Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
24 Ноябрь 2022, 16:26

Милли китапханала китап ҡомартҡыларын һанлаштырыу дауам итә

Баш ҡалабыҙҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана 2019 йылдан башлап китап ҡомартҡыларын һанлаштырыу буйынса «Һанлы мәҙәниәт» төбәк проектын бойомға ашыра.  

Милли китапханала китап ҡомартҡыларын һанлаштырыу дауам итә
Милли китапханала китап ҡомартҡыларын һанлаштырыу дауам итә

Әлеге ваҡытта ҡулъяҙмалар һәм һирәк осрай торған баҫмалар бүлеге фондынан 535 берәмек китап ҡомартҡыһы һанлы форматҡа күсерелгән. Тәҡдим ителгән бөтә баҫмалар ҙа юғары рухи һәм матди ҡиммәткә эйә, айырыуса тарихи, фәнни һәм мәҙәни әһәмиәткә эйә.

Һанлаштырылған баҫмалар «Башҡортостан Республикаһының милли электрон китапханаһы» сайтында http://ebook.bashnl.ru/ урынлаштырылған.

«Мәҙәниәт» милли проекты дауам итә. 2022 йылдың аҙағына тиклем ҡулъяҙмалар һәм һирәк осрай торған баҫмалар бүлеге фондынан 20 китап ҡомартҡыһын һанлаштырыу күҙаллана, уларҙың 100-ө «Башҡортостан Республикаһының милли электрон китапханаһы» сайтында урынлаштырылған да инде.

 

 Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: