үҙеңде һынап ҡара
БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы 27 авгусҡа тиклем «Төньяҡ амурҙары – башҡорт яугирҙары 1812 йылғы Ватан һуғышында» хәрби-тарихи реконструкция конкурс-фестивалендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә. Өфөнөң Т. Күсимов исемендәге «Аҡбуҙат» ипподромында 10 –11 сентябрҙә үтәсәк сарала 14 йәштән 30 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр һәм йәштәр, шул иҫәптән республиканың хәрби-патриотик, үҫмерҙәр клубтарында тәрбиәләнеүселәр ҡатнаша ала.Р. ЙӘНСУРИНА.