Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
30 Август 2021, 12:37

“Һәр әҫәрем яратыуҙан тыуған”

Башҡортостан һәм Татарстан Яҙыусылар берекмәләре ағзаһы Марат КӘБИРОВТЫҢ яҙмышы ошо ике республика менән ныҡлы бәйләнгән.

 Аҡтаныш районының Сураҡай ауылында тыуып, бала сағы, үҫмерлек йылдары Илеш районының Һеңрән ауылында үткән. Өфөлә юғары белем алып, ижадта ҡанат нығытып, ул бөгөн Ҡазан ҡалаһында ғүмер итә. Кемдер уны “Ағын һыу”, “Өҙгәләнә йәнем”, “Ҡатын-ҡыҙҙың йәшен һорамайҙар” һәм башҡа бик күп популяр йыр авторы, икенселәр иһә юмор оҫтаһы, өсөнсөләр уҡымлы китаптар авторы итеп белә. Татарстанда ул тәүгеләрҙән булып интернет селтәрендә WebKitap нәшриәт һәм сауҙа майҙаны аса. Яҡташыбыҙ 50 йәшлек алтын юбилейын да билдәләп үтте. Ошо уңайҙан беҙ Марат ағай менән бер аҙ әңгәмә ҡороп алырға булдыҡ.

– Яҙыусы, шағир, артист, юморист – бер Мараттағы ошо һәм башҡа таланттар нисек һыйыша?

– Бар инде ул бәхетле кешеләр... Бына беҙ бәләкәй саҡта сөгөлдөр утау була торғайны. Унда кемдер үҙенә бер биләмә ала ла, ҡарап ҡына үҫтерә. Ере – таҙа, уңышы мул була. Быйыл картуф ултыртҡанда мин дә шул юлды хуп күрҙем әле. Аҙ ғына ерҙән күберәк уңыш алыу хәйерлерәк, тип уйланым. Ысынлап та, шулай яҡшыраҡ. Биләмәң аҙыраҡ булған һайын, һин көстө нығыраҡ һалаһың. Хәҙер инде һәр бәрәңгене башынан һыйпап үҫтерәм.

Әҙәбиәттә минең улай килеп сыҡманы. Йыр текстары яҙып, һәр йырын “аяҡландырып” йөрөгән авторҙар бар. Улар һәр йырсының концертына килә, сәскә бүләк итә, бына ошо йырымды ғына йырла инде, тип үтенә. Бәлки, шулай кәрәктерҙә. Тик мин үҙ йырҙарымды улай тәрбиәләй алманым. Нисек тыуһалар – шулай үҫтеләр, ҡайһы берҙәре үлеп тә ҡалды. Юмор яғы ла шулай уҡ. Ике тиҫтә йыл буйына бөтә татар, башҡорт эстрадаһында минең ҡыҙыҡ әҫәрҙәр булды, хәҙер ҙә бар әле. Арттарынан йөрөй алманым. Юмор – йөрөмтәл жанр ул: һин бөгөн сәхнәнән һөйләйһең, яҡын арала ауыл абзыйы урыҫ знакумына һөйләй. Шунан китә инде, ҡойроғон да тота алмайһың. Петросяндың китабына ла авторы билдәһеҙ, тип минең яҙғандар ингән.

Яңы анекдот һөйләйем әле, тип үҙ әҫәрҙәремде үҙемә һөйләп киткән кешеләр ҙә булды. Үкенмәйем. Юмор шул дәрәжәлә эшләргә тейеш. Шулай эшләмәй икән, уның юморлығы бер тин. Проза мәсьәләһенә килгәндә... Мин әҙәбиәткә бик күп яңылыҡ алып килдем. Уны, бәлки, ваҡыт үтмәйенсә баһалап та булмайҙыр. Бына йырҙар, шиғри әҫәрҙәр, юмор, тип әйттек бит инде. Быларҙың барыһы ла ижадымдың өҫтәлмә өлөшө генә. Минең үҙәгем – проза. Унда үҙемде жонглер һымаҡ тоям. Бында барыһын да эшләй алам: көлдөрәм дә, илатам да, уйландырам да, фекерҙәрҙең аҫтын өҫкә лә килтерәм. Был – маҡтаныу түгел. Шатланыу. Хоҙай миңә нимәлер биргән һәм мин уны һеҙгә ҡайтарам. Ҡайтарырға тырышам. Төрлөсә килеп сыға...

– Ҡазан – Илеш – Өфө юлдарын үткәндә күңелегеҙҙә ниндәй кисерештәр ҡайнай?

– Ҡазанға күсеп килгәс: "Мине Башҡортостанда рәнйеттеләр, кәмһеттеләр, унда татарға юл бирмәйҙәр", – тигән кеүегерәк һүҙ көтөүселәр булды. Улай тип әйтә алманым. Сөнки татар йәки башҡорт ҡәләмдәштәремдең береһе лә минән танылғаныраҡ та, абруйлыраҡ та, байыраҡ та түгел ине. Быны үҙемә һоҡланып түгел, ә бер ни тиклем әрнеп әйтәм. Рәмил Ҡолдәүләт, Рәйес Түләк кеүек оло таланттар бар ине, уларҙың ҡәҙерен белмәнеләр. Һеҙҙә бөгөн Салауат Әбүзәров бар. Уның 50 йәшлек юбилей кисәһе лә үткәрелмәй ҡалды. Минең йәшлегем башҡорттар араһында үтте, был кешеләр минең күңелемә яҡын. Һәм мин уларҙың үҙ таланттарының ҡәҙерен белеүен теләйем. Милләт үҙ таланттарын күтәрергә тейеш. Халыҡ үҙ шәхестәрен күтәргәндә генә шәхестәр халыҡты күтәрә. Мин быны татарға ла, башҡортҡа ла әйтәм.

Мин йә Ҡаҙанда, йә Илештә, йә Өфөлә... Яратыуҙарым да, һағыныуҙарым да бар. Яуаплылыҡ та бар. Мин үҙемде ирекле ижадсы, тип иҫәпләйем. Ирек яуаплылыҡтан башлана.

– Биш йәшлек Мараттан 50 йәшлек Маратҡа ниндәй холоҡ-фиғел ҡалған?

– Яңыраҡ бер абзый һөйләп торҙо. Аяҡ буйындай ғына малай килде лә: "Әйҙә, утын алып ҡайтабыҙ!" – тип әйтте ти. Шунан был һушына килгәнсе мин бер шешә көмөшкәне бының кабинаһына тығып та ҡуйғанмын. Ул тейәүселәрҙе үҙе йыйып, беҙгә утын алып ҡайтҡан. Мин хәтерләгән кеүек булдым. Әсәй һыйыр һауыуҙа ине. Өләсәйем ашарға әҙерләп көтөп тормаған, ҡайтып бушатҡан арала ғына йомортҡа бешереп ҡуйҙы. Унан тағы бер хәтирә бар. Беҙ әсәй менән утын ҡырҡабыҙ. Уның минән башҡа эшкә яраҡлы кешеһе юҡ. Тыҡрыҡ буйлап күршеләргә өй һалыусы оҫталар үтеп йөрөй. Шуларҙың береһе ҡайтҡан да: "Әнүзәнең мәктәпкә лә бармаған малайы бер машина утын киҫеп бөтөрҙө, ә һеҙ бында бер нәмә лә эшләмәй ятаһыҙ!" – тип үҙенекеләрҙе пыр туҙҙырған. Өләсәй – сирле, әсәй гел эштә булғас, өйҙәге ваҡ-төйәктәрҙең барыһын да үҙем хәл итеп өйрәндем. Үҙаллы бала булып үҫтем. Ҡайһы ваҡыт эреле-ваҡлы гонаһ ҡылһам да кисерерҙәр кеүек ине. Бына мин бөгөн дә шулай. Үҙаллы бала. Теләгәнемде әйтәм, теләгәнемде эшләйем. Кисерерҙәр кеүек тойола. Кисерерҙәр... Насарлыҡ эшләмәйем, насарға әйтмәйем бит...

– Теге быуат менән был быуат ижадсыһы булараҡ, ҡайһы заман күңелегеҙгә яҡын?

– Тегенеһе минең йәшлегем бит ул. Унда минең Атнабайҙарым, Назарҙарым, Мостайҙарым бар. Унда минең йәшлек дуҫтарым Салауат Әбүзәров, Зөлфиә Ханнанова, Мөнир Ҡунафин, Мөнир Вафин, Илдус Фазлетдинов, Фаил Фәтхетдинов... Уларҙың йәш саҡтары. Беҙ бер төркөм ижадсылар БДУ-ның 1-се дөйөм ятағындағы баҫҡыс төбөнә йыйылышып, шиғырҙар уҡый, уларҙы үҙебеҙсә тикшергән була инек. Мин ул саҡтарҙы һағынам. Йәшлегеңде һағынаһың икән. Үткәндәр татлыраҡ булып тойола. Ә бөгөнгө заман... Мин был замандың да үгәй балаһы түгел, әлбиттә. Әҙәбиәт донъяһында "Профессионал яҙыусы" тип аталып, үҙ ижады менән үҙ көнөн күрә алған ижадсы. Миллионер түгелмен, ләкин ошо көнгә тиклем бер кемдән бер нәмә һорағаным булманы. Бар бит инде ул районына ҡайтып та, бизнесмендарға барып та һоранып йөрөүселәр. Минең ундай мохтажлығым юҡ – уҡыусыларым һәр ваҡыт күп булды, ҡәҙеремде белеп йәшәнеләр. Йәшәйҙәр ҙә.

Беләһеҙме, мин нимә тип әйтә алам: дәүер ниндәй генә булһа ла, ижадсы үҙ заманын үҙе һайлай. Дөрөҫөрәге, ул үҙенә бер заман тыуҙыра...

– Артистар кире образды ла яратабыҙ, ти. Ә һеҙ үҙегеҙҙең геройҙарҙы яратып яҙаһығыҙмы, әллә тәнҡитләпме?

– Яратып яҙам. Был минең – иң бәхетле саҡтарым, ун көн буйына бер туҡтауһыҙ эшләһәм дә арымайым. Геройҙарымды яратам. Ыңғайҙары ғына түгел, тиҫкәреләрен дә. Эш бит уларҙың ыңғаймы-тиҫкәреме икәнендә түгел, эш уларҙың тере булыуында. Миндә хатта тулыһынса ыңғай, йәки кире персонаждар ҙа юҡ, буғай.

Тағы бер нәмә бар. Уларҙың барыһында ла минең яҡшы сифат, минең ҡәбәхәтлек. Шаярыу ҡатыш әйтәм инде ҡайһы саҡ: яҙыу – ул үҙ ҡәбәхәтлектәреңде персонаждарға күсереү ысулы. “Үҙ проблемаларыңды шатлыҡҡа әйләндереү юлы”, – тигәнем дә бар. Улай ғына түгел инде. Һәр тере персонаж үҙ балаң кеүек тойолған саҡтары ла бар. Бына ул ниндәйҙер әшәкелек эшләһә, әҫәр шәп буласаҡ, тип уйлайһың. Тик быны эшләтке килмәй. Яратам мин был эште. Ул турала әллә нисә сәғәт һөйләй алам. Ә әлегә бер һүҙ менән әйтәм: һәр әҫәрем яратыуҙан тыуған. Ижадты яратыуҙан, уҡыусыларымды яратыуҙан.

– Яҙыусы һәм уҡыусы – был ике араны тоташтырған күпер юҡҡа сыға барған кеүек түгелме?

– Бер ни ҡәҙәр юғалды ла. Хәҙер рухи ҡиммәттәр икенсе планға күсте бит. Аҡса, мөлкәт, матур йәшәү культы хөкөм һөрә. Ләкин кешеләр матур йәшәй алһын өсөн байлыҡ ҡына етмәй, рухи юғарылыҡ, күңел матурлығы ла кәрәк. Әлеге ваҡытта ауылдамын. Яҡташтарым йырҙарымды белә, ә бына проза әҫәрҙәремде уҡымағандар. Битарафлыҡтары бер аҙ ситен, шул уҡ ваҡытта тәбиғи ҙә. Уларҙың китап уҡып ятырға ваҡыттары юҡ бит. Көнө-төнө эш көтә. Әле генә картуф утайҙар, әле генә бесән сабалар. Уларға эйәреп баҡса эштәре менән маташҡанда, мин дә үҙемде ижадтан ситләшкәндәй тоям. Ә икенсе яҡтан ҡараһаң, һәр халыҡтың рухи юғарылығын юғалтмаған шәхестәре була. Замандарҙың ауыр саҡтарында халыҡты шулар тотоп тора, ел-дауылдан шулар алып сыға. Бындай кешеләр һәр ауылда өс-дүрт кенә булһа ла, республика буйлап арыу уҡ йыйыла. Китаптарҙы ла шундай шәхестәр уҡый, улар менән аралашыу әҙәбиәттең кимәлен һаҡлап ҡалыуға ла ярҙам итә, буғай. Уларҙың талапсанлығы миңә үҙ юғарылығымды юғалтмаҫҡа мөмкинлек бирә.

– Әҫәр ҡағыҙға төшкәнсе күңелегеҙҙе тетрәндереп йәки ҡанатландырып оҙаҡ йөрөймө?

– Төрлөсә була. Шиғыр, йәки ҡыҫҡа хикәйә ул күҙ йәше, тир, ҡан йәки тамсыһы кеүек үҙлегенән тамып төшә. Ҡайһы ваҡыт ҡапыл була. Ни өсөн һәм нимә яҙғаныңды үҙең дә аңламай ҡалаһың. Улар бер бөтөн булып тыуа. Күләмле әҫәрҙәр аҙ ғына бүтәнсәрәк. Уларҙы оҙағыраҡ йөрөтәһең. Ҡайһы ваҡыт белемеңде камиллаштырырға лә кәрәк була. Бына мин "Киллер" тигән повесть яҙҙым. Унда табип менән кеше үлтереүсе осраша һәм табиптың да үлтереүсегә әйләнеү ҡурҡынысы бар. Медицина өлкәһен байтаҡ өйрәнергә, табиптар менән аралашырға, операцияларҙа ҡатнашырға тура килде. Яҙып бөтөргәс тә, нейрохирургтар менән кәңәшләштек. Һөҙөмтәлә, ярайһы ғына әҫәр килеп сыҡты. Аттар тураһында "Ир ҡанаты" тигән повесть бар. Был тема минең өсөн ят түгел. Ләкин мин хәҙер ҡала кешеһе, күп нәмәләр онотолған. Шуға ауылға ҡайтып, бер-ике аҙна тирәһе ат ҡарарға тура килде. Әгәр әҫәр билдәле яҙыусыны ла ат ҡарарға мәжбүр итә икән, тимәк, тетрәндерә инде. Ҡанатландыра ла. Үҙең битараф булған нәмәләр тураһында ике һүҙ ҙә яҙып булмай.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Марат ағай. Һеҙгә бары тик изге теләктәр генә еткерге килә. Алла бирһә, ижадығыҙ менән Башҡортостан халҡын да, “Йәшлек” уҡыусыларын да ҡыуандырып тороғоҙ!

 

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: