Бөтә яңылыҡтар

“Ауырлыҡтар мине сәмләндерә...”

Бәләкәй генә буйлы, сибек кәүҙәле был ҡатындың рухи көсөнә хайран ҡалырлыҡ. Йырсы, “Туған тел” телеканалының алып барыусыһы Альбина КИЛДЕЙӘРОВА тураһында һүҙебеҙ.

Уны тормош тыуғандан алып һынай кеүек: бала тапҡан ике ҡатындың сабыйҙарын табиптар яңылышлыҡ менән бутай. Быны ата-әсәләр байтаҡ ваҡыт үткәс кенә һиҙеп ҡала һәм уларҙы алмаштырып ала. Был тарихты Альбинаның ижадын һәм тормошон күҙәтеп барған һәр тамашасы белә, уны, бәлки, ҡабатлап тороу ҙа кәрәкмәйҙер. Әммә әңгәмәбеҙ барыбер ошо турала һөйләшеүҙән башланып китте.



– Альбина, ошо тарихтың һинең тормошҡа йоғонтоһо булдымы? Бөгөнгө күҙлектән уны нисек ҡабул итәһең?

– Эйе, ҡайһы ваҡыт күңелдә ниндәйҙер юшҡын торған кеүек тойғо була. Ғәҙәти хәл түгел бит. Ҡайҙа барһам да, кем менән һөйләшһәм дә шул турала һорашалар. Был тарих беҙҙе ғү­мер буйы оҙата килә. Ә мөнә­сәбәттәргә килгәндә, барыһы ла һәйбәт. Үҙ ата-әсәйем менән дә, күкрәк һөтө менән үҫтергән күрше апайҙы ла яҡын күрәм. Улар ҙа мине ярата. Алмаштыр­ған ҡыҙ Гөлгөнә лә миңә сит түгел. Ул уҡытыусы һөнәрен һайланы, балаларға инглиз телен өйрәтә. Әйткәндәй, ул исем тәүҙә минеке булған. Бала­ларҙың яңылышлыҡ менән алмашынғанын белгәс, беҙҙе кире алмаштырғандар бит инде. Ә документтар шул килеш ҡалған. Мин үҙ исемемде уға биреп, үҙем уныҡын алып, Альбина булып киткәнмен. Нин­дәйҙер күңел яраһы булып ҡалманы был ваҡиға. Балалыҡ менән үтеп киткәндер ул. Ә бына әсәй кешеләргә ныҡ ауыр булғандыр.

– Һин үҙ яҙмышыңдың тағы ла бер боролошон ҡурҡмайынса социаль селтәрҙәге яҙылыусы­ларың хөкөмөнә сығарҙың. Хатта Татарстан телеви­дениеһының “Асыҡтан-асыҡ” тапшырыуында ҡатнашып, ғаиләң емерелеүе тураһында һөйләй алдың. Күңелеңде бар халыҡҡа асып биреү ҡурҡыт­маймы?

– Минең кеүек яңылышҡандар булмаһын ине, тигән теләк менән барҙым был аҙымға. Кешегә беҙ ныҡ ышанабыҙ. Ә алда нимә көткәнен берәү ҙә белмәй. Яҡты хыялдар менән кейәүгә сыҡһаң да, ир – ул ят, сит кеше икән, бер туғаның түгел. Хәйер, хәҙерге заманда туғандар ҙа мөлкәт өсөн дошманлашып бөтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин быны һуңлап аңланым. Башҡа­лар минең хатаны ҡабатлама­һын ине. Айырылышҡандан һуң, мин ысын мәғәнәһендә урамда тороп ҡалдым. Туғыҙ йыл буйы бергә эшләп, йәшәп йыйған мөлкәт уныҡы ғына булып сыҡты. Судта: “Ул эшләмәне, минең елкәлә ятты”, – тип тороуҙары шаңҡытты. Тәүҙә иланым, рәнйенем, аҙаҡ тынысландым. Хәйер булһын, тип йыуатам үҙемде. Тынысланыуға нимә ярҙам итте, беләһегеҙме? Һаҡлап ҡына тотҡан туй күлдәгемде сүп-сар һауытына быраҡтыр­ҙым.

Ә кешеләр был асыҡлыҡты аңлап ҡабул итәме, әллә юҡмы – был турала уйламаным. Шулай ҙа тапшырыуҙы ҡараған кеше­ләр миңә теләктәшлек белдереп, рәхмәт әйтеп күп кенә хат яҙҙы. Үҙ яҙмыштарын бәйән итеүселәр ҙә булды.

– Ә уға тиклем туй күлдәген ни өсөн һаҡлай инең? Ҡабат ҡауышһаҡ, тигән уй тотоп килдеме?

– Тамашасылар беҙҙе гел бергә күреп өйрәнгәнгәме, һәр ваҡыт йыуатҡан кеүек: “Ғаиләлә төрлө хәл була, ваҡыт үтеү менән аралар яйланыр. Һеҙ бергә булырға тейешһегеҙ...” – тигән хәбәр яҙалар ине. Ә мин кирегә юл юҡ икәнен аңлай инем. Киткәнгә тиклем бик оҙаҡ уйландым, барыһын да күңел бизмәненә һалып үлсәнем. Һәм мәңгелеккә тип айырылдым. Арабыҙҙа күңел йылылығы ҡалмағайны, һөйләшер һүҙҙәр ҙә юҡ ине. Бала булһа, бәлки, бүтәнсәрәк булыр ине, кем белә. Әммә Хоҙай беҙҙе был бәхеттән мәхрүм итте.

– Ир-егеттәргә күңелең ҡатманымы? Ҡабат ғаилә ҡорорға теләгең бармы?

– Ғаилә тормошонан, ир-егеттәрҙән ваз кистем, тип әйтә алмайым. Әммә был мәсьәләлә бик һаҡмын. Бер ауыҙың бешһә, һалҡын ҡатыҡты ла өрөп ҡаба­һың, тиҙәр бит. Танышырға телә­гәндәрҙе энә күҙәүенән үт­кәрәм һәм аҙ ғына шик тыу­ҙырған холҡо күренһә лә, артабан аралашыу теләге һүнә. Әлбиттә, кеше донъяла парлы булып, ғаилә ҡороп йәшәргә тейеш. Мин дә киләсәктә үҙ кешемде осратырмын, тигән өмөт менән йәшәйем.

– Ауырлыҡтар, һынауҙар булғанда күңелең төшәме? Ҡабат үҙ хәлеңә ҡайтырға нимә ярҙам итә?

– Әлбиттә, була, депрессияға ла биреләм. Тик ул күңел торошо оҙаҡҡа бармай, үҙемде тиҙ генә ҡулға алырға тырышам. Ауыр­лыҡтар мине сәмләндереп кенә ебәрә шикелле, артабан тағы нығыраҡ тырышып эшкә тотонам. Аллаға шөкөр, ата-әсәйем иҫән-һау, туғандарым, дуҫтарым бар. Йырҙарымды яратыусылар матур, йылы теләктәре, маҡтау һүҙҙәре, кәңәштәре менән ярҙам итеп тора. Ситтән ҡараусыларға беҙҙең, артистарҙың, тормошо матур күренә. Сөнки сәхнәгә матур итеп сығып йырлайбыҙ, гәзит-журналдарҙа йылмайыулы фотолар сыға. Ә ниндәй ауырлыҡтар менән уңышҡа өлгәшеүебеҙ хаҡында уйлап та бирмәйҙәр. Ярты йыл тирәһе Мәскәүҙә вахта ысулы менән эшләп алдым. Ул бит буштан ғына булманы. Бөгөн миңә финанс мәсьәләләрҙе хәл итеүе ауыр. Пандемия, даими эш уры­ны булмауы, бер-бер артлы концерттар өҙөлөүе, халыҡ ауы­рыуҙан ҡурҡып өйөнә бикләнеүе – барыһы ла бер юлы килеп өйөлгән кеүек булды. Уға тиклем дә минең хәлем шәптән түгел ине: айырылыу тарихын һөйлә­нем бит инде. Һәм ошо ауыр­лыҡтарҙы миңә ипотека кредиты менән ҡаршы алырға тура килде: торлаҡ һатып алғайным. Етмәһә, ижадты үҫтереү өсөн дә сығымдар талап ителә: яңы йырҙар яҙҙырырға, клиптар төшөрөргә, сәхнә костюмдарын яңыртырға кәрәк.

– Эштән ҡурҡып тормай­һың, тимәк?

– Юҡ. Ҡулымдан килерҙәй эшкә ҡурҡмай тотонам. Үҙҡур­салау режимы башланып, бер ай өйҙә аптыранып, илаулап ул­тыр­ҙым да, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләй башланым. Пандемия башланһа ла, халыҡ икмәк ашауҙан туҡтамай бит. Көн дә кәрәкле ризыҡ. Шулай итеп икмәк заводына эшкә урынлаштым.

– Уңғанлыҡ тураһында һүҙ сыҡҡас, тағы ла бер талантың тураһында һорашмай булдыра алмайым. Һин бик оҫта тегәһең дә...

– Был һәләт миңә Фатима өләсәйемдән күскәндер ул. Ул ауылдың оҫта тегенсеһе булған. Ҡыҙыҡһыныу электән булды, ҡурсаҡтарыма күлдәктәр тегә инем. Ә сәхнәгә сыға башлағас, минең алда проблема барлыҡҡа килде: буйға бәләкәй булғас, килешле күлдәктәр таба алманым. Уйланым-уйланым да, оҫталыҡ­ты арттырыу өсөн бер айлыҡ курстарҙы уҡып сыҡтым. Сөнки дөрөҫ итеп үлсәм алырға ла, тауарҙы бесергә лә, уның үҙенсәлеген белергә лә кәрәк. Һәм теген машинаһы һатып алдым да рәхәтләнеп тегә башланым. Тиҙ ҙә, арзанлы ла, килешле лә. Минең сәхнә костюмдарын күреп, башҡа йырсылар ҙа мөрәжәғәт итә башланы. Күл­дәк кенә түгел, костюм-салбар­ҙар, ҡышҡы һәм яҙғы пальтолар ҙа тегәм.

– Бына әле ауырлыҡтар тураһында һөйләшеп ултыр­ҙыҡ та, ә бит һин уларҙан өркөп тормай, Өфөлә үҙеңдең тәүге ҙур концертыңды эшлә­йем, тип йүгереп йөрөгән мәлең...

– Эйе, Алла бирһә, 23 мартта, “Торатау” конгресс-холында тамашасыларымды йыйып, матур концерт программаһы күрһә­тергә ниәтләйем. Дөрөҫөн әйт­кән­дә, күп тамаша ойоштороу өсөн ҙур сығым, көс талап ителә. Бында ла мине һынауҙар көтөп торған икән. Тәүҙә уны үткән йыл көҙ айында, үҙемдең тыуған көнөмдә үткәрергә ниәт­ләгәйнем. Тик пандемия сәбәп­ле, продюсер уны яҙға күсерергә тәҡдим итте. Әле әҙерлектең иң ҡыҙыу мәле. Ижадташ дуҫтарым ҡатнаша. Мотлаҡ рәүештә яңы йырҙар, дуэттар буласаҡ. Сце­нарийҙа юморға ла ҙур урын бирелгән. Концертты үҙем алып барасаҡмын.

– Социаль селтәрҙә һин тыңлаусыларың менән даими аралашып тораһың, блог алып бараһың. Уларҙан күберәк негатив киләме, әллә позитивмы?

– Позитив. Донъяла барыбер изгелек күберәк. Тик араларында ҡараға буяусы 2 – 3 кеше табыла. Депутат һөйәркәһе, тип тә яҙғандары булды хатта. Ундайҙар фэйк аккаунт асып, үҙ йөҙөн йәшереп эш итә. Иғтибар итмәҫкә өйрәндем.

– Һин үҙең дә шиғырҙар яҙаһың, уларға йырҙар ҙа ижад ителә. Ул талантың нисек асылды?

– Бер туған һеңлем фажиғәле рәүештә мәрхүмә булғас, “Ҡалды һағынырға” тигән шиғыр яҙҙым. Нурия апай Абдуллинаның көйө бар ине, ул шуға тап килде лә, йыр итеп яҙҙырҙым. Аллаһы Тәғәлә тарафынан ҡайғыны бер аҙ баҫыу өсөн бирелгән һәләт булғандыр ул. Артабан байтаҡ ҡына шиғыр ижад иттем. Тик үҙемде шағирә тип һанамайым.

– Ижадта дуҫлыҡ бармы?

– Мин, ғөмүмән, аралашыусан, ихлас кешемен. Кешеләргә ышанып барам. Шул холҡом менән күп тапҡыр үкенергә, иларға тура килде. Олораҡ артистар, донъяны күберәк күргән дуҫта­рым был йәһәттән йыйнағыраҡ булырға кәңәш итә. һаман һабаҡ алмайым. Тик был барлыҡ кеше лә насар, тигәнде аңлат­май. Оҙаҡ йылдар дауамында бер-беребеҙгә терәк булған ижадташ дуҫтарым бар. Мин яңғыҙлыҡты ауыр кисерәм. Ике көн өйҙә ултырһам да ауыр була башлай. Шуға ла һәр ваҡыт эштә, кешеләр араһындамын.

– Һинең һәр ваҡыт матур, һомғол булып ҡалыуыңдың сере нимәлә? Фитнес, диета, ма­тур­лыҡ салондары һинең иң яратҡан процедуралар исем­легенә инәме?

– Юҡ, тиһәм ышанмайҙар. Ә ысынын әйткәндә, минең әллә ниндәй процедураларға йөрөү өсөн артыҡ аҡсам да, ваҡытым да юҡ. Һомғоллоҡ өсөн өйҙә махсус ҡулса бар. Тик уның менән дөрөҫ шөғөлләнергә кәрәк: гел бер яҡҡа ғына өйрөлтһәң, эске ағзаларға зыян килә. Остеохондроз менән йонсоғас, һәр көндө иртәнсәк күнегеүҙәр эшләйем. Матурлыҡ өсөн тирегә даими рәүештә битлектәр яғам, кремдар ҡулланам. Артыҡ ҡиммәт­леләрен алмайым, күберәк бал, тоҙ һәм башҡа ҡул аҫтындағы тәбиғи продукциялар ярҙамға килә. Диетаға килгәндә, ҡара сәй эсмәйем һәм икмәк ашамаҫҡа тырышам. Ә ит, йәшелсә-емеште яратам. Аллаға шөкөр, гендар һәйбәт. Артыҡ ауырлыҡ, тиҙ ҡартайыусанлыҡ әсәйем яғында юҡ.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Альбина. Һиңә киләсәк тор­мошоңда уңыштар, ижади үрҙәр теләйбеҙ.

 

Гөлнур ЮЛДАШЕВА әңгәмәләште.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: