Ҡайһы берәүҙәр кешеләр араһында үҙенең көслө рухы, характеры, ойоштороу һәләте, таланты һәм эшлеклелеге менән үҙе лә һиҙмәҫтән лидер булып китә. Эргә-тирәһендәге дуҫтарын, таныштарын бергә туплап, ҙур эштәр атҡара, яңы идеяларҙы тормошҡа ашыра. Учалы районының Туңғатар ауылында йәшәүсе Марс Латиповты ла шундайҙар рәтенә индерергә булыр ине. Ул 1988 йылда уҡ, башҡорт эстрадаһын яңы кимәлгә күтәреү тарихына үҙ өлөшөн индереп, ауыл таланттары менән “Умырзая” төркөмөн ойоштороп ебәрә.
Архангел районының Аҙау ауылы егете Рәсүл Таумбаев, тап шул йылдарҙа Учалы сәнғәт училищеһын тамамлап, Ҡунаҡбай мәҙәниәт йортонда эш башлаған була. Марс төркөм төҙөү идеяһы менән уға килә. Вилә Мамилина, Рифат Ямалиев (вокал), Ришат Аҡбалин, Илһам Шәрипов (гитара) һәм тағы ла Ильяс исемле егет (һуҡма инструмент) бергәләшеп эстрада йүнәлешендә эш башлай. Марс Латипов уларға үҙе ижад иткән тәүге йырҙарын тәҡдим итә. Ауыл кимәле өсөн ярайһы ғына эшләһәләр ҙә, төркөм етәксеһе артабан үҫер өсөн профессиональ музыканттарҙың кәрәклеген аңлай һәм Учалы сәнғәт училищеһының 3-сө курсында уҡып йөрөгән йәш музыканттар Илшат Нәҙершин (синтезатор) менән Азамат Ямалетдиновты (бас-гитара) бергә эшләргә саҡыра. Рифат Ямалиевтың туғаны район хакимиәтендә эшләгән була. Уның ярҙамы менән төркөмгә өр-яңы, сифатлы музыка ҡорамалдары алына. Шуға күрә концерттар ойоштороу, гастролдәргә йөрөү ауырлыҡ тыуҙырмай.
Рифат менән Вилә уҡыуҙары арҡаһында төркөмдән киткәс, “Умырзая”ға Илсур Тайсин (ҡурай) менән Ҡадир Ишбулдин (вокал) килә. Йырҙар ижад иткәндә музыкаль белем булмауы ҡамасаулай, тип Марс Латипов та Учалы сәнғәт училищеһына уҡырға инә.
Азамат ЯМАЛЕТДИНОВ:
– Ошо состав менән тәүге репетицияға йыйылғанда 1992 йылдың Рамаҙан айы башланып тора ине. Марс та барлыҡ мосолмандар өсөн изге һаналған ай тураһында яңы йыр ижад иткәйне. Бергәләшеп уйлаштыҡ та, төркөмдөң исемен “Рамаҙан” тип үҙгәрттек. Йыр бер осор беҙҙең гимнға әйләнеп китте, уның менән концертты башлап ебәрәбеҙ, тамамлайбыҙ. Тик 1993 йылда “Урал моңо” конкурсының һайлап алыу турына килгәндә, Дим Мәннән менән Мәхмүт Нәҙершин был атаманы оҡшатмай, икенсене һайларға ҡушты. Әҙерлек тә юҡ ине, конкурс финалына үтмәнек. “Дәүер” тигән исемде кем тәҡдим иткәндер, хәтерләмәйем, “Урал моңо – 1994” бәйгеһендә шул исем аҫтында сығыш яһап, 3-сө урын яуланыҡ. Шуға ла беҙ бар республика халҡы өсөн “Дәүер” булып танылдыҡ. Унда Марс ижад иткән “Сыңрай ҡурай” йыры менән сығыш яһаныҡ.
Илсур ТАЙСИН:
– Репетициялар үткәреү өсөн Учалы менән Ҡунаҡбай араһын йәйәүләп йыш үтергә тура килде. Егеттәр менән һөйләшә-һөйләшә, йырлашып килеп, юлды үткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә торғайныҡ. “Дәүер” менән Учалы районының ауылдарын 3- 4 ҡабат концерттар менән урап сыҡҡанбыҙҙыр. Артабан Әбйәлил, Белорет, Бөрйән яҡтарын да яуланыҡ. Мин дә егеттәрҙе тыуған яғыма – Ейәнсураға алып ҡайттым. Рәсүл Архангел районына саҡырҙы. Артабан Силәбе өлкәһенең Усть-Катав ҡалаһында сығыш яһаныҡ. “Яйыҡ” колхозының бортлы машинаһына һалам йәйеп, ҡайҙарға ғына йөрөтмәне беҙҙе Әлиф тигән шофер ағай?! Кешеләр беҙҙең төркөм тураһында тик гәзит аша ғына белһә лә, зал шығырым тула торғайны. 90-сы йылдарҙа халыҡта аҡса булманы. Беҙ шаяра-шаяра ризыҡлата хаҡ алдыҡ: зал тулы булһа, шуға риза инек.
Илһам Шәрипов бөгөн – дин юлында, Ислам институтында уҡыта. Ҡадир Ишбулдин – Туймазы ҡалаһында, Илшат Нәҙершин Өфөлә үҙ эшен асҡан. Азамат Ямалетдинов музыка мәктәбендә балаларға ҡурай серҙәрен өйрәтә, Учалыла йәшәй, ә Рәсүл Таумбаев тыуған яғында төпләнгән. Ришат Аҡбалин да, уҡыуын тамамлағас, Хәйбулла районында эш башлай. Илсур Тайсинды республикала белмәгән кеше юҡтыр: йырсы, пародист, ҡурайсы, “Оҙон көй – 2005” конкурсының еңеүсеһе. Вилә Мамилина менән Рифат Ямалиев уҡытыусы булып эшләй.
Тик бына ошондай егеттәрҙе берләштергән, яңы идеялар менән яныусы, алға әйҙәүсе Марс Латипов ҡына был яҡты донъянан бик иртә китеп барҙы. 1997 йылда, уның вафатынан һуң, төркөм тарҡала. Дәртләндереүсе, яңы йырҙары менән репертуар туплаусы, эште ойоштороусы булмағас, эш үҙенән-үҙе туҡтай. Етмәһә, егеттәр ҙә, берәм-берәм уҡыуҙарын тамамлап, төрлө яҡҡа таралыша.
Азамат ЯМАЛЕТДИНОВ:
– 19 – 20 йәшлек егеттәр булараҡ, тәү осорҙа профессиональ яҡтан үҫеү тураһында уйланманыҡ. Барына шөкөр итеп йәшәй инек. Бер көн Марс мине, Илһам менән Ҡадирҙы, Ринат Төхвәтуллин тигән егетте (беҙҙең менән быға тиклем эшләгәне булманы) саҡырып алды ла, айырым, рок стилендә эш башларға тәҡдим итте. Тап шул саҡта Учалыла рус телендә йырлаған “Сказка” тип аталған бик популяр рок төркөмө бар ине, беҙ улар менән бергәләшеп сығыш яһай башланыҡ. Тик беҙ башҡорт телендә йырланыҡ. Шуға күрә беҙҙе “Әкиәт” тип иғлан итә торғайнылар. Бары тик бер йыл ғына эшләп өлгөрҙөк. Марс булмағас, йырларға теләк тә һүрелде.
Илсур Тайсин:
– Беҙҙең “Дәүер”ҙең йырҙары айырым бер ваҡыт аралығының – дәүерҙең иҫтәлеге ул. Марс үҙе мәрхүм булһа ла, йырҙары ҡалды. 90-сы йылдар аҙағында беҙҙең репертуарҙағы байтаҡ йырҙы Заһир Шәйәхмәтов ҡабат сәхнәгә сығарҙы. Ә былтыр йәш йырсы Илнур Миһманов “Сыңрай ҡурай” йырын заманса эшкәртеп яҙҙырҙы, йыш ҡына радио аша яңғырап тора. Тимәк, беҙҙең эш бушҡа булмаған. Был тарихта үҙ эҙебеҙҙе ҡалдыра алғанбыҙ. Концерттар әҙерләгән саҡта: “Их, үҙебеҙҙең егеттәрҙе тағы ла бер йыйып, шул йырҙар менән сығыш яһарға ине!” – тип уҡталып, ҡанатланып ҡуйыла. Әммә сәхнәнән ситләшкәндәрҙе туплау – ауыр эш. Бәлки, киләһе йылдарҙа мөмкинлек булыр. Һәр хәлдә, Марс ижад иткән йырҙарҙы туплап, диск сығарырға кәрәк.
Ни ваҡыттан алып
Ҡояшҡай күренмәй,
Ҡояш күптән инде
Тау артында йоҡлай.
Йондоҙҙар юҡ,
Ай күренмәй,
Күңелемдә ятҡан сәскәм
Ниңәлер атмай.
Ҡушымта:
Сәскәм, сәскәм, ниңә
Һин атмайһың төндә?
Ҡыйын һинһеҙ миңә,
Ярһыу йөрәгемә.
Таңдар атҡас, ерҙе
Томан баҫып алыр.
Томан сәскә япрағына
Тамсыларын һалыр.
Тамсы тамыр
Күҙ йәшендәй.
Сәскәм тағын тажын
асмай,
Йөрәкте ярыр.
Ҡушымта: шул уҡ.
Күп тә тормай инде
Ҡояш балҡып сығыр.
Көн үтеп, кистәр төшкәс,
Йондоҙҙар уяныр.
Эй, ал сәскәм,
Йылмай инде.
Айҙа Зөһрә ҡыҙы балҡый,
Йомма күҙеңде.
Сыңрай ҡурай
Марс Латипов һүҙҙәре һәм көйө.
Яҙҙан алып көҙгә тиклем
Туғайҙа ҡоштар һайрай.
Уралымдың тауҙарында
Кемдер ҡурайҙа уйнай.
Ҡушымта:
Эй, ҡурайсы, һыҙҙырт
Башҡорт бейеү көйҙәрен!
Халҡым күңелендә ҡалһын
Ҡурайымдың моңдары!
Сабышалар
толпар-тайҙар
Моңло башҡорт көйөнә.
Тал-ҡайындар
шаулашалар
Ирәмәлкәй еленә.
Ҡушымта: шул уҡ.
Ҡыр ҡаҙҙары
ҡаңғылдашып,
Оса һалҡын көҙ еткәс.
Ҡурай моңон яңғыратам,
Йөрәк түрендә ятҡас.
Учалы – алмалар иле
Марс Латипов көйө, Рамай Ҡаһир һүҙҙәре.
Һеҙҙең алғы баҡсағыҙҙа
Ҡыҙарып бешә алма.
Алма тәмле, тигән булып
Йөрәккә ялҡын һалма.
Ҡыҙыл алмаларға ҡарап,
Моңайып уйға ҡалма.
Минең өсөн, һылыуҡайым,
Һин үҙең бешкән алма.
Донъя көтөр булһаң, дуҫҡай,
Сит яҡтан кәләш алма.
Учалының ҡыҙҙары –
Ҡыҙарып бешкән алма.
Учалы – алмалар иле,
Һайлап өҙөп ал ғына.
Беҙҙең яҡтың алмалары
Шәрбәт кенә, бал ғына.
Гөлнур ҠЫУАТОВА.