Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
5 Октябрь 2022, 18:13

Әминә Шафиҡова ҡыуаныслы яңылыҡ менән бүлешә

Уҡытыусылар көнөндә ике педагог федераль премияға лайыҡ булған.

Әминә Шафиҡова ҡыуаныслы яңылыҡ менән бүлешә
Әминә Шафиҡова ҡыуаныслы яңылыҡ менән бүлешә

– Рәсәй Федерацияһы Президенты Указын тормошҡа ашырыу маҡсатында, беҙҙең илдә тәүге тапҡыр педагогик эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары өсөн иң яҡшы балалар сәнғәт мәктәптәре,  һөнәри белем биреү ойошмалары һәм юғары белем биреү ойошмалары уҡытыусыларына премия биреүгә конкурс үткәрелде. Музыка сәнғәте өлкәһендә 150 кеше иң яҡшыһы тип табылды. Улар араһында урта махсус музыка колледжы уҡытыусыһы Валентина  Старикова һәм Стәрлетамаҡтағы балалар сәнғәт мәктәбенән Галина Чижова  ла бар.

Балалар сәнғәт мәктәптәре уҡытыусыларына йыл һайын – 500-әр мең һумлыҡ 100 премия, профессиональ һәм юғары белем биреү учреждениелары уҡытыусыларына 1-шәр миллион һумлыҡ 50 премия ҡаралған. Хеҙмәттәштәребеҙҙе,  Башҡортостандың  педагогик берләшмәһе вәкилдәрен оло ғорурлыҡ менән юғары һөнәри ҡаҙанышҡа ирешеүҙәре менән ҡотлайым, – тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә  республикабыҙҙың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Әминә Шафиҡова ҡыуаныслы яңылыҡ менән бүлешә
Әминә Шафиҡова ҡыуаныслы яңылыҡ менән бүлешә
Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: