Байрамда Дыуан-Мәсетле, Иҫке Мишәр, Йонос, Әбдрәхим, Айып, Яуыш, Ләмәҙтамаҡ, Тайыш, Аҙанғол ауылдарының ҡорот эшләү оҫталары, фольклор коллективтар ҡатнашҡан. Оҫталыҡ дәрестәре, һатыу-күргәҙмә лә ойошторолған.
– Фольклор коллективтарының һәм һәүәҫкәр артистарҙың сығышы барыһына ла хуш килде. Байрам һуңында ҡорот эшләү оҫталарына Мәсетле районы ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марат Әхмәтшин рәхмәт хаттары тапшырҙы. Иң оҫта ҡорот эшләү оҫталары билдәләнде. Уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, – тип хәбәр итәләр «Яңы Мишәр ауылы мәҙәниәт йорто» төркөмөндә.
Һай, афариндар! Ә һеҙҙең яҡтарҙа ошондай байрамдар үткәреләме? Уҙғарылһа, беҙгә хәбәр итегеҙ.
Фото: Т. АМАНОВ.