Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
19 Ноябрь 2024, 10:00

Ни булһа ла, шул, Баймаҡтан сыға... “Байҡара” ла!

Мәҙәни ғүмеребеҙ, йәшәйешебеҙҙең усағы булған Өфөлә уның ҡуҙҙары баҙлап ҡына ятҡан мәлдә, баш ҡаланан әллә ҡайҙа йыраҡта урынлашҡан Баймаҡ районында киләсәктә республикабыҙҙың эстрадаһы, ғөмүмән, рок-музыка тарихында тәрән эҙ ҡалдырған байтаҡ ваҡиғалар була. Бер-бер артлы әллә күпме...

Ни булһа ла, шул, Баймаҡтан сыға... “Байҡара” ла!
Ни булһа ла, шул, Баймаҡтан сыға... “Байҡара” ла!

1990 йылдар башында тотош ил буйлап иҫкән үҙгәреш елдәре Республикабыҙҙы ла ситтә ҡалдырмай: милли аңыбыҙҙы уятып рухи иреклек тә вәғәҙә итә. Мәҙәни ғүмеребеҙ, йәшәйешебеҙҙең усағы булған Өфөлә уның ҡуҙҙары баҙлап ҡына ятҡан мәлдә, баш ҡаланан әллә ҡайҙа йыраҡта урынлашҡан Баймаҡ районында киләсәктә республикабыҙҙың эстрадаһы, ғөмүмән, рок-музыка тарихында тәрән эҙ ҡалдырған байтаҡ ваҡиғалар була. Бер-бер артлы әллә күпме эстрада төркөмдәре барлыҡҡа килә. “Темәс”, “Сая”, “Акцент”... Уларҙың һәр береһенең башында, башланғысында билдәле музыкант, кеше-легенда Айрат Вәлиуллин тора тиһәк, һис тә хата булмаҫ.

1992 йылда уның идеяһы менән район мәҙәниәт йорто базаһында тағы ла бер йәш төркөм – “Башҡортостан”ға нигеҙ һалына.

Мәҙәниәт йорто базаһында эшләү “Башҡортостан” өсөн бәхетле осраҡ, сөнки күп төркөмдө тарҡалыуға килтергән иҡтисади ауырлыҡтар уны урап үтә. Музыка ҡоралдары, сәхнә костюмдары, гастролгә йөрөү өсөн транспорт – быларҙың барыһы ла мәҙәниәт бүлеге ярҙамы менән булдырыла. Хатта мәҙәниәт йорто директоры Фаил Фәүзи улы Хафизов үҙе лә төркөмдә музыкант булып эш башлай.

Мәктәп уҡыусыһы Эльвира Ҡадирова (клавиша), Баймаҡ һөнәрселек училищеһы студенты Рәйсә Юлдашева (вокал), мәҙәниәт йортонда эшләүсе Бәхтийәр Байморатов (гитара, төркөмдөң етәксеһе), Фаил Хафизов (бас-гитара), Айрат Вәлиуллин (гитара, аранжировка) һәм Руслан Азаматов (һуҡма инструмент) – ошо составта “Башҡортостан” төркөм булараҡ эш башлай. Тәүге йырҙар ижад ителә, репертуар туплана. Төркөмгә исемде һайлаған саҡта күп кенә тәҡдим була. Бәхтийәр Байморатов ижад иткән (әйткәндәй, төркөм репертуары башлыса уның йырҙарынан тора) “Башҡортостан” йырын гимн итеп алып, егет-ҡыҙҙар ошо исемгә туҡтала. Ауылдарға тәүге гастролдәр ойошторола, мәҙәни сараларҙа ла сығыш яһау йышая. Ә 1993 йылда баймаҡтар “Ай ҡыҙы” йыры менән тәүге тапҡыр баш ҡала сәхнәһенә сыға һәм “Урал моңо” фестивалендә еңеү яулай. Был билдәлелек яулауға, популяр булып китеүгә булышлыҡ итә. “Диуана”, “Дәрүиш”, “Аманат” кеүек билдәле һәм тәжрибәле төркөмдәр ағзалары менән ижади дуҫлыҡҡа нигеҙ һалына.

1995 йылда Фаил Хафизов Сибай дәүләт филармонияһына эшкә саҡырыла. Рәйсә Юлдашева, уҡыуын тамамлап, тыуған яҡтарына ҡайтып китә, Эльвира Ҡадирова медицина йүнәлеше буйынса уҡырға инә. Тарҡалыу алдында торған төркөмгә Бәхтийәр Байморатов яңы музыканттар эҙләй башлай. Яңы ғына әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтҡан Альберт Дәүләтшин (клавиша), район мәҙәниәт йортонда эшләй башлаған Альберт Салауатов (вокал), Радис Ҡасҡынов (кларнет) килеп, “Башҡортостан” яңы составта, яңы һулыш менән эш башлай. Бәхтийәрҙең “Москвич” машинаһы менән егеттәр Әбйәлил, Хәйбулла райондары ауылдары буйлап гастролдәр ойоштора. 1996 йылда “Аманат” студияһы ойошторған фестивалдә улар 1-се урын яулай. 1997 йылда, Альберт Салауатов – Сибай, Радис Ҡасҡынов Учалы филармонияһына эшкә киткәс, төркөм тарҡала. Күп тә үтмәй, Альберт Дәүләтшин менән Бәхтийәр Байморатов та Сибай дәүләт филармонияһына эшкә саҡырыла. Айрат Вәлиуллин филармонияла тағы ла бер төркөм – “Байҡара”ны ойошторорға тәҡдим итә. Талантлы баймаҡтарға тағы ла бер егет, автор-башҡарыусы Илшат Бикбулатов ҡушыла. “Лилиә”, “Дуҫтар булып ҡалайыҡ”, “Изге һүрәт”, “Табам әле”, “Һылыуҡайым” – был йырҙар ҡасандыр ысын хиттар булып, яңы төркөмдө халыҡҡа таныта. Егеттәр 1999 йылда Силәбе өлкәһендә үткән рок-фестивалдә лә ҡатнаша. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был төркөмдөң дә тарихы оҙайлы булмай. 2000 йылда Бәхтийәргә Баймаҡҡа ҡайтырға тура килә. Альберт Дәүләтшин “Дәрүиш” төркөмөнә саҡырыу ала, Илшат та баш ҡалаға юллана. Ә Айрат Вәлиуллин тап шул йылда “Евразия” төркөмөн туплап, яңы форматта эш башлай.

Бәхтийәр Байморатов ижад иткән, “Башҡортостан” төркөмө башҡарған йырҙарҙы билдәле йырсылар үҙ репертуарына алған. Азамат Тимеров, Лилиә Ишемйәрова, Рауил Харрасов, Гөлсөм Бикбулатова башҡарыуында улар һаман да радио аша яңғырап тора. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төркөмдөң фотоларын да таба алманыҡ, йыр яҙмалары ла һаҡланмаған. Шулай ҙа күптәр уларҙың барлығын белә, хәтерләй һәм һаман да ярата. Күңелгә уйылған йырҙар онотолмай бит ул...

 

СИТТӘ ТОРОП ҠАЛМАҒЫҘ!!!

22 ноябрҙә Өфөлә Республика халыҡ ижады үҙәгенең “Атайсал” мәҙәни үҙәгенең майҙанында "Дәрүиш рухы" тип исемләнгән тәүге рок-фестиваль уҙасаҡ.

Сағыу, үҙенсәлекле тамашаның тәү маҡсаты – башҡорт рок-музыкаһы менән таныштырыу, уны популярлаштырыу һәм, әлбиттә, рок музыкаһын һөйөүселәрҙе берләштереү.

Фестивалдең программаһы ла бай: ҡунаҡтарҙы ҡатнашыусы рок-төркөмдәрҙең сығыштары көтә! Бынан тыш, теләге булғандар музыка индустрияһы белгестәре һәм музыканттарҙан оҫталыҡ дәрестәре алыу, музыка ҡоралдары һәм ҡорамалдары менән яҡындан танышыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Фестивалде Республика халыҡ ижады үҙәге булышлығы менән 2024 йылда Йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге проекттарға терәк күрһәтеү өсөн үленгән Башҡортостан башлығы грантына «Рух» мәҙәниәтте, туризмды һәм милли йолаларҙы үҫтереү ойошмаһы үткәрә.

Рок-фестиваль 22 ноябрҙә Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 17 йорт адресы буйынса “Атайсал” мәҙәни үҙәгендә уҙасаҡ. 17:00 сәғәттә башлана.

 

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: