Спектакль 2012 йылда ҡуйылғайны. Бына 10 йыл инде театр сәхнәһендә уңышлы бара, бөтә республиканы урап сыҡты, меңдәрсә тамашасыларға күрһәтелде. 2013 йылда Хөрмәтулла Үтәшев спектаклде ҡуйған өсөн Рәми Ғарипов исемендәге премия менән бүләкләнде, ә 2016 йылда ошондай уҡ премияға төп ролде башҡарыусы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһын тамамлаусы Артур Кәбиров та лайыҡ булды.
Рәми Ғарипов ролдәрен спектаклдә Артур Кәбиров менән Фирғәт Ғарипов башҡарҙы. Быйылдан Фирғәт Ғарипов Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультеты деканы итеп тәғәйенләнеүе һәм уға гастролдәргә сығыу ауыр булыу сәбәпле, шағир ролен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Ҡунаҡбаев уйнаясаҡ.
– Артур Булат Йосоповтың фильмында ла шағир ролен башҡара, актёр тулыһынса материалды, шағирҙың тормош юлын, Рәми Ғариповтың ижадын яҡшы белә, шуға спектаклдә Рәми Ғариповты кем уйнаясағына бер шик тә булманы, – тип билдәләй спектаклдең режиссеры Хөрмәтулла Ғаззали улы.
Спектакль 11 февралдә һәм 11 мартта күрһәтеләсәк. Билеттарҙы Пушкин картаһы буйынса ла алырға мөмкин.