Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
20 Ғинуар 2022, 08:59

Һарауыс эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтәсәк

Ҡул эшенә оҫталар бармы бында? Баш ҡалабыҙҙа йәшәүселәр өсөн «Оҫтабикәләр мәктәбе» һарауыс эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрәсәк.

Һарауыс эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтәсәк
Һарауыс эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтәсәк

Ул 22 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә Өфө ҡалаһы, Кустар урамы, 17-се йорт адресы буйынса уҙғарыла.  Оҫталыҡ дәресен «Селтәр» студияһы оҫтабикәһе, «Тамға» башҡорт милли кейеме оҫталарының халыҡ-ара конкурсы ҡатнашыусыһы Айгөл Вәлиева күрһәтәсәк.

Ойоштороусылар бөтә теләүселәрҙе лә ҡатнашырға саҡыра. Эш өсөн туҡыма киҫәге, йөн мулинә, көрән һәм ҡыҙыл ебәк ептәр, 3-4 сантиметрҙағы осло энә (энә күҙе лә ҙур булһын) кәрәк буласаҡ. Мулинә менән ептәрҙе дәрестә лә һатып алырға була.

 

 

Фото: Республиканский центр народного творчества РБ (vk.com).

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: