Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
21 Сентябрь 2022, 20:30

Оҫта һүрәт төшөрөүселәр ҡатнашырға саҡырыла

9 сентябрҙән 21 октябргә тиклем «Тере бумала» республика һүрәттәр конкурсы уҙасаҡ. Ул Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы уңайынан художестволы ижад өлкәһендә һәләтле йәштәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү маҡсатында ойошторола.

Оҫта һүрәт төшөрөүселәр ҡатнашырға саҡырыла
Оҫта һүрәт төшөрөүселәр ҡатнашырға саҡырыла

Бәйге номинациялары:

– «Заманса авангард рәсем сәнғәте» номинацияһында ҡатнашыусылар төрлө һынлы сәнғәт техникаһында (акварель, гуашь, майлы буяу, акрил) картиналар, һүрәттәр тәҡдим итә. Конкурсҡа тәҡдим ителгән әҫәрҙәр авторҙыҡы булырға, башҡа рәссамдарҙың күсермәләре булмаҫҡа тейеш.

– «Оҫта аҙымдары буйлап». Конкурста ҡатнашыусылар билдәле рәссамдарҙың картиналары күсермәһен тәҡдим итә. Рәсемде  төрлө техникала (акварель, гуашь, майлы буяу), графикала (ҡәләм, күмер) төшөрөргә мөмкин.

– «Үҙ һөнәренең оҫтаһы». Конкурста ҡатнашыусылар биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса эштәрен тәҡдим итә. Уларҙы ағастан, металдан, туҡыманан һәм башҡа әйберҙәрҙән яһарға була.

Ғаризалар һәм конкурс эштәре 21 октябргә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: г. Уфа, ул. Шафиева, д. 28, Республиканский центр культуры учащейся молодежи. 

Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса алырға мөмкин.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: