Мәҙәниәт һәм сәнғәт
16 Сентябрь 2022, 11:07

Беҙҙең оркестр Дәүләт Кремль һарайы сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ!

Республикабыҙҙың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры художество етәксеһе һәм баш дирижеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Линар Дәүләтбаев етәкселегендә  Рәсәй Милли оркестрҙар фестивалендә ҡатнашасаҡ.         

Беҙҙең оркестр Дәүләт Кремль һарайы сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ!Беҙҙең оркестр Дәүләт Кремль һарайы сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ!
Беҙҙең оркестр Дәүләт Кремль һарайы сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ!

Был мәҙәни форум беренсе тапҡыр үткәрелә һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылының төп ваҡиғаларының береһе буласаҡ. Ул 18 сентябрҙә уҙасаҡ. Кремль сәхнәһендә Рәсәйҙең 15 төбәгенән музыка коллективтары сығыш яһай. Фестивалде  Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Фридрих Липстың хәйриә фонды ойоштора.

Әйткәндәй, республикабыҙҙың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры - сағыштырмаса йәш коллектив. Үткән йылдың октябрендә ул үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын билдәләгәйне.

Ошо ваҡыт эсендә оркестр республика ғына түгел, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәре, алыҫ һәм яҡын сит илдәр тыңлаусыларының йөрәген яулап, Рәсәйҙең иң яҡшы коллективтары иҫәбенә инергә өлгөрҙө.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас