Мәҙәниәт һәм сәнғәт
27 Сентября 2022, 12:00

«Педагогик һәм хеҙмәт династиялары шәжәрәләре» конкурсы башлана

Республикабыҙҙың архив эштәре буйынса идаралығы «Педагогик һәм хеҙмәт династиялары шәжәрәләре»  темаһына VI асыҡ республика ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсын үткәрә. Ул 1 октябрҙән алдағы йылдың 27 мартына тиклем барасаҡ.

«Педагогик һәм хеҙмәт династиялары шәжәрәләре» конкурсы башлана«Педагогик һәм хеҙмәт династиялары шәжәрәләре» конкурсы башлана
«Педагогик һәм хеҙмәт династиялары шәжәрәләре» конкурсы башлана

Конкурстың маҡсаты һәм бурысы – йәш быуындың республика һәм ил тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу; уҡыусыларҙың, студенттарҙың һәм йәштәрҙең ырыу тарихын өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, илһөйәрлек, Ватанға, тарихи, хәрби һәм мәҙәни мираҫҡа һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү; йәштәрҙе ғилми-тикшеренеү эшенә йәлеп итеү.
Конкурс  «Яҡташтарым – билдәле уҡытыусылар»; «Оҫталар – үҙ эшенең оҫталары»; «Тыуған яғыбыҙҙың хеҙмәт династиялары (видеоклип)» номинациялары буйынса үткәрелә.

Ғаризалар һәм ғилми-тикшеренеү эштәре 1 октябрҙән 2023 йылдың 1 февраленә тиклем urakaeva.aa@bashkortostan.ru электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән архив эштәре буйынса идаралыҡ сайтында танышырға була.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.


Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас