Мин атайымдың йырлағанын тыңлап үҫтем. Ул һирәк башҡарылған халыҡ йырҙарын рәхәтләнеп йырлай ине. Шуларҙың күбеһен өйрәнеп ҡалмағаныма үкенәм. Ундағылай моңло тауыш һәм киң диапазон бик һирәк осрай. Моғайын, ғүмерен сәхнә менән бәйләп, ваҡытында махсус белем алһа, атайым Сөләймән Абдуллин йәки Рамаҙан Йәнбәков кимәлендәге башҡарыусы булыр ине. Әммә ул тыуған еренән айырылманы, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, Бөрйән районының Тимер ауылында йәшәне.
Ҡатыным Лира Хәйбулла районында тыуып үҫкән. БДУ-ның Сибай институтын тамамланы, һөнәре буйынса уҡытыусы. Ул да матур йырлай, тик сәхнә юлын һайламаны. Беҙ “Ирәндек моңдары” конкурсында таныштыҡ. Аллаға шөкөр, ғаилә ҡорғанға оҙаҡламай 25 йыл була, өс бала үҫтерәбеҙ. Ҡыҙыбыҙ Наҙгөл художестволы гимнастика менән шөғөлләнә, спорт мастерына кандидат. Кесе улым Нурислам оҙаҡ ҡына “Торос”та хоккей менән шөғөлләнде. Әлеге ваҡытта Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡый. Ә оло улыбыҙ Ильяс Ҡытайҙың Пекин ҡалаһында белем ала. Балаларҙың барыһында ла йырға һәләт бар, әммә сәнғәт юлынан китергә теләмәнеләр. Бәлки, минең һәр саҡ юлда йөрөүем уларға тәьҫир иткәндер. Бер шулай гастролдәрҙән ҡайтҡас, кесе улым: “Атай, һин нисә көнгә ҡайттың?” – тип һорағайны. Уларҙы ҡарау ҙа, тәрбиәләү ҙә, йорттағы мәшәҡәттәр ҙә ҡатыным иңендә булды. Ҡулымдан килһә, мин уға һәйкәл ҡуйыр инем.
11-се класты тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһына имтихандар биреп ҡарарға булдым. Конкурс ҙур, 170-ләп кеше килгән, ә 20-һен генә алырға тейештәр. Имтихандар ваҡытында халыҡ йырҙарын ғына йырланым. Һәм билдәле педагог Джон Әхмәт улы Мусин мине үҙенең класына уҡырға алды. Тик 2-се курста уҡытыусым Сибайға эшкә күсте. “Етем” ҡалып, нимә эшләргә белмәй йөрөгәндә, Сибай филармонияһы етәкселәре үҙҙәренә эшкә саҡырҙы. Параллель рәүештә яңы асылған Сибай сәнғәт колледжын да тамамланым. Унда Камил Вәлиев үҙенең класына алды. Ике уҡытыусым да иҫ киткес һәйбәт, кешелекле булды. Камил Абдрахман улы етәксе булараҡ та иҫ киткес таҙа күңелле кеше ине. Егеттәрҙең барыһы ла йә сантехник, йә урам һепереүсе булып эшләп йөрөнө – аҡса эшләрлек мөмкинлек бирә ине. Унан ҡалһа, беҙгә бешергән ризығын да килтереп ашатҡаны булды. Урыны ожмах түрҙәрендә булһын. Бына шундай шәхестәр аша килдем мин профессиональ сәхнәгә.
Ауыл малайы булараҡ, бәләкәйҙән урман, ер эшен эшләп үҫтем. Тәбиғәт ҡосағында үҫкәнгәлер, һәләт тә, талант та мулдан бирелгән. Тының иркен, тиһәләр, шаяртып: “Йылҡы ите ашап, ҡымыҙ эсеп, саф һауа һулап, бесән сабып үҫкән кешелә инде ул тын!” – тип яуап бирәм. Әле лә ялға ҡайтһам, рәхәтләнеп эшләйем – бесән сабам, утын әҙерләйем. Бер йылы пай ерен уратып алырға кәрәк ине, бер көндә 60 бағана ултырттым. Үҙемә аптырап ҡуйҙым: артист ҡына түгелмен икән, эшләй ҙә алам, тием.
Нефтекама дәүләт филармонияһында эш башлау менән “Ҡәрҙәштәр” башҡорт төркөмөн ойоштороп ебәрҙем. Ул үҙенә күрә кадрҙар әҙерләү мәктәбе лә булып тора. Бында ҡанат нығытҡан байтаҡ артист хәҙер республика сәнғәтен, мәҙәниәтен күтәреп, башҡа район-ҡалаларҙа эшләп йөрөй. Халыҡ артисы Альберт Салауатов – Сибай драма театрында, Зәбирә Әминева, Сөмбөл Баймырҙина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марс Ишморатовтар филармонияла эшләй. Шулай уҡ Рәил Ғайсин, Дим Асаинов, Гөлназ Вәлиева, бейеүсе Илгизәр Ғайсин, нәфис һүҙ оҫтаһы, атҡаҙанған артист Нәркәс Баязитова ла ижад юлын башҡа сәхнәләрҙә дауам итә.
Бөгөн төркөмдә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Иршат Ҡарасурин, ҡурайсы Айваз Малыбаев, йәш йырсы Гөлсинә Мараҡанова һәм талантлы ғаилә пары, йырсылар, нәфис һүҙ оҫталары Розалия һәм Азат Ҡарасуриндар менән эшләйем.
Өс йәштә тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡҡанмын. Мәктәп йылдары сәхнәлә үтте, тиһәм, һис хата булмаҫ. Беҙҙә Мостай Кәрим, Абдулхаҡ Игебаев кеүек билдәле яҙыусылар, шәхестәр менән осрашыуҙар йыш үтте. Улар алдында мотлаҡ мине йырлата торғайнылар. Ауылдаштар менән концерттар ҡуйып йөрөгән күңелле мәлдәрҙе әле лә һағынам. Ат санаһына йәки трактор арбаһына ултырып, өшөмәҫ өсөн толопҡа төрөнөп, күрше ауылдарға “гастролгә” йөрөгән булды. Бер нисә тапҡыр Өфөгә, телевидениеға төшөргә барҙыҡ. Ул йылдарҙа туңдырма менән лимонад ауылда түгел, район үҙәгендә лә булманы. Килеү менән телеүҙәк янындағы магазиндарҙы ҡыҙырып сыға инем.
Ә сәнғәт училищеһының I курсында уҡығанда “Яҙғы моңдар” конкурсында ҡатнашҡайным, “Polaroid” фотоаппараты бүләк иттеләр. Был фото – шул бүләктең иҫтәлеге.
Хәҙер концерттарҙы шоу формаһында эшләү модаға инде. Тик талантың булмаһа, шоу менән генә кешене шаҡ ҡатырып булмайҙыр. Һәр кем сәнғәтте үҙенсә күрә, үҙенсә эшләй. Үҙемә башҡорт моңо, теле онотолмаһын өсөн халҡыма хеҙмәт итеү бурысын алғанмын. Миндә йондоҙ ауырыуы юҡ: билдәле булам, аҡса эшләйем, тип, күңелемә хыянат иткем килмәй. Еңел-елпе йырҙарҙы һәр кем йырлай ул, ә бына күптәр элекке йырҙарға тотона алмай.
Махсус битте Гөлнур ҠЫУАТОВА әҙерләне.