Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
16 Апрель 2022, 09:30

Тарихи-мәҙәни үҙәктәр телде өйрәнергә мөмкинлек бирә

Милли кейем көнөнә ярашлы, Силәбелә Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең презентацияһы үтте. Уны Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге ярҙамында Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторҙо.

Тарихи-мәҙәни үҙәктәр телде өйрәнергә мөмкинлек бирә
Тарихи-мәҙәни үҙәктәр телде өйрәнергә мөмкинлек бирә

Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре Рәсәй Федерацияһы субъекттарында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың указы буйынса ойошторола, тип билдәләне Әминә Шафиҡова, сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. Бөгөнгө көндә бындай учреждениелар 6 төбәктә эшләй.

- Тарихи-мәҙәни үҙәктәр башҡорт халҡына туған мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлап ҡалырға, телде өйрәнергә мөмкинлек бирә һәм шарттар булдыра. Күмәк көс менән йәлеп итеү нөктәһен булдырған Силәбе йәмәғәтселегенә һәм үҙәк белгестәренә айырым рәхмәт, –  тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Әминә Шафиҡова.

Силәбе өлкәһенең мәҙәниәт министры Алексей Бетехтин төбәктә 150-нән ашыу милләт йәшәүен билдәләне. Губернатор һәм өлкә Хөкүмәте милли мәҙәниәттәрҙе һаҡлауға ярҙам күрһәтә.

– Силәбе өлкәһендә милли-мәҙәни саралар уҙғарыла. Иң ҙурҙары – “Һабантуй” һәм “Рәсүл уҡыуҙары”. Мәҙәни өлкәлә төбәктәребеҙ араһында хеҙмәттәшлек шулай уҡ  дауам итәсәк, –  тип билдәләне ул. Республикабыҙҙың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфирә Байымова һүҙҙәренсә, төбәктә 15 башҡорт йәмәғәт берләшмәһе әүҙем эшләй, улар төрлө йүнәлештәрҙе үҫтерә.

Әлеге ваҡытта 31 мәктәптә һәм 19 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында башҡорт телен өйрәнеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Башҡорт телен өйрәнергә теләгән барлыҡ  балалар ҙа уҡый. Яңыраҡ Миәстән төньяҡ-көнсығыш Башҡортостанға туристик маршрут әҙерләү тәҡдиме индерелде. Тарихи-мәҙәни үҙәк башҡорт халҡының мәҙәниәтен үҫтерергә әҙер булғандарҙың һәммәһен дә берләштерер, тип ышанам, - тине Әлфир Байымов.

Сара барышында Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең Мәҙәниәт министрлыҡтары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөлдө. Документтарға Әминә Шафиҡова һәм Алексей Бетехтин ҡул ҡуйҙы.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: