Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
20 Ноябрь 2025, 11:12

Бар булмышы уның йыр ғына

Быйыл Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына береһенән-береһе талантлыраҡ, сәнғәт донъяһында сағыу асыш булып балҡыған ижадсылар дәғүә итә. Улар араһында башҡорт йырҙарын донъя сәхнәләрендә башҡарған, шулай уҡ республика һәм халыҡ-ара конкурстарҙа еңеү яулаған йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Дамир ТАЙЫПОВ та бар. Ижадына беҙ аҙ байҡау яһау маҡсатында уның менән әңгәмә ҡороп алырға булдыҡ.

Бар булмышы уның  йыр ғына
Бар булмышы уның йыр ғына

– Дамир, һөйләшеүҙе Бабич ижады, рухы тураһындағы һорауҙан башлағым килә: һин уның шиғырҙары менән та­нышмы? Репертуарыңда уның шиғырына яҙылған йыр бармы?
– Әлбиттә, таныш. Мәктәп йылдарында уҡыу программа­һына ярашлы ижадын өйрәнһәк, фильмдар, әҙәби әҫәрҙәр аша уның тормошон, шәхес булараҡ эшмәкәрлеген белдек. Улар шағирға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра, хәҙер ҙә ваҡыты-ваҡыты менән шиғырҙарын уҡып алам. Ә репертуарға килгәндә, уның “Башҡортостан-гөлбостан” тигән шиғырына ижад ителгән йырын башҡарам.
– Һиндә – халыҡ йырҙары һәм классик репертуар башҡа­рырлыҡ көслө, моңло тауыш һәм сикһеҙ моң. Опера теат­рында эшләргә теләк юҡмы?
– Өфө дәүләт сәнғәт инсти­тутының 3-сө курсында уҡы­ғанда уҡ филармонияға эшкә урынлашҡайным. Йырсы ғына түгел, тауыш операторы итеп тә алдылар – ике эште бер юлы алып барҙым. Шунан бирле яҙмышым ошо сәнғәт усағы менән бәйле. Дөрөҫөн әйткәндә, миңә филармонияла эшләү оҡшай. Тамашасы ла, репертуар ҙа, сығыш яһаған майҙан да төрлө. Мәҫәлән, иртәнсәк мәк­тәптә юл ҡағиҙәләре буйынса сығыш яһаныҡ. Кескәйҙәр ал­дында бейей-бейей светофор тураһында күңелле, дәртле йыр башҡарҙым. Кискә милли ор­кестр менән сығыш яһайым. Уның араһында Пушкин, Лер­монтов кеүек рус шағирҙарына йәки үҙебеҙҙең халыҡ шағир­ҙарына, классик композитор­ҙарға арналған кисәләр булып тора. Уларҙа йыш ҡына опера­ларҙан өҙөктәр яңғыратам. Шу­лай уҡ романс, халыҡ йырҙары йәки эстраданан ғына торған концерттар үтә. Нимә әйтергә теләйем: беҙҙә мөмкинлектәр сикһеҙ, рәхәтләнеп йырла ғына. ижад юлымды башлаған саҡта өс йүнәлеште – халыҡ йырҙарын, эстраданы һәм классик әҫәрҙәрҙе берҙәй тигеҙ алып барырға, тигән маҡсат ҡуйғайным.
Шуныһы ла бар: беҙгә барыр юлды Аллаһы Тәғәлә яҙа бит. Әгәр ҙә киләсәктә тәҡдимдәр, саҡырыуҙар булһа, опера теат­рында эшләп ҡарауҙан баш тартмаҫ инем.
– Йырсы булырға, тигән уй менән сәнғәт училищеһына килгәндә классик йырсы бу­лырмын, тип уйланыңмы?
– Дөрөҫөн әйткәндә, мин эс­трада менән үҫкән бала. Радио-телевидениенан Рөстәм Ғиззә­туллин, Сәғиҙулла Байегет кеүек йырсыларҙы тыңлап, улар кеүек булырға теләй инем. Бәлки, алдан опералар, симфоник оркестр сығыштарын ҡараһам, баштан уҡ ошо йүнәлештә китер инем. Училищеға уҡырға килгәс, бер аҙ күңел төшөп тә йөрөнөм әле: теләгән йырҙарымды бөтөнләй йырлатмайҙар. Романс, ария, вокализ (һүҙһеҙ йыр, ноталар менән башҡарыла) ҡу­шып ҡуялар. Аптыранып байтаҡ йөрөлдө. Ә сәнғәт институтына килгәс, уҡытыусым Йәмил Әбделмәнов тик классик ре­пертуар ғына талап итте. Йыр­лай-йырлай, тыңлай-тыңлай үҙем дә ошо йүнәлеште үҙ итә башланым.
– Һин төрлө байрамда, кон­цертта ҡатнашып, йыш ҡына төрлө ҡалаларға, хатта ил­дәргә йөрөйһөң. Ижад тип шәхси тормошоңдағы, ғаиләң­дәге байрамдарҙан баш тар­тырға тура киләме?
– Артист тормошоноң үҙен­сәлеге шунда бит – башҡалар ял иткәндә ул эшләй. Тәүге осор туғандар йыйылған табындарҙа ҡатнаша алмауға кәйеф ҡырыла ине. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына ҡайта алмағанда күңел әрнегәне иҫтә ҡалған. Яйлап күнә башлайһың. Эшенә яуаплы ҡараған һәр артист өсөн был этап оло һынау булып торалыр.
2015 йылда 600 бала ҡат­наш­ҡан хор менән сығыш яһарға те­йешмен. Шул мәлдә өләсәйемдең вафаты тураһында хәбәр ит­теләр. Нимә эшләргә белмәй өҙгөләнгән ваҡытта әсәйем: “Дамир, һин сығыш яһарға тейешһең, әле юлға сыҡмай тор. Аҙаҡ ҡай­тырһың”, – тип шылты­ратты. Ике көндән һуң сәхнәгә сығыр алдынан ғына атайымдың да үлеүе тураһында белдем. Сығыш яһауҙан баш тартырға уйла­ғайным, уҡытыусым Йәмил Әхәт улы: “Үҙеңдең профес­сионал икәнеңде бөгөн иҫбатлай ала­һың. Үҙеңде ҡулға ал, сығып йырла ла, аҙаҡ ҡайтырһың”, – тине. Бар сабырлығымды йыйып, дарыуҙар эсеп тынысланып, сәхнәгә сыҡтым. Номер та­мам­ланыу менән Айгиз дуҫым менән ауылға елдерҙек. Сөнки миңә, үҙемдән тыш, бер-бер артлы әсәһе менән ирен юғалтҡан әсәйемә лә терәк булырға кәрәк ине.
– Аллаһы Тәғәлә ярҙамынан ташламаған инде... Халыҡ йырҙары тураһында ла һо­раш­май булдыра алмайым: репер­туарыңда нисә оҙон көй бар?
– 2018 йылда “Ирәндек моң­дары” конкурсында еңеүсе бу­лараҡ шуны әйтә алам: барыһын да булмаһа ла, күптәрен йырлай алам. Тик түбән тауышлы йырсы булараҡ, мине йышыраҡ “Ҡаһым түрә”, “Абдрахман” кеүек йырҙар менән саҡыралар. Студент саҡта халыҡ йырҙарын тауыштарға бүлгән бер уҡытыусы менән аҙ ғына бәхәсләшеп алғайныҡ. “Элек ата-бабаларыбыҙ тауыш­тарҙы бүлеп ултырмаған, тотҡан да йырлаған. Мин дә һеҙгә мотлаҡ “Буранбай”ҙы өйрәнеп, йырлап күрһәтәсәкмен!” – тинем дә, махсус рәүештә ҡайнымдан өйрәнеп алдым. “Афарин, быға тиклем тенорҙар башҡарыуында ғына тыңлай инем”, – тине. Тимәк, ҡалыптарҙы боҙоу өсөн халыҡ йырҙарын тауыш­тарға бүлеп тормай, һәр кем булдыра алғанса йырлап ҡарарға тейеш. Бәлки, тамашасы уны тап һеҙҙең башҡарыуҙа үҙ итер.
– Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр. Үҙеңә, йырсы булмаһам, кем булыр инем, тигән һорау биргәнең бармы?
– Моғайын, хәрби булыр инем. Әрме хеҙмәтен 2010 йылдарҙа Әстерхан өлкәһендә, ракета ғәскәрҙәрендә үттем. Бер осор контракт төҙөп, ошо юлдан китергәме икән, тигән уйҙар менән дә йөрөп алғайным. Ә, ғөмүмән, тормошто алғанда, ауыл балаһы булараҡ, ҡулдан килмәгән эш юҡ, тип маҡтана алам. Пандемия ваҡытында ла эшһеҙ ятманым – таксист булып аҡса эшләнем. тәү сиратта ғаилә башлығы булараҡ, мин яҡын­дарыма лайыҡлы йәшәү шарт­тары ла булдырырға тейешмен.
– Ғаилә, тигәндәй, һин – по­пуляр шәхес, йырсы, бала­ларың Баязит менән Сара ла һинән ҡалышмай. Концерт­тарҙа, кон­курстарҙа ҡатна­шып, еңеү яулап торалар. Уларҙың сәхнәгә ынтылышы бармы, әллә үҙегеҙ ошо йүнә­лештән алып барырға тыры­шаһығыҙмы?
– Барыһы ла үҙҙәренең теләге менән, бер ергә лә өгөтләп алып барғаныбыҙ юҡ. Уларға сығыш яһау, сәхнә оҡшай. Хәҙер инде ысын артистарҙан ҡалыш­майҙар: эштең етди икәнен беләләр. Эш хаҡы түләгәндәрен дә әйтәбеҙ. Концерттан һуң мотлаҡ рәүештә магазинға инеп, берәй тәмлекәс йәки уйынсыҡ алдырталар. Таланттары бар, йырсы өсөн мөһим булған “слух” та һәйбәт. Баязит хатта 2 – 3 йәштәр тирәһендә үк минең ҡат-ҡат йырлап, репетиция яһа­уымдан “Кармен” операһынан Тореадор маршын отоп алып, үҙ алдына йырлай башлағайны. Әл­биттә, беҙ уларҙы төрлө яҡлап үҫтерергә, башҡа таланттарын асырға ла тырышабыҙ. Әле Баязитты спортҡа ылыҡтырырға тырышам. Бокс секцияһына алып барғайным, оҡшамай, ти. Ә футболға барғас, ҡыҙыҡһыныуы барлыҡҡа килде.
– Күп кенә ата-әсә, күҙ тейә, тип социаль селтәргә бала­ларының фотоһын да һалмай. Һеҙҙә ундай ҡурҡыу юҡмы?
– Эйе, бер осор ҡурҡыу булды. Балалар баҡсаһына йөрөй баш­лағас, йыш ауырынылар. Шул ваҡытта күңелгә шик төштө. “Бәйләнештә” селтәренә һалған фотоларҙы, видеоларҙы юйҙыҡ – тик барыбер ваҡыты-ваҡыты менән ауырып алалар. Сирҙең күҙ тейеүгә ҡағылышы булма­ғанын аҙаҡ аңланыҡ. Эйе, кеше араһында булғандан һуң бала­ларҙы ла, үҙебеҙҙе лә доғалар менән өшкөрөп алырға кәрәк, әҙәмдең төрлөһө була. Доға көсөнә ышанам.
– Тағы ла бер һорау: дәғүә иткән премияның күләме Рес­публика Башлығы Радий Хә­биров тәҡдиме менән ярайһы ғына артты. Әгәр һиңә тап­шырылһа, аҡсаны нимәгә тотонасаҡһың?
– Ил, халыҡ яҙмышынан бер нисек тә ситтә ҡалырға ярамай. Әлбиттә, бер өлөшөн махсус хәрби операция биләмәһендә йөрөгән һалдаттарға гуманитар ярҙам ебәреү өсөн тотона­саҡ­мын. Икенсенән, Аллаһы Тәғәлә миңә халҡыбыҙҙың аҫыл ха­зинаһы булған йырҙарҙы ха­лыҡҡа еткереү өсөн ошо та­лантты биргән. Тауыш йәш, көс­лө, матур саҡта халыҡ йырҙа­рынан торған альбом сығарырға ниәтләйем. Йыш ҡына беҙ сәх­нәлә тере тауышҡа уларҙы баш­ҡарабыҙ, тик уларҙың яҙмалары архивта ҡалмай.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Дамир. Киләсәктә һиңә тик уңыштар юлдаш булһын. Үҙеңә – һаулыҡ, ғаиләңә именлек теләйбеҙ!

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас