Уның булмышына ла, талантына ла тыуған ере Белореттың үҙенсәлекле матурлығы һеңгән: Инйәрҙәй саф моңло тауышы, ҡуйы урмандарҙай серлелеге, һылыу ҡарағайҙай һомғоллоғо, бейек тауҙарҙай ғорурлығы менән арбай. Үтә әүҙем ижади тормош алып бармаһа ла, йырсы Нәркәс СИРАЖЕТДИНОВА тамашасыларға үҙен оноторға юл ҡуймай: яңы йырҙар сығара, концерттарҙа, төрлө тапшырыуҙа ҡатнаша. Һирәк, әммә берәгәйле уның йырлы емештәре: “Йөрәгемдә һайрай һандуғас", "Әсә көтә улын", "Ямғыр", "Һағыныу", "Ҡайтып күрен" һәм башҡалар – уларҙың барыһы ла хит булып таныла. Һәм, ниһайәт, ижад юлын башлауға 25 йыл тулыу уңайынан, Нәркәс үҙ тамашасыларына оло бүләк әҙерләне: 7 ноябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында уның тәүге концерты үтәсәк. Ошо айҡанлы беҙ уның менән осрашып, әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Нәркәс, бындай концерт ойоштороу күптәнге хыялың инеме әллә тамашасылар һорауы буйынса әҙерләргә булдыңмы?
– Күптән хыялланған, уйланған эш ул. Һәр йырсы мөмкин тиклем үҙ концертын ойошторорға тейеш. Әле бына әҙерләнә башлағас, архивымды ҡарап ултырам да, ун йыл элек үк филармония залын һөйләшеп, әҙерлек эштәре алып барғанмын. Һәм шул ваҡытта бәләкәй ҡыҙыма ауырға ҡалып, декрет ялына китергә тура килде. Аҙаҡ инде әсәйем ауырып китте. Уны тәрбиәләнем, балаларҙы аяҡҡа баҫтырҙым — ваҡыт үткән дә киткән. Ҡабат Өфө сәхнәһенә ынтылмай торҙом, бары тик 2017 йылда тыуған ауылым Инйәрҙә концертым үтте. Ул хәйриә маҡсатында ойошторолдо — йыйылған аҡсаны ярҙам йөҙөнән инвалид егеттәр Рөстәм Хөсәйенов һәм Рөстәм Абдуллинға тапшырҙым.
Концертымды тамашасылар ҙа көтә. Күптәр йөҙөмә бәреп: «Ниңә концерт эшләмәйһең?» – тип һорай. Ойоштороу эшенең ауырлығын, мәшәҡәтен һәр кемгә һөйләп булмай бит. Шулай ҙа уйланып йөрөй торғас, быйыл батырсылыҡ иттем. Ҡыҙыҡлы, матур эстрада концерты буласаҡ ул. Ижад юлымдағы «иң-иң» йырҙар программаға инде, шулай уҡ махсус рәүештә яңыларын да яҙҙырҙым.
– Бөгөн һин – танылыу яулаған йырсы, күптәрҙең кумиры. Ә бына тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡҡаныңды иҫләйһеңме?
– Мин бит Инйәр мәктәбенең рус класында уҡыным. Шуғалыр, тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡҡанда ла – Уңыш байрамында – рус халыҡ йырын башҡарҙым. Уҡытыусым шул ваҡыттан алып ансамблгә солист итеп ҡуя башланы. Аҙаҡ инде ауылдағы музыка мәктәбенә йөрөнөм, клуб сәхнәһендә йырларға керештем. Шулай ҙа тәүге моң күңелемә мөнәжәттәр, доғалар менән һалынды. Әсәйем бала тапҡандан һуң оҙаҡ та үтмәй эшкә сыҡҡас, мине бер оло ғына инәй ҡараны. Исемен хәтерләмәйем, ә бына доға, мөнәжәт көйләп әйткәне, артынан үҙемдең ҡабатлағаным хәтерҙә ҡалған.
– Музыка мәктәбен, сәнғәт училищеһының хор дирижерлығы бүлеген тамамлаған ҡыҙҙың театр факультетына уҡырға барыуына күптәр аптырап ҡалғайны...
– Мин ул ваҡытта эстрада режиссеры булырға теләй инем. Концерттар, фестивалдәр, конкурстар ойошторорға хыялландым. Әммә Өфө дәүләт сәнғәт институтында ундай бүлек юҡ, бары тик театр режиссерҙары ғына әҙерләйҙәр. Шуға миңә театр белгесенә уҡырға тура килде. Үкенмәйем, сөнки режиссерҙарға талаптар бер. Төплө белем бирҙеләр, сәхнә ҡанундарын аңлаттылар.
– Уҡый-уҡый театрға һөйөү уянманымы?
– Театрҙы бала саҡтан яратам, әммә барыбер йыр минең өсөн тәүге урында ҡалды. Шулай ҙа диплом алғас, «Башҡортостан» киностудияһына тауыш режиссеры булып эшкә урынлаштым. Эшем оҡшаны, ижади мөхитте, коллективымды яраттым. Киноның нисек төшөрөлөүен генә түгел, ә экранға сығарғанға тиклемге барлыҡ этабын өйрәндем. Етмәһә, хеҙмәттәштәрем миңә һәр ваҡыт гастролгә йөрөү, концертта ҡатнашыу мөмкинлеге бирҙеләр.
– Ә балалар менән эшләй башлауың нисек булды?
– Үҙем дә аңламай ҡалдым. Нимәһе ҡыҙыҡ: мин бит уҡытыусы булырға бөтөнләй теләмәнем. Ғүмерен ошо һөнәргә арнаған әсәйем: «Иң абруйлы эш, балалар ярата, ата-әсәләр ихтирам итә, эше йылыла – тағы нимә кәрәк? Сәнғәт – етди һөнәр түгел», – тип әллә күпме өгөтләне. «Бер ваҡытта ла уҡытыусы булмайым!» – тип әйтә инем. Әммә яҙмыш уйламағанда үҙ юлынан алып китә икән. Декретҡа сыҡҡас, Өфө районының мәҙәниәт бүлегенә эшкә урынлаштым. Булгаков ауылы мәҙәниәт йортонда балалар менән шөғөлләнергә тәҡдим иткәстәре, баш тартманым. Эш башлауыма ун йыл үтеп тә китте, балаларҙың талантын асыу, үҫтереү үҙемә лә оҡшай. Күптәренең сәнғәткә ынтылышы, таланты һәм тырышлығы бар. Минең менән шөғөлләнә башлағас, тормошон профессиональ сәнғәт менән бәйләргә теләп, өс бала – Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатына, береһе Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбенә уҡырға китте. Тәүге тапҡыр әсәһе етәкләп алып килгән, ишеккә арҡыры йәбешеп: “Инмәйем, йырламайым!” – тип торған ҡыҙҙың да күңеленә асҡыс таба алыуыма ҡыуанам. Ул бөгөнгө көндә сәнғәт институты ҡарамағындағы Урта махсус музыка мәктәбендә белем ала.
– Тамашасылар, ижадыңды яратыусылар менән аралашаһыңмы?
– Эйе, элек почта аша хаттар килә ине. «Йөрәгемдә һайрай һандуғас» йыры сыҡҡас, улар ныҡ күп булды. Әрменән бер егет: «Ауыр мәлдәрҙе шул йыр менән үткәрҙек», – тип яҙҙы. Бер ҡатын дауахананан, йәшәргә көс бирҙе, тип яҙғайны. Ғаилә парҙары, беҙҙең мөхәббәт йырыбыҙ, тип ҡунаҡтарға саҡырғаны булды. Хәҙер инде аралашыу социаль селтәрҙәр аша бара. Нимәһе ҡыуаныслы, Бүрәт республикаһында үткән фестивалдә ҡатнашыуыма 20 йылдан ашыу ваҡыт үтте, шундағы сығышымды хәтерләп, йырым аша мине «Бәйләнештә» селтәрендә табып, дуҫлыҡ тәҡдим итеүселәр булды. Тимәк, бер генә сығыш менән дә күңелдәренә уйылып ҡалғанмын.
Яңыраҡ танышҡан бер ҡатын: «Минең өсөн башҡорт эстрадаһы 2000 йылдар менән күҙ алдына килә. Һин, Рөстәм Ғиззәтуллин, Заһир Байыҡ, «Шау-шоу», «Араз» төркөмдәре. Сағыу, матур булып иҫтә ҡалдығыҙ, һеҙҙе алыштырырҙай кеше юҡ», – тигәйне. Ысынлап та, беҙҙең быуындың ижадында ниндәйҙер үҙенсәлек барҙыр ул: халыҡ хәтерендә ҡалдыҡ.
– Үҙеңдең кумирҙарың тип кемде атар инең?
– Рус мөхитендә үҫкән кеше булыуымды әйткәйнем бит инде. Башҡорт эстрадаһы менән «Дәрүиш» төркөмө ижады аша таныштым. Улар минең өсөн асыш ине. Иң тәүҙә, беҙҙә лә шундай йырҙар бар икән, тигән уй тыуҙы. Әлбиттә, уларҙы заманында аңламаусылар ҙа булды, йыр текстарын күп тәнҡитләнеләр. Әммә «Дәрүиш» инструменталь биҙәлеш менән алдырҙы. Инде нисә йыл үтте, әммә һаман уларҙы алыштырырҙай төркөм юҡ.
Аҙаҡ, музыка мәктәбендә уҡый башлағас, классиктарҙан Иҙрис Ғәзиевтың ижадына ғашиҡ булдым. Уның асыҡ, ювелир башҡарыу манераһы, ихласлығы оҡшай. Ә хәҙерге йәштәр араһынан «Ҡараташ» төркөмөнөң ижадын үҙ итәм. Әйткәндәй, улар минең концертымда ла сығыш яһаясаҡ.
– Ғаиләң менән дә таныштырып үт әле. Күп бала әсәһе булыу оло яуаплылыҡ та бит әле...
– Ирем Илгиз – һөнәре буйынса хоҡуҡ белгесе. Студент йылдарында уҡ танышып, дуҫлашып йөрөнөк. Ижади ғаиләлә үҫкәнгәлер (ҡайным Рауил Ҡотопов – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ғүмере буйы Ҡыйғы халыҡ театрында уйнаны, спектаклдәр ҡуйҙы), эшемде, сәнғәткә ынтылышымды ҡабул итә, йыр минең өсөн мөһим икәнен аңлай. Үҙе лә гитарала уйнай, йырға һәләте бар.
Үҙем яңғыҙ үҫкәнгә күрә, һәр ваҡыт ҙур ғаилә тураһында хыялландым. Балаларымдың өсөһөндә лә йыр-моңға һәләт, зауыҡ бар. Бала саҡта концерт ҡарағанда башҡарыусы яңылышһа, тәнҡитләп ултыра торғайнылар. Әммә береһе лә сәнғәт юлынан китергә теләмәй. Өлкән улым Ильяс гитарала уйнай, быйыл «Ҡош юлы. Балалар» конкурсында 2-се урын яуланы. Ә Илһамыбыҙ спортҡа тартыла, бокс менән шөғөлләнә. Ҡыҙым Мәликә миңә йырларға йөрөй, һүрәт төшөрөргә ярата.
– Ижад юлы гел генә уңыштарҙан, еңеүҙәрҙән тормай. Яҙмыш һиңә лә һынауҙарҙы мулдан биргән. Ә бына шуларҙан һуң да туҡтамаҫҡа, сәхнәгә сығырға көстө ҡайҙан алаһың?
– Мин йырҙан башҡа йәшәй алмайым. Мәжбүри рәүештә ижадтан ситләшеп торғанда ла, күңелем менән йырлай инем. Балалар бәләкәй, әсәй ауырый, ирем эштә, йорт мәшәҡәттәре күп – өлгөрә алмай өҙгөләндем. Әммә шул ваҡытта ла туҡтай алманым, йырҙар яҙҙырҙым, саҡырһалар, концерттарҙа ҡатнаштым... Йыр ул – күңелемә рәхәтлек биргән берҙән-бер шөғөл, йәшәү мәғәнәһе. Сығымдар күп булыуы ла ҡурҡытмай. Аллаһы Тәғәлә талант биреп тә, уны файҙаланмайһың икән, тимәк, үҙ-үҙеңә хыянат итәһең. Шуға мин дә, ауырлығына ла, рәхәтенә лә ҡарамай, үҙ юлымдан барырға тейеш.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Нәркәс. Аллаһ бирһә, тамашасылар көтөп алған концертың уңышлы үтһен!
Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.