Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
14 Декабрь 2022, 21:19

Башҡорт теле көнөндә Өфөлә «Ижади майҙан» үтте

Башҡорт теле көнөндә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған «Ижади майҙан»  сараһы уҙҙы. Ул Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына арналып, республикабыҙҙың баш ҡалаһы йәмәғәтселегенә йүнәлтелде.

Башҡорт теле көнөндә Өфөлә «Ижади майҙан» үтте
Башҡорт теле көнөндә Өфөлә «Ижади майҙан» үтте

Йыл дауамында үҙ эшенең оҫталары – республиканың сәнғәт, мәҙәниәт, мәғариф эшмәкәрҙәре хеҙмәттәштәре, фекерҙәштәре, райондарҙағы ижади кешеләр (үҙешмәкәр театрҙарҙың етәкселәре, режиссерҙар, сценаристар, видеографтар, рәссамдар, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе белгестәре, йәмәғәтселек вәкилдәре) менән осрашты. Булат Йосопов, Хөрмәтулла Үтәшев, Лариса Абдуллина, Зөһрә Бураҡаева, Йәлил Сөләймәнов, Руслан Биккинин, Эльвира Байназарова, Рәйсә Күзбәкова, Эльбрус Ниғмәтуллин кеүек билдәле шәхестәр майҙансыҡтарҙың даими сығыш яһаусылары булды.

Республиканың барлыҡ район-ҡалаларында ете комплекслы сара ойошторолдо, уларҙа 2,5 мең самаһы кеше ҡатнашты. Дыуан районында һәм Салауат ҡалаһында осрашыуҙар күп булды: 11 майҙансыҡта – өс йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы.

Өфө халҡы өсөн биш майҙансыҡ эше ойошторолдо. Уға ярашлы, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылы йүнәлештәре буйынса семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр үткәрелде.

«Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәйсә Күзбәкова һәм уның хеҙмәттәштәре «Урал батыр мәктәбе» майҙансығында етәкселәр, директорҙарҙың уҡыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫарҙары, мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү ойошмалары методистары, башҡорт теле уҡытыусылары өсөн «Урал батыр мәктәптәре» программаһының презентацияһын үткәрҙе, шулай уҡ уны тормошҡа ашырыу буйынса тәжрибә уртаҡлашты.

«Ижади майҙан»ға ярашлы, башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм әүҙем кешеләре менән осрашыу үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайҙары етәкселәре, башҡорт ырыуҙары рәйестәре һәм ағзалары, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһының көнүҙәк йүнәлештәре, Өфө башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлеге, башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен һаҡлау буйынса йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеге буйынса мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

– Республика ҡалалары мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһе, һис шикһеҙ, ата-әсәләр менән берлектә хәл ителергә тейеш. Миҫалға Салауат ҡалаһын алайыҡ. Ата-әсәләр теләк белдергән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән, «юл картаһын» әҙерләгән һәм телде уҡытыуҙы яйға һалған. Был ҡалала «Ижади майҙан» проектын үткәреү барышында етәкселектең башҡорт мөхитенә, теленә һәм уларға бәйле проблемаларға бик иғтибарлы ҡарауын күрҙек, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова осрашыу барышында.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: