдо. Беренсе көндә эстрада эшкәртелеүендә – фольклор йырын, икенсеһендә теләк буйынса бер эстрада йырын башҡарырға кәрәк ине. Марсель ҡотоев яҡшы сығыш яһап, финалсылар иҫәбенә инде.
Йомғаҡлау концертында жюри гран-приға лайыҡлы кешене һайлай алманы, һөҙөмтәлә призлы урындар ошондай тәртиптә бүленде. Беренсе урынды «Бельбек» (ҡырым, «Урал моңо – 2010» конкурсында гран-при алды) һәм «Кеш You» (ҡаҙағстан) төркөмдәре яуланы, икенсе урынды Үзбәкстан һәм Украина вәкилдәре бүлеште, Израиль һәм Грузия башҡарыусылары өсөнсө урынды алды. Марсель ҡотоев абруйлы конкурстың финалсы дипломы менән наградланды.