Ғәзим Ғәлим улы 1967 йылдың 27 февралендә Күгәрсен районы Үрге Һаҙ ауылында тыуған. Үҙҙәрендәге һигеҙ йыллыҡ мәктәптән һуң 1984 йылда ауыл Советы үҙәге Мәҡсүттәге урта мәктәпте тамамлай.
Хәрби комиссариат йүнәлтмәһе буйынса Мораҡтағы 90-сы һөнәрселек-техник училищеһендә водитель һөнәре үҙләштерә һәм 1985—1987 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәттә була. 1988-1989 уҡыу йылында Үрге Һаҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә йыр дәрестәре алып бара. Артабан 1991 йылғаса Мәләүез химия заводында автотейәгес машинисы булып эшләй.
1992 йылда Ғәзим Ильясовты Күгәрсен район мәҙәниәт йортона эшкә саҡыралар һәм шул ваҡыттан бирле уның тормошо туранан-тура сәнғәт менән бәйле. Сәхнәгә үҙешмәкәр йырсы булараҡ килеп, тәбиғәттән бирелгән моңло һәм матур тауышы, башҡарыу оҫталығы арҡаһында тиҙ арала төрлө йыр бәйгеләрендә танылыу ала.
Юбилярҙы ҡотлап, беҙ ҙә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, ижади уңыштар теләйбеҙ! Йырҙарығыҙ менән тамашасыларҙы оҙон-оҙаҡ ҡыуандырырға яҙһын!
Фото: Т. АМАНОВ.