Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
25 Ноябрь 2025, 10:00

“Үҙемә юғары талаптар ҡуйҙым...”

Милли музыка ҡоралыбыҙ ҡурайҙы беҙ ир-егеттәрҙеке тип ҡабул итеп өйрәнгәйнек. Сәнғәт донъяһына Земфира РӘШИТОВА исемле сибәр, йәш, талантлы ҡыҙ ҙур яңылыҡ булып килеп инде — ул ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәүге профессиональ ҡурайсы булып танылды. Бынан тыш, ул үҙе кеүек талантлы ҡыҙҙарҙы туплап, “Хазина” төркөмөн дә ойошторҙо. Быйыл ҡурайсы ҡыҙ ижадташы Нәйлә Биктимерова менән “НАЗА” музыкаль альбомы өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим ителде.Ошо уңайҙан Земфира менән уның ижад юлы, милли йыр-моңға һөйөүе тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

“Үҙемә юғары талаптар ҡуйҙым...”
“Үҙемә юғары талаптар ҡуйҙым...”

 — Земфира, һиндә сәнғәткә һөйөү ҡайҙан килә? Ниндәй ғаиләлә тыуып үҫтең?
— Мин – Өфө ҡыҙы, ошонда белем алдым. Ә йәйге ялдарым гел ауылда үтте. Атайым Архангел районынан, ғүмере буйы заводта эшләне. Әсәйем— медицина хеҙмәткәре, уның яҡлап тамырҙарым Дүртөйлө яҡтарына барып тоташа. Ола­тайым аккордеонда уйнаған, өләсәйем иһә хәҙер ҙә, 93 йәштә булыуға ҡарамаҫтан, бик матур йырлай. Уларҙың тәбиғи һәләте, сәнғәткә һөйөүе миңә күскәндер, тип уйлайым, сөнки үҙемде белгәндән алып моң яратам. Һаман да хәтерләйем: өләсәйемә ҡушылып йырлай-йырлай өйрәнгән тәүге баш­ҡорт телендәге йыр “Уфтанма” булды. Уны ултырғысҡа баҫып, өйгә килгән ҡунаҡтар алдында ла йырлай торғайным. Ә ҡурай моңон тәүге тапҡыр телеви­зорҙан ишеттем, аҙаҡ инде ғаиләбеҙ менән концерттарға йөрөй башлағас, һәр ваҡыт, ҡасан ҡурай уйнарҙар икән, тип көтөп ултырғаным иҫтә ҡалған.
— Ә ҡурайҙа уйнарға өйрә­неү үҙеңдең теләк инеме?
— Ул йылдарҙы иҫкә алам да, яҙ­мыш мине үҙе ҡурайға алып килде, тигән һығымта яһайым. 12 йәштәр тирәһендә минең нимәгәлер көслө аллергия башланды. Үпкәләрҙе нығытыу өсөн тынлы музыка ҡоралында уйнарға кәрәк, тинеләр. Әсә­йем 15-се музыка мәк­тәбенә барып, шул турала һораш­ҡан. Бәхетемә күрә, мәктәптә ундай төрҙән бары тик ҡурай класы ғына булған. Һәм мине шунда уҡырға бирҙеләр. Ҡурай сер­ҙәренә өйрәткән тәүге уҡы­тыусым Руслан Сәғит улы Кирамов булды. Артабан Өфө сәнғәт училищеһында Баш­ҡор­тос­тандың халыҡ артисы Ришат Рәхимов класында белем алдым. 2019 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамланым. Унда инде мине йәш, әммә талантлы педагог Венер Йылҡыбаев уҡытты. Бөгөнгө уңыштарым, оҫта­лығым өсөн ата-әсәйемә һәм әлеге өс уҡытыусыма рәх­мәтлемен.
— Тәүге тапҡыр ҡурай менән сығыш яһағаның нисек иҫеңдә ҡалды?
— Ул саҡта музыка мәк­тә­бендә генә уҡый инем әле, Әҙһәм Исҡужин исемендәге республика ҡурайсылар кон­курсы үтте. Класта уҡытыусың менән икәүҙән-икәү генә бул­ғанда уйнау бер эш икән ул. Ә тамашасы алдына сығыу – бөтөнләй икенсе. Һаман да хәтеремдә: микрофон алдына барып баҫтым да, уйнай баш­ланым. Ҙур залдың тап минең башҡарыуҙағы ҡурай моңона сорналыуы, тамаша­сыларҙың иғтибары ниндәйҙер әйтеп аңлата алмаҫлыҡ шатлыҡ хисе уятты. Етмәһә, милли кейемдә сығыш яһауым да минең өсөн онотолмаҫлыҡ ваҡиға ине —үҙемде ысын башҡорт ҡыҙы, ҡурайсы итеп тойҙом.
Конкурста мин берҙән-бер ҡурайсы ҡыҙ булдым. Шуғалыр, ҡатнашыусылар тарафынан да, баһалама ағзаларынан да ҙур иғтибар тойҙом. Фекерҙәр төрлө ине. Әммә минең өсөн был көн матур мәл булып иҫтә ҡалды: билдәле шәхестәр, исем­ле ҡурайсылар менән та­ныштым, күбеһе күңелемде күтәрерлек кәңәшен бирҙе. Тап шул мәлдә яҙмышымды сәнғәт, ҡурай моңо менән бәйләргә, тигән ныҡлы ҡарарға килеп, училищеға барырға хәл иттем дә инде.
— Беҙҙә, нисектер, ҡурайҙа егеттәр генә уйнай, тигән ҡараш йәшәне. Был сте­реотипты, дөрөҫөн әйткәндә, һин емерҙең…
— Эйе, сәнғәт училищеһына имтихандар биреп йөрөгәндә үк миңә думбырала, ҡыл-ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнергә тәҡдим иттеләр. “Ҡурай бүле­генә алмаһағыҙ, уҡырға кил­мәйем”, — тип яуапланым. Һү­ҙемдән кире ҡайтырға уйым­да ла булманы, ныҡышмаллыҡ күрһәттем. Буласаҡ уҡы­тыу­сым Ришат Рәшит улы янына саҡырып алып, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Миндәге ынтылышты, теләкте күреп, үҙенең класына алырға булды ла.
Уҡый башлағас та һорауҙар күп булды. Студенттар, педа­гогтар үҙҙәре үк ҡыҙ кешенең ҡурайҙа уйнауын ҡабул итә алманы, шикелле. Килешмәй бит, ниңә кәрәк ул, тип тә әйттеләр. Әммә ҡурайҙың, уның моңоноң тап минеке булыуын, ҙур сәхнәләрҙә уй­нарға тейешлегемде аңла­ғайным инде. Негатив сәскән кеше һүҙенә, интернет селтә­рендәге яҙмаларға иғтибар итмәнем. Бер ваҡытта ла мил­ли уйын ҡоралынан сит­лә­шергә, тигән уй миндә бул­маны. Конкурстарҙа, фес­ти­валдәрҙә йыш ҡатнаштым, урындар яуланым, концерт­тарҙа сығыш яһаным. Шул уҡ ваҡытта үҙемде ҡурайҙа уй­наған ҡыҙ булараҡ ҡына баһа­лауҙарын теләмәнем. Баһалар енескә, йәшкә ҡарап түгел, ә оҫталыҡ буйынса бирелергә тейеш. Ир-егеттәрҙән ҡалыш­маҫ өсөн даими шөғөлләндем, үҙемә юғары талаптар ҡуйҙым. Йылдар үтте, ә инде инсти­тутҡа уҡырға килеүгә, был һүҙҙәр тынды — ҡыҙҙар ҙа ҡурайҙа уйнай алыуына өй­рәнделәр, ахыры.
— Һин 2020 йылда “Хазина” этно-төркөмөн ойош­тор­ғайның. Ул барлыҡ төрки донъяла үҙен танытып өл­гөрҙө…
— Эйе, беҙ йылдан-йыл по­пулярлыҡ яулайбыҙ. Төркөм тик ҡатын-ҡыҙҙарҙан тора һәм беҙ милли музыка ҡорал­дарында уйнайбыҙ. Шулай уҡ йырсыбыҙ ҙа бар. Йыл һайын яңы концерт программаһы сығарабыҙ. Маҡсатыбыҙ – яңы форматта, әммә боронғолоғон, асылын юғалтмай ғына милли мәҙәниәтебеҙҙе популярлаш­тырыу. Беҙ бары тик уларҙы заманса аранжировка менән биҙәйбеҙ. Артабан да ошо йүнәлештә эшләргә ине. Рәсәй буйлап гастролдәргә йөрөйбөҙ, бик күп фестивалгә саҡы­рыу­ҙары шатландыра. Тимәк, беҙ­ҙең менән генә түгел, ә баш­ҡорт милли сәнғәте, фольк­лоры менән дә ҡыҙыҡһыналар. Хакасияла үткән “От ыры” Бөтә Рәсәй этник эстрада фести­валендә еңеү яуланыҡ, В. Андреев исемендәге оркес-тр­ҙар һәм ансамблдәр кон­курсында 2-се урынға лайыҡ булдыҡ. НТВ каналының “Таланттар иле” проектының ярымфиналына ла үткәйнек. тәүге альбомыбыҙ менән Волга буйы йәштәренең “Ясна му­зыка” этнофестивалендә беҙ Гран-при алдыҡ. Ә “Юлдаш+” йәштәр радиоһы 2022 йылда “Йыл төркөмө” номинацияһын тапшырҙы. Бындай уңыштар беҙҙе нисектер тағы ла юға­рыраҡ маҡсаттар ҡуйырға, алға барырға әйҙәй.
Репертуарға элек-электән ҡатын-ҡыҙҙар ғына башҡарған халыҡ ижады өлгөләрен алырға тырышабыҙ. Төркөм ҡыҙҙары береһенән-береһе талантлы, үҙенсәлекле, шул уҡ ваҡытта үҙ-ара бик татыубыҙ.
— Ижадтан тыш, ниндәй ҡыҙыҡһыныуҙарың бар?
— Улар бик күп, тик ваҡыт ҡына еткерә алмайым. Бер осор бөтә ваҡытымды тик ижадҡа ғына бүлә башла­ғайным. Әммә рухи яҡтан үҫешеү өсөн башҡа шөғөлдәргә лә ваҡыт бүлергә кәрәк. спорт менән шөғөлләнәм, китап уҡырға яратам, психология һәм тарих менән ҡыҙыҡһынам. Тағы ла грант аҡсаһына “Мисс содружество” конкурсы ойош­тора инем. Унда төрлө милләт һәм ил ҡыҙҙары ҡатнашып, матурлыҡта ғына түгел, талант һәм дуҫлыҡ номинацияла­рында ла сығыш яһаны. Был проекттың юғалып ҡалыуын теләмәйем, киләсәктә лә ойош­тороу өсөн мөмкинлектәр һәм ваҡыт табырға кәрәк.
— Земфира, беҙ һине сәйә­хәтсе булараҡ та беләбеҙ. Донъяның төрлө мөйөшөндә ҡурай моңон яңғыратаһың…
— Ысынлап та, сәйәхәт итергә яратам. Эш һәм ял маҡсатында 14 илдә булдым. Рәсәй буйлап та күп йөрөргә тура килә. Ҡайҙа ғына барһам да, иҫтәлекле урындарҙа ҡурай уйнап видео төшөргә тыры­шам. Мәҫәлән, Мысырҙа халыҡ көйө “Турат сағылы”н, Бер­ләшкән Ғәрәп Әмирлектәрен­дәге Бурдж-Хәлифәлә “Зөл­хизә”не яңғыраттым, Бөйөк Ҡытай диуарында, Камчаткала янартау янында, Таиландта филдә һыбай йөрөп ҡурайҙа уйнаным. Ул видеоларҙың популярлыҡ яулауы, башҡа милләт халыҡтары араһында ла беҙҙең мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһындырыу барлыҡҡа килтереүе шатландыра.
Эш буйынса ла йөрөйбөҙ. Былтыр “Хазина” менән Ҡы­тайҙа сығыш яһаныҡ. Баш­ҡаларҙы белмәйем, ә бына мин сит ил, сит халыҡтар араһында сығыш яһағанда икеләтә яуаплылыҡ тоям: беҙҙең моң­доң нисек ҡабул ителеүе минең оҫталыҡтан тора. Ә инде уларҙың һоҡланыуын, ҡыҙыҡ­һыныуын күрһәм, сығыштан һуң яныма килеп, ҡайһы яҡтан булыуымды һораша башлаһа­лар, Башҡортостандан, шундай бай мираҫлы башҡорт хал­ҡының вәкиле булыуыма ғо­рурланам. Илебеҙҙәге хәл-торош яйға һалынып, килә­сәктә милли мәҙәниәтебеҙ, сәнғәтебеҙ менән бар донъяны таныштырырлыҡ мөмкинлек булһын ине, тип теләйем.
— Тормош иптәшең менән дә таныштырып үт әле. Һеҙҙең әле шатлыҡлы ваҡиға – бәпәй көткән мәлегеҙ...
— Эйе, рәхмәт. Тормош ип­тәшемдең исеме Филүс, нефть сәнәғәте өлкәһендә эшләй. Мәктәп йылдарында үҙе лә ҡурайҙа уйнаған, данлыҡлы шәхесебеҙ Азат Айытҡоловтың уҡыусыһы. Беҙ интернет сел­тәрендә танышып, аралашып киттек. Ул ҡурай тураһында бик күп һорау биргәйне, кон­цертыбыҙға саҡырҙым. Гөллә­мә тотоп килгәйне, шул көндө үк дуҫлашып киттек. Беҙҙе ҡурай моңона, милли мәҙә­ниәткә ҡыҙыҡһыныу, илһө­йәрлек тойғоһо берләштер­гәндер. Шуға ла ул минең һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә бу­лыуымды, гастролдәр менән юлда йыш йөрөүемде аңлап ҡабул итә. Киләсәктә бала­ларыбыҙҙы ла мотлаҡ сәнғәткә һәм туған телгә һөйөү менән тәрбиәләгебеҙ килә.
— Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Земфира. Һиңә ижади уңыш­тар, ғаилә бәхете, һаулыҡ һәм оло еңеүҙәр теләйбеҙ. Хыялдарың тормошҡа аш­һын, башҡорт сәнғәте өсөн оло эштәр башҡарырға яҙһын!

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас