– Сәйҙә Ғәли ҡыҙы, 22 апрелдә үтәсәк концертығыҙҙың үҙенсәлеге нимәлә? Унда кемдәр ҡатнаша?
– Әлеге мәлдә мин филармониябыҙҙың музыкаль-әҙәби лекторийында Алина Хәсәнова етәкселегендәге төркөмдә эшләйем. Концертымда ижадташтарым, халыҡ артистары Азамат Тимеров, Ишморат Илбәков, Рим Гәрәев, Рушан Биктимеров, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Илнур Хәйруллин, Венера Рәхмәтуллина, Ольга Хәйруллина, йәш таланттарыбыҙ Алмас Сирусин, Регина Баракова, Зөфәр Атанғоловтар ҡатнашасаҡ. Ул минең ижад кисәм булараҡ ойошторола һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Һәр кемдең күңелендә ата-бабаларыбыҙҙың, бөгөн махсус хәрби операцияла йөрөгән һалдаттарыбыҙҙың ҡаһарманлығына рәхмәт тойғолары йәшәй. Беҙ ошо тойғоларҙы йыр-моңдарыбыҙ аша сағылдырасаҡбыҙ. Кисәлә халыҡ, лирик йырҙар, романстар башҡарыуҙан тыш, монолог та һөйләйәсәкмен. Айһылыу Сәлмәнованың атайым Ғәли Ильясов һүҙҙәренә яҙылған «Уралҡай» циклы яңғыраясаҡ. Ҡыҫҡаһы, йөкмәткеһе яғынан тос, бай программа әҙерләйбеҙ. Тағы ла мин бер йыл балалар менән эшләгәйнем, талантлы уҡыусыларым Әмирә Саттарова менән Данил Ғәлимовтарҙы ла концертыма саҡырҙым.
– Был концертта шулай уҡ ҡыҙҙарығыҙ ҙа ҡатнаша. Тимәк, йыр-моңға булған һөйөүҙе һеҙ уларға ла тапшырғанһығыҙ?
– Ҡыҙҙарымдың икеһендә лә һәләт бар, музыка мәктәбенең фортепьяно класын тамамланылар, матур йырлайҙар. Оло ҡыҙым Дилбәр беренсе тапҡыр алты йәшендә сәхнәгә сығып, ҡала конкурсында лауреат исемен яулағайны. Халыҡ йырҙарын яратып башҡара. Нимәһе ҡыҙыҡ: ул минең юлды ҡабатлай кеүек. Мин дә бит тәүҙә Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлағайным. Дилбәр иһә тәүге һөнәре буйынса – ветеринар табип. Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыған саҡта ул дүрт йыл буйы Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Людмила Воротникова етәкләгән «Көмөш битлек» халыҡ театрында шөғөлләнде, төп ролдәрҙе башҡарҙы. Шул саҡта сәхнәгә ныҡлап һөйөү уянды ла инде – аҙаҡ сәнғәт институтының театр факультетына барырға теләк белдерҙе һәм режиссерға уҡып сыҡты. Бөгөн беҙҙең филармонияла һөнәре буйынса эшләп йөрөй, минең концертымды ул ойоштора.
Кесе ҡыҙым Ғәлиә лә театр факультетын тамамланы. Һөнәре буйынса эшләмәһә лә, мәле килгәндә сәхнәгә сығыуҙан, йырлауҙан баш тартмай. Ғаилә ансамбле менән бергәләп сәхнәлә сығыш яһап торабыҙ. Уларҙың талантлы булыуы минең – өсөн оло ҡыуаныс.
– Тәүге һөнәр тигәндән, һеҙҙең ғаиләлә тәбиғи фәндәргә ылығыу ҡайҙан килә?
– Йырға ла, тәбиғәткә һөйөү ҙә өләсәйемдәрҙән күскәндер, тим. Улар икеһе лә дарыу үләндәрен, халыҡ медицинаһын яҡшы белә ине, имсе тигән дандары булды. Федоровка районының Оло Сытырман ауылында йәшәгән Мәрйәм өләсәйем матур йырланы, мандолинала уйнағаны лә иҫтә. Ә атайымдың әсәһе Миңзифа өләсәйем Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында тыуып үҫкән. Ниндәй генә әкиәттәр, дастандар, бәйеттәр һөйләмәне ул миңә?! Бала саҡтан уларҙың йыр-моңон, белемен үҙемә һеңдергәнмен. Икенсенән, атайымдың шәхси китапханаһында тәбиғәт фәндәре, сәләмәт йәшәү рәүеше, дөрөҫ туҡланыу буйынса китаптар күп булды, шуларҙы уҡый торғайным.
Мәктәп йылдарында йырсы булыу теләге уянғайны ул. 8-се класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына барырға теләнем. Тик әсәйем: «Артист тормошо ауыр, ә һинең сәләмәтлегең артыҡ шәптән түгел, әле бәләкәйһең», – тип ҡаршы төштө. Артыҡ ныҡышманым, мәктәпте тамамлағас, биология йүнәлешен һайланым.
– Шулай ҙа Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе урау юлдар менән булһа ла сәнғәткә алып килгән…
– Йырҙан айырылманым. Студент саҡта бер тапҡыр ғына сығыш яһағайным, талантымды күреп, барлыҡ концертта, байрам сараларында ҡатнаштыра башланылар. Халыҡ йырын йырлаған саҡта Роберт Юлдашев бер нисә тапҡыр ҡурайҙа уйнаны. Ул ваҡытта әле махсус музыка мәктәбендә генә уҡып йөрөй ине. Иҫендә ҡалдырған, бер нисә йылдан күрешкәндә: «Апай, һеҙ йырларға тейеш. Сәнғәт институтында халыҡ йыры бүлеге асылды, шунда имтихан биреп ҡарағыҙ», – тип көнөн әйтеп саҡырҙы. Ул ваҡытта университетты тамамлап, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында эшләп йөрөй инем инде. Икеләнеп кенә килдем, уҡырға алғандарын белгәс, бөтөнләй аптырап ҡалдым. Балаларға шул тиклем өйрәнгәйнем, уларҙан айырылғым килмәне. Өс йыл буйы уҡыу менән эште бергә алып барҙым. Аҙаҡ вокал уҡытыусым Флүрә Килдийәрова: «Сәйҙә, эшеңде ташла, арыйһың. Йырсы өсөн ял кәрәк, ваҡытында аша, йоҡоң туйғансы йоҡла. Тауышыңды һаҡла», – тип кәңәш бирҙе. «Йырсы булып китә алмаҫмын, тип икеләнәм», – тигәс: «Тырышһаң, булдыраһың», – тип ышаныс белдерҙе. Уҡытыусымдың ошо һүҙҙәре ныҡлап йырға тотонорға, сәнғәтте һайларға этәргес бирҙе лә инде.
Сәнғәт институтына уҡырға ингәнемде белгәс, әсәйем дә фатихаһын бирҙе. «Һин инде тормошто аңлар йәшкә еттең, нығындың. Ниндәй юлдан барырыңды аңлы рәүештә һайлайһың», – тине ул. Тормошомдоң был юлдан китеүенә үкенмәйем. Һәр ваҡыт: «Биология – минең мөхәббәтем, ә йыр – йәшәү асылым», – тим.
– Һеҙгә атайығыҙҙан тағы ла бер талант күскән: шиғырҙар яҙаһығыҙ. Улай ғына ла түгел йырҙар ижад итәһегеҙ. Яңылышмаһам, ижад кисәгеҙҙең сценарийын үҙегеҙ яҙғанһығыҙ шикелле…
– Үҙемде шағирә лә, композитор ҙа тип әйтергә баҙнат итмәйем. Күңелдә яралған шиғыр юлдары, моң улар. Аллаға шөкөр, нәҫелебеҙ таланттарға бай. Атайымдың ике туған ағаһы Сибәғәт Ильясов һуғышҡа киткәнсе «Совет Башҡортостаны» гәзитендә эшләгән. Ул 1941 йылда Смоленск өлкәһендәге яуҙа хәбәрһеҙ юғалған. Ғүмере булһа, билдәле журналист булыр ине, тип уйлайым. Атайым да ғүмере буйы журналистикала эшләне, шиғырҙар яҙҙы, әҙәбиәтте яратты. Ҡурайҙа бик матур уйнаны. Тамырҙа булған һуттан беҙгә лә өлөш сыҡҡандыр. Уйлап ҡараһаң, беҙҙең халыҡта сәсәнлек ныҡ таралған. Билдәле шәхесебеҙ Розалия Солтангәрәева, Республика халыҡ ижады үҙәге, Мәҙәниәт министрлығы сәсәндәр мәктәбен үҫтереү буйынса ҙур эштәр алып бара. Был бик кәрәкле эш, таланттарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә. Ошо эшмәкәрлеккә ҡарайым да, шиғыр яҙыуыма аптырарға ла кәрәкмәйҙер, тип уйлап ҡуям. Сәсәнлек беҙҙең ҡаныбыҙҙа бар. Әҙәби-музыкаль лекторий сығыштары өсөн сценарийҙар яҙа инем, хәҙер концерттарымды ла үҙем күҙаллағанса эшләй башланым. Һәйбәт кенә килеп сығалыр, сөнки Мәскәүҙә режиссерҙар әҙерләү курстарында уҡығанда уҡытыусым Александр Руб минең яҙғандарҙы уҡып, бик оҡшатҡайны. «Һиңә сценарист кәрәкмәйәсәк, үҙең дә яҙа алаһың», – тине.
Йырҙарға килгәндә, күңелдә нисектер үҙенән-үҙе ярала. Уларҙы халыҡҡа сығарыр алдынан данлыҡлы композитор Нур Дауытовтан кәңәш һораным. Ыңғай баһаланы, уның фатихаһы менән 25 йырымдан торған йыйынтыҡ сығарҙым. Өс йыл элек филармонияла был альбомдың исем туйы үтте. Йырҙарымды үҙем генә түгел, хеҙмәттәштәрем – башҡа йырсылар ҙа башҡарҙы. Тамашасылар йылы ҡабул итте, һеҙгә эстрада йырҙарын да йырлау килешә, йырҙарығыҙ матур, тип комплимент әйттеләр.
– Башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә һеҙ йыш ҡына вокал буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәһегеҙ. Шундай сәфәрҙән үҙ репертуарығыҙға һирәк яңғыраған халыҡ йырҙарын алып ҡайтҡанығыҙ булдымы?
– Эйе. Беҙҙең халыҡтың ижади мираҫы бай һәм матур, һәр төбәктең үҙенә генә хас йыр-моңо бар. Репертуарымдағы «Бәгәнәш» йырын Һарытау башҡорттарынан өйрәндем. Унда Бобровый Гай тип аталған ауыл бар, заманында рус классигы Лев Толстой ҡымыҙ менән дауаланған. Ауылдың үҙ исеме Бәгәнәш, шул уҡ атама менән йылға аға. Йыр шул ауылдан сыҡҡан. Шулай уҡ Ҡурған өлкәһендә йәшәгән Хәтимә апай Закированан «Ауыл йырын» өйрәндем. Ә «Зәйнәп килгән өйөмә» тигән йырым – Свердловск башҡорттарыныҡы. Киләсәктә лә был йүнәлештә эшләргә ниәтем бар.
Ғөмүмән, ижадҡа ҡағылышлы уй-ниәттәр, хыялдар бик күп. Бер концерт программаһында ғына уларҙы тормошҡа ашырып булмай. Шуға ла тамашасыларымды яңы кисәләр, осрашыуҙар менән ҡыуандырырмын, тим.
– Амин! Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Сәйҙә Ғәли ҡыҙы. Һеҙгә ижади уңыштар һәм юғарылыҡтар теләйбеҙ. Концертығыҙ ҙур аншлаг менән үтһен.
Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.