Хәҙерге йәштәр, айырыуса мәктәп уҡыусылары аптырар ҙа, бәлки... Ҡулдарында бар теләгәндәре бар – смартфондарҙа интернет аша уйнатылған йырҙар, видеолар, өйҙәрендә гитара, синтезатор, дөңгөрҙәренә хәтлем... Элек иһә!.. Элек, советтар осоронда тип әйтәйек, мәктәптәрҙең һәр береһендә тиерлек бай ассортименттағы спорт инвентары һәм музыка ҡоралдары була торғайны. Ҡыҙҙар скакалка, обруч менән мәж килә, ә малайҙар гер күтәрә, ҡул көрәштерә, теннис уйнай. Ә музыка бүлмәһендәге гитаралар өсөн һәр ваҡыт талаш. Сөнки улар ғүмер-ғүмергә егеттәрҙең “ҡоралы” булды. Малайҙар килмәгәндә генә беҙгә гитара ҡылын сиртеп, синтезатор телдәренә баҫып ҡарау бәхете татыны. Ә инде был ҡоралда уйнаған йәки төрлө төркөм ойоштороп, йырлап йөрөгән егеттәр бөтә мәктәп ҡыҙҙарын ғашиҡ итә ине. Һеҙҙең мәктәптә лә шулай булғандыр, эйеме?
Әбйәлил районының таланттарға бай икәне һәр кемгә мәғлүм. Асҡар ауылының 1-се мәктәбендә лә ана шундай йырҙар яратҡан, ижадҡа ынтылған балалар белем ала. Яҙып үткәнемсә, һәр мәктәп тарихында булған “музыкаль” малайҙар бында әллә нисәмә быуын буй еткергән инде. 80-се йылдарҙа башлыса рус телендә йырлау модала булһа, 90-сыларҙа инде туған тел культы башлана. Тап шул мәлдә 9-сы класс уҡыусыһы Хәким Әбүшаһманов егеттәр төркөмө төҙөргә хыяллана башлай һәм был идеяны параллель класта уҡыған дуҫы Азамат Раяновҡа һөйләй. Синтезаторҙа уйнай белгән Рөстәм Ғилметдинов бергә эшләргә үҙе теләк белдерә, ә 7-се класс уҡыусыһы Эмиль Шәйхетдиновтың йырлағанын ишеткәс, “ағайҙар” уны төркөмгә солист итеп ҡоҙалай.
Тәүге репетициялар 1992 йылдың йәйендә мәктәп подвалының бер бүлмәһендә үтә. Егеттәр башлыса “Ласковый май” төркөмөнөң репертуарын һәм урам йырҙарын өйрәнә. Тик уларҙың күңеленә, башҡорт телендә йырларға, тигән теләк тынғылыҡ бирмәй. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған егеттәр “Башҡортостан”, “Тыуған илем” исемле тәүге йырҙарын яҙа һәм төркөмдө лә “Урал” тип атарға була. Октябрь айында улар тәүге тапҡыр һабаҡташтары һәм уҡытыусылары алдында һынау тота. Ошо көндән инде егеттәр урындағы “йондоҙҙар”ға әүерелә. Мәктәптә генә түгел, ә район кимәлендә үткән сараларҙа, концерт-конкурстарҙа сығыш яһай башлай “Урал” төркөмө.
Тик 1994 йылда Хәким менән Рөстәм төркөмдән китергә ҡарар итә. Сығарылыш класы булараҡ, уҡыу программаһы ауырлаша, имтихандарға әҙерләнергә кәрәк була. “Урал”дың тарҡалыуын ауыр кисергән Азамат менән Эмиль үҙҙәренә теләктәштәр эҙләй. Шулай итеп, мәктәптең тағы ла талантлы егеттәре берләшә: Олег Фәтҡуллин (солист, ритм-гитара), Руслан Туғанбаев менән Эмиль Шәйхетдинов (солист, бас-гитара), Азамат Раянов (клавиша), Мансур Мусин (ударник һәм ҡурай). Төркөмдөң исемен шаярыу ҡатыш “Шүрәле” тип алалар. Алға китеп, шуны әйтергә кәрәк, ярты йылдан “Урал моңо” конкурсына килгән егеттәрҙән ойоштороусылар “әҙәби” атама талап итә. Шулай итеп, төркөм ярты сәғәттә “Тамъян”ға әйләнә.
Бер аҙҙан төркөмгә Алексей Лавренов (гитара), Рөстәм Вәлиев (һуҡма инструменттар) ҡушыла. Егеттәр Магнитогорск ҡалаһының тауыш яҙҙырыу студияһына барып, бер нисә йырын яҙҙыра. Әммә улар айырым кассета сығарыу, уны һатыу тураһында уйламай. “Аманат” дуҫтарын йыя” концерты, “Һылыуҡай” конкурсы, “Йәшлек-шоу” фестивалендә сығыш яһау, ауылдар буйлап гастролдәр – былар барыһы ла билдәлелек, дан килтерә. Әбйәлил районының бер генә сараһы ла “Тамъян”һыҙ үтмәй. Мәғариф бүлеге төркөмгә өр-яңы сәхнә костюмдары бүләк итә.
Мәктәпте тамамлағас, егеттәр төрлөһө төрлө уҡыу йортона уҡырға инә. Шулай ҙа сығыш яһауҙар туҡтамай, ял һәм байрам көндәре концерттар һәм репетициялар менән үтә. Ә инде 1998 йылда улар һуңғы тапҡыр баш ҡалаға – “Умырзая” фестиваленә килә һәм бергәләп сығыш яһай. Шулай итеп, Асҡар мәктәбенең талантлы уҡыусылары ҡыҫҡа ғына, әммә башҡорт эстрадаһында тәрән эҙ ҡалдырырҙай “йондоҙло” юл үтә. Бөгөн егеттәрҙең байтағы беҙҙең арала юҡ. Эмиль Шәйхетдинов, Азамат Раянов, Руслан Туғанбаев, Мансур Мусиндың ғүмере бик иртә һәм аяныслы өҙөлә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҫән ҡалғандары ла төркөм тураһында иҫләргә, һөйләргә яратмай. Был мәҡәләне әҙерләгәндә лә, улар менән аҙналар буйы бәйләнеш булдыра алманыҡ. Улар хаҡында күберәк тамашасылары, уҡыусылары бәйән итте.
Ысынлап та, бер-бер артлы дуҫтарҙы юғалтыу еңел түгел. Улар һәр саҡ күңелдә, иҫтә, беҙҙең арала. Тик, мәрхүмдәр, тип үткән заманда һөйләге килмәй шул...
Гөлнур ҠЫУАТОВА.
Гүзәл
А. Раянов һүҙҙәре, О. Фәтҡуллин көйө.
Миңә ҡара йылмайып,
Ҡояш нурҙарын таратып.
Һин ҡайҙа барма – мин шунда,
Мин бит яратам һине, аңла.
Ҡушымта:
Гүзәл, Гүзәл, о-о-о-о, Гүзәл!
Һары көҙҙәрҙә беҙ осраштыҡ,
Ләкин дуҫтар булып беҙ
ҡалдыҡ.
Минең йөрәк һине һағына,
Гүзәл, һине күргем килә.
БЕЛДЕРЕҮ!
2024 йылдың 22 ноябрендә баш ҡалабыҙҙа Республика халыҡ ижады үҙәгенең “Атайсал” мәҙәни үҙәгенең майҙанында "Дәрүиш рухы" тип исемләнгән тәүге рок-фестиваль уҙасаҡ.
Сағыу, үҙенсәлекле тамашаның тәү маҡсаты – башҡорт рок-музыкаһы менән таныштырыу, уны популярлаштырыу һәм, әлбиттә, рок музыкаһын һөйөүселәрҙе берләштереү.
Фестивалдең программаһы ла бай: ҡунаҡтарҙы ҡатнашыусы рок-төркөмдәрҙең сығыштары көтә! Бынан тыш, теләге булғандар музыка индустрияһы белгестәре һәм музыканттарҙан оҫталыҡ дәрестәре алыу, музыка ҡоралдары һәм ҡорамалдары менән яҡындан танышыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Фестивалде Республика халыҡ ижады үҙәге булышлығы менән 2024 йылда Йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге проекттарға терәк күрһәтеү өсөн үленгән Башҡортостан башлығы грантына «Рух» мәҙәниәтте, туризмды һәм милли йолаларҙы үҫтереү ойошмаһы үткәрә.
Рок-фестиваль 22 ноябрҙә Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 17 йорт адресы буйынса “Атайсал” мәҙәни үҙәгендә уҙасаҡ. 17:00 сәғәттә башлана.