Бөтә яңылыҡтар

“Уфтанма” атайымдың яратҡан йыры ине”

- Минең өсөн бөгөнгө осрашыу ғәҙәти түгел. Тәүге тапҡыр студенттар алдында ошондай форматта сығыш яһайым, - тип һүҙен башланы академияла белем алыусылар менән әңгәмәлә Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшин.  

“Уфтанма” атайымдың яратҡан йыры ине”
“Уфтанма” атайымдың яратҡан йыры ине”

Башҡортостан Республикаһы Башлығы эргәһендәге Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы студенттары ла билдәле яҡташтары менән осрашыуға ныҡлап әҙерләнгәйне. Вуз ректоры Азат Бадранов Радиктың һуңғы аралағы ҡаҙаныштарын да әйтеп үткәс, студенттарҙың ҡыҙыҡһыныуы бермә-бер артты. Мәҫәлән, яңыраҡ донъялағы иң билдәле 1000 музыкант исемлеге төҙөлгән икән. Юлъяҡшин унда - тәүге 250 кеше араһында. Ә төрки телле башҡарыусыларҙан беҙҙең Элвин Грей - 40 миллион аудиторияһы булған берҙән-бер башҡарыусы.

Алға ҡуйған маҡсатыңа табан туҡтамай барһаң, мотлаҡ уға ирешәсәкһең. Был Радик миҫалында асыҡ күренә. Сараның төп маҡсаты ла студенттарға ошоно аңлатыу ине. Йәштәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға төплө яуаптар алды. Йырсы үҙенең хыялына нисек ирешкәнен һөйләне.

- Эйе, мин бәләкәйҙән бөйөк кеше булырға хыялландым. Ҡайһы йырсылар бер йыр сығара ла ҡасан популяр булып китермен икән, тип көтөп ултыра. Был эшләмәй! Ун йыр яҙҙырырға кәрәк! Тыңлаусыға оҡшаһа, артабан үҫешәсәкһең, билдәлелек яулаясаҡһың.

Яҡын кешеләреңдең терәге маҡсатыңа табан барғанда ҙур роль уйнай. Атайым миңә 12 йәш булғанда икенсе донъяға күсте. Ул миңә ныҡ ышана ине: музыкант буласағымда шиге юҡ ине. Үҙем дә төндәр буйы йырҙар яҙҙым, миңә берәү ҙә ҡамасауламаны. Ә бит шундай ата-әсәләр бар: юҡ менән булма, тип баланың ҡанаттарын һындыралар. Етмәһә, тиҙҙән әсәйем кредитҡа компьютер ҙа алып биргәс, минең өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙы, ижад донъяһына башкөллө сумдым. Тағы берҙе ҡабатлайым: иң мөһиме - атай-әсәйеңдең терәге, мин уларға рәхмәтлемен.

Һуңынан класс етәксем радиоға сығырға ярҙам итте. Уға ла рәхмәтем ҙур. Үҙем 48-се башҡорт лицейында белем алдым, Черниковка малайымын. Тиҙҙән минең, уҡыусы баланың, йырҙарын “Юлдаш” радиоһы тапшыра башланы. Концерттар, райондар буйлап сығыштар башланды. Йәйҙе көтөп ала инем: аҡса эшләйәсәкмен бит! Шулай итеп, мәктәпте тамамлағанда мин 4 йыр альбомы эйәһе инем инде.

Студенттар, һеҙгә әйтер һүҙем: нимәлер эшләр булһағыҙ, талант ҡына етмәй. Эшләргә лә эшләргә кәрәк. Йоҡо һимертеүҙе уйламағыҙ ҙа, ә компьютер уйындарын бөтөнләй онотоғоҙ. Юғары белем дә кәрәк. Шул саҡта барыһы ла килеп сығасаҡ. Минең алда әле лә төрлө маҡсаттар бар, уларға ирешәсәкмен.

Репертуарыма килгәндә, йырҙарҙың яртыһы - үҙем яҙғаны, яртыһы - икенсе авторҙарҙыҡы. Ретро йырҙарҙы ла яңыртам. “Уфтанма” йырын, мәҫәлән, атайым башҡарырға ярата ине. Ошо онотолоп барған йырҙы ҙур сәхнәгә сығарғас, ул бик популяр булып китте, - тип һөйләне Радик Юлъяҡшин. Хатта йырлап та ебәрҙе.

Студенттар билдәле башҡарыусы менән фотоға төшөп, үҙҙәре өсөн яңы мәғлүмәт туплап таралышты.

 

 

“Уфтанма” атайымдың яратҡан йыры ине”
“Уфтанма” атайымдың яратҡан йыры ине”
“Уфтанма” атайымдың яратҡан йыры ине”
“Уфтанма” атайымдың яратҡан йыры ине”
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас