Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
30 Октябрь 2022, 15:00

11 ноябргә тиклем «Ҡорама туй» фестивале эштәрен күреп ҡалығыҙ!

Беҙҙең төркөмдө күҙәтеп барыусылар араһында ҡорама ҡораусылар бармы? Борон-борондан килгән бик мауыҡтырғыс шөғөл менән булышыусылар «Ҡорама туй» фестиваль-конкурсын барып күрә ала. Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһында Өфө, Бәләбәй, Нефтекама, Салауат, Октябрский, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Баймаҡ, Әлшәй, Белорет, Бөрйән һәм Өфө районы оҫталарының эштәре ҡуйылған.

11 ноябргә тиклем «Ҡорама туй» фестивале эштәрен  күреп ҡалығыҙ!
11 ноябргә тиклем «Ҡорама туй» фестивале эштәрен күреп ҡалығыҙ!

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, һайлап алыу туры ғинуарҙан сентябргә тиклем ҡала һәм райондарҙа үткәйне.  Был проект халҡыбыҙ йолаларын һаҡлау һәм тергеҙеү, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли мәҙәни мираҫын пропагандалау маҡсатында үткәрелә. Уны республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы һәм республика халыҡ ижады ойоштора. Фестиваль 11 ноябргә тиклем дауам итәсәк, күрмәй ҡалмағыҙ.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: