Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
17 Ноябрь 2022, 16:00

Күгиҙелдә шәл байрамы ойошторолған

Баймаҡ районының Күгиҙел ауылында «Аҡ шәлдәрем – минең иңдәремдә» тигән бик матур сара үткән. Уны  ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары һәм оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар ойошторған.

Күгиҙелдә шәл байрамы ойошторолған
Күгиҙелдә шәл байрамы ойошторолған

Был сара  кәзә дебетен тарағандан алып шәл булғансы ниндәй юл үткәнен йәш быуынға  күрһәтеү маҡсатында уҙғарылған. Бында йыйылған шәл оҫталары эш нескәлектәре менән бүлешкән. Матур байрам барышында дебеттән бәйләнгән ҡул эштәренән һәм кәзә һөтөнән әҙерләнгән ашамлыҡтарҙан торған күргәҙмә лә ҡуйылған. Сара йыр-моңһоҙ ҙа үтмәгән, шәлгә арналған шиғырҙар ҙа яңғыраған. Был хаҡта «Күгиҙел ауыл китапханаһы» төркөмө хәбәр итә.

 

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: