Ҡурай сәнғәтенә 30 йыл ғүмерен бағышлаған Рушан республика, Рәсәй төбәктәре, донъя илдәре буйлап бихисап концерттарҙа башҡорт ҡурайын данлаған музыкант. Уның башҡарыуында халыҡ көйҙәре, композитор әҫәрҙәре, донъя классиктары музыкаһы юғары профессиональ кимәлдә һәм тик Рушанға ғына хас үҙенсәлекле, хисле яңғырай, тамашасы күңелен әсир итә, хәтерҙә һаҡлана. Тырышлығы, ныҡышмалылығы, бирешмәҫ холҡо менән маһир ҡурайсы дәрәжәһенә күтәрелгән Рушан Биктимеровтың ижад юлы бик бай: концерттар, оҙон, бормалы юлдар артылған гастролдәр, төрлө тарафтарҙағы онотолмаҫ осрашыуҙар һәм, әлбиттә, иң ҡәҙерлеһе – тамашасыларҙың ихлас алҡыштары.
Ҡурайсы республикабыҙҙың абруйлы музыкаль коллективтары – Филармонияның Эстрада - джаз оркестры, етәксеһе Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ҡасымов, Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы, етәксеһе һәм баш дирижеры Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Алһыу Хәсбиуллина, Башҡортостандың Дәүләт ҡурайсылар ансамбле, художество етәксеһе Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов һәм ижадташ дуҫтары: Башҡортостандың халыҡ артистары: Хәлит Фәтихов (баян), ҡурайсылар: Артур Ғайсаров, Азат Биксурин, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Илнур Хәйруллин, Илшат Ишморатов, Марат Саҙриев (скрипка) һәм мультиинструменталист, композитор Ришат Рәхимов, халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Салауат Хәлилов, Венер Сәйфетдинов, думбырасы Иршат Ильясов менән төрлө жанр әҫәрҙәрен уйнаны. Башҡорт халыҡ көйҙәре «Урал», «Ғилмияза», «Байыҡ», «Һары ла сәс», «Ҡара юрға», «1812 маршы» «Йәнтүрә маршы», «Баяс», «Буранбай», композиторҙар Хөсәйен Әхмәтов Рим Хәсәнов, Рәмил Ғимранов әҫәрҙәре, Бәхти Ғайсин көйҙәренә теҙмә, сит ил музыкаһынан «Ҡондор осошо» (Даниэль Роблес), «Одинокий пастух» (Джеймс Ласт), «Чардаш» (Витторио Монти) һ.б. яңғыраны.
Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин юбилярҙы ҡотлап, башҡорт ҡурай сәнғәтен үҫтереүгә һалған фиҙәҡәр хеҙмәтен билдәләне: «Тамашасыларҙың яратҡан, сәхнәгә сығыуығыҙҙы көтөп алған ҡурайсыбыҙ Һеҙ. Талантығыҙ башҡорт ҡурай сәнғәтендә сағыу бер күренеш. Тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләт, моңдо тоя белеү, яҡшы техника һәм ижади ҡомар Һеҙгә профессиональ музыканттар араһында алғы сафта булырға ярҙам итә. Башҡорт моңон заманса формаларҙа популярлаштырыу өлкәһендәге хеҙмәтегеҙ оло баһаға лайыҡ», – тине Ринат Рәшит улы.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ҡурайсылар ансамбле етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов, Башҡортостандың ҡурайсылар Союзы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Салауат Кирәйев халҡыбыҙҙың данлы ҡурайсылар сафында лайыҡлы урын биләгән Рушан Биктимеровҡа тырыш хеҙмәте, ҡурай сәнғәтенә тоғролоғо өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙеләр.
Музыкант төрлө йылдарҙа эшләгән Учалы, Нефтекама филармониялары етәкселәре – Әлмир Мөхәмәтйәров һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илгиз Миңлеәхмәтов ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙеләр.
Әбйәлил районынан килгән яҡташтар делегацияһы исеменән мәҙәниәт бүлеге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәнил Әсәҙуллин ҡотланы. Әбйәлилдәр Рушан Биктимеровҡа йырлы-бейеүле дәртле сығыш һәм ял йортона юллама бүләк итте. «Бик кеселекле, кешелекле булғаның өсөн барыбыҙ ҙа һине хөрмәт итәбеҙ, шуға ла алыҫ араны яҡынайтып, юбилейыңа килеп еттек» – тине яҡташтары.
Рушан Биктимиров Франция, Испания, Төркиә, Германия, Шотландия, Швейцария, Англия һәм башҡа бихисап сит илдәрҙә сығыш яһай. Сәфәрҙәренең береһендә ул башҡорт бейеү сәнғәтенең йөҙөк ҡашы булған бейеүсе, Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәшиҙә Туйсинаның үлемһеҙ «Заһиҙә» бейеүенә уйнай. Данлы бейеүсенең юбилярҙы ҡотларға килеүе ҙур мәртәбә булды. Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы Рушанды ҡотлап: «Минең бейеүҙәремә күп мәшһүр ҡурайсылар уйнанылар, ә ул замандарҙа Рушан Биктимеров шулар араһында иң йәше ине», – тине.
Испаниялағы оҙайлы гастролдәр ваҡытында Рушан Африка илдәренән килгән музыканттар менән бергә «Карусель» исемле сығыш әҙерләй. Ҡурайсы сит ил вәкилдәренә «Ҡарабай» көйөн өйрәтә. Шул йылдар хәтирәләрен яңыртып, юбиляр кисәгә Африка егете, музыкант Жульен Селестинды саҡырған, уларҙың бергә уйнаған көйҙәре тамашасы күңеленә хуш килде.
Рушан бәләкәй сағынан музыкаль мөхиттә үҫә. Бөгөн дә уның ғаиләһендәге һәр туғаны – талант эйәһе. Тормош иптәше – йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венера Рәхмәтуллина, ҡыҙы Айзифа ла бик һәләтле ҡыҙ. Уларҙың бергә сығыштарын халыҡ алҡыштарға күмде. Ағаһы – Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтов, апаһы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Атайсал» мәҙәниәт йортоноң башҡорт халыҡ кейемдәре «Селтәр» студияһы етәксеһе Фатима Хәйретдинова, туғандары – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солистары Айтуған Вәлмөхәмәтов, Мәликә Мотоғуллина, Айым һәм Рим Рәхимовтарҙың сағыу музыкаль ҡотлауҙары үҙенсәлекле булды.
Концерттың сценарий авторы һәм режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Франгизә Илбәкова. Кисәне оҫта итеп Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Салауат Мөхәмәтйәров һәм Луиза Нурбахтина алып барҙы. Бейеүселәр: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Евгения Цыпина һәм Регина Баракова, Зарина Ғофранова Рушандың көйҙәренә дәртләнеп бейене.
Башҡортостандың халыҡ артисы Рушан Биктимеровтың бай эстәлекле, сағыу юбилей кисәһе шаулап-гөрләп үтте. Уның юғары профессиональ кимәлдәге уйнау алымдары, һәләте, иҫ киткес музыкаль хәтере, импровизациялау оҫталығы хайран ҡалдырҙы, һоҡландырҙы.
Халҡыбыҙҙың данлы улы, оҫта ҡурайсы Рушан Биктимеровҡа һаулыҡ, ғаилә именлеге, оҙон бәхетле ғүмер, ижадында емешле асыштар, яңынан-яңы бейек үрҙәр теләйбеҙ.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Әлфиә Ғимаҙиева,