Бөтә яңылыҡтар

Төйәләҫ – Иҫәнбәт дуҫлыҡ күпере һалынды

Сибай ҡалаһына ҡараған Төйәләҫ ауылындағы ағинәйҙәр ойош­маһы быйыл февраль айында ғына ойошторолоуға ҡарамаҫтан, арыу ғына һөҙөмтәләргә өлгәш­тек.Сибай ҡалаһындағы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында милли аш-һыуға арналған "Тәмле" конкурс-күргәҙмәһендә ҡатнашып, 76 төрлө аш-һыу әҙерләп, гран-при яуланыҡ. Ошо уҡ музейҙа Сибай институты студенттары менән осрашып, милли аш-һыу әҙерләү серҙәрен дә өйрәттек. Мәктәп музейында уҡыусылар менән тәрбиәүи эш тә алып барабыҙ: Милли кейем көнө, ҡыҙҙарға милли биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙек.

Апрель айында беҙҙең менән бер һыуҙы һыулаған, йәғни Төйәләҫ йылғаһының башында ултырған Иҫән­бәт ауылының бер төркөм әүҙем ҡатын-ҡыҙын, "Йәшлек" гәзитендә баҫылған мәҡәләм геройҙарын – шиғырҙары менән бик күптәрҙең күңелен яулап алған Гөлзифа Исрафилова менән 70 төрлө һөнәр эйәһе Сания Сафинаны, уҡытыусы Рәзимә Сәйетова менән тәрбиәсе Фәймә Туҡтамышеваны, Иҫке Сибай ауылынан әүҙем йәмәғәтсе, ветерандар ойошмаһы етәксеһе Сабирйән Байназаровты “Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер" тип аталған сараға саҡырҙыҡ. Маҡсатыбыҙ был ауылдарҙа йәшәгән халыҡтың көнкүреше, йәшәйеше, йәмәғәт ойошмаларының эше менән танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу ине.
Осрашыуға Гөлзифа Исрафилованың ижадын күптән үҙ иткән ауыл кеше­ләре, уҡытыусылар, мәктәп етәкселеге, биләмә башлығы килде. Был сара барышында өс ауыл вәкилдәре аралашып, үҙҙәре өсөн файҙалы, кәрәкле мәғ­лүмәттәр, кәңәштәр алып, Гөлзифа Исрафилованың ижады менән яҡын­дан танышып, ошондай осрашыу­ҙарҙың йәшәйешебеҙгә йәм өҫтәп, рухыбыҙҙы байытыуына инанып, күңелдәре булып таралышҡайны.
Әле күптән түгел генә иҫәнбәттәр беҙҙе "Төйәләҫ – Иҫәнбәт дуҫлыҡ кү­пере" исемле кисәгә саҡырҙы.
Ауылдың төҙөклөгө, матурлығы хайран ҡалдырҙы. Яңы төҙөлгән йорт­тарҙың (2 – 3 ҡатлыһы ла бар) күплеге ауылдың киләсәге өмөтлө булыуы тураһында һөйләй.
Йома көнө булғас, тәүҙә мәсеттә булдыҡ, вәғәз тыңланыҡ. Артабан ауыл клубында беҙҙе ихлас ҡаршы алдылар: Төйәләҫ йылғаһының башы булған шишмә һыуын тәмләп ҡарау бигерәк тә күңелгә хуш килде. Осрашыу сараһы бик бай программа буйынса дауам итте.
Ауыл халҡы үҙ ҡулы менән төҙөп ултыртҡан клубтың ысын мәғәнәһендә мәҙәни үҙәккә әйләнеп, гөрләп эшләп тороуы маҡтауға лайыҡ. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса башланып, төҙөлөш материалдары алынғас, артабан бөтә төҙөлөш эшен ауылдың ир-егеттәре һәм ҡатын-ҡыҙҙары үҙ көсө менән башҡарып, өс айҙа клуб итеп төҙөп ултыртып ҡуйыуы бында йәшәүселәрҙең оҫта ҡуллы, дәррәү, берҙәм булыуы хаҡында һөйләй.
Бына ошо клубта ике фольклор төркөмө эшләй. "Һандуғас" фольклор төркөмөнә (етәксеһе Гөлзифа Исрафилова) өлкән йәштәгеләр йөрөй, "Ҡар­лу­ғас" фольклор төркөмөнә йәштәр (етәк­сеһе Рәзимә Сәйетова) ойоша. Ауыл ерендә тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ хужалыҡ эштәре араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың ваҡыт табып, клубҡа килеп, төрлө сарала ҡатнашып, күрше ауыл­дарҙа ғына түгел, район үҙәгендә сығыш яһап йөрөүе һоҡланырлыҡ. Ә инде уларҙың күп балалы әсәләр икәнен дә әйтһәк?!. Мәҫәлән, "Ҡар­луғас"ҡа йөрөгәндәрҙең ғаиләһендә иң әҙе – өс, иң күбе – алты бала. Ике төркөмдөң дә сығыштары – йырҙары, дәртле бе­йеүҙәре күңелгә хуш килде. Сағыу кейемдәре лә күҙҙең яуын алып тора.
"Һандуғас" фольклор төркөмө ветерандары Яңылбикә Исрафилова менән Зәйниза Тулыбаева апайҙарҙың, 70 төрлө һөнәр эйәһе Сания Сафинаның ҡул эштәренән ойошторолған күргәҙ­мәне ҡарап, уларҙың оҫталығына хайран ҡалдыҡ. Оло йәштәмен тимәй, һаман да йәштәр менән бергә булып, уларҙы күтәрмәләп, кәңәш биреп, ярҙам итеп йөрөүҙәренә һоҡланмау мөмкин түгел.
Тормошонда ауыр һынауҙарға, юғалтыуҙарға дусар булған апайҙарҙың рухи яҡтан ныҡ, көслө, күңелдәре ҡатмай, әүҙем булып ҡалыуы оло ихтирам уята. Мәҫәлән, 75 йәшлек герой-әсә Яңылбикә апай Исрафилова 39 йәшендә 10 бала менән тол ҡала, иң бәләкәй ҡыҙына 6 ай ғына була. Көс еткеһеҙ һынауға бирешмәй, 10 балаһына (һигеҙ улына, ике ҡыҙына) ла бына тигән тәрбиә, һөнәр биреп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтыра. Дүрт улы тыуған ауылында төпләнеп, йорттар төҙөп, матур итеп йәшәй.
78 йәшлек Зәйниза апай Тулыбаева ла 42 йәшендә алты бала менән тол ҡала, иң бәләкәсенә ике йәш тә тулмай. Ул да бар көсөн балаларын аҡыллы, тәү­фиҡлы, эшһөйәр итеп тәрбиәләүгә бағышлай.
Был ике апайҙың ҡул эштәренә бик оҫта булыуын да әйтеп үтеү кәрәк. Уларҙың ҡул эштәре күргәҙмәһе ауылда үткән һәр сараны йәмләй. Тағы бер оло ихтирамға лайыҡ ауылдашы Мәрзиә Исрафилова хаҡында Вәлимә Фәйзуллинаның һоҡланып та, ғо­рурланып та һөйләгән һүҙҙәрен килтерәм:
– Мәрзиә еңгәй – ике быуын бала тәрбиәләгән әсә. Азамат ағай менән үҙҙәренең биш балаһын үҫтереп, аяҡҡа баҫтырғайнылар. Көтмәгәндә оло ҡайғы килде – бер бөртөк улдары вафат булды. Ағай менән еңгәй уның ике балаһын тәрбиәләп үҫтереп, уҡытып, һөнәр биреп, оло тормош юлына оҙатты. Ейәне Нур менән ейәнсәре Таңсулпан олатаһы менән өләсәһе өсөн өҙөлөп тора.
Бына ошондай ҡыҙғаныс та, тетрән­дергес тә, һоҡланғыс та яҙмышлы әсәләргә ҡарап: "Бына ҡайҙа ул милләт әсәләре!" – тип әйтмәй булдыра алманым. Бөтә яҡлап та лайыҡ был исемгә тел, милләт һаҡсыһы булған әсәләр.
Һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәл артындағы йәнле әңгәмә барышында ауыл өсөн мөһим булған проблемалар ҙа күтәрелде. Мәҫәлән, бына тигән егеттәрҙең (насар ғәҙәттәре юҡ, эшһөйәр, матур итеп йорт төҙөп, мал аҫрап йәшәйҙәр) яңғыҙ булыуы... Өйҙәргә газ үтмәүе, юл булмауы, "Сибай – Күсей" маршрут автобусының ауылға инмәүе һ.б. Бер уйлаһаң, шундай тырыш, берҙәм, эшсән, күптәренең балалары ситтә белем алған, эшләгән ауыл халҡы бөтә уңайлығы булған тормошта йәшәргә хаҡлы түгелме?! Алтаҡталарҙың хаталы яҙылыуы, тел ту­раһындағы закондың үтәл­мәүе. Мә­ҫәлән, Басай ауылынан Иҫәнбәткә бо­ролған юлда Иҫәнбәт янындағы Әптекәй күленә йүнәлеш күрһәткән яҙыу тора – Оптанай. Ошо яңы атама иҫәнбәттәрҙең генә түгел, шул төбәктәге ауылдарҙа йәшәгәндәрҙең дә зитына тейә, тиһәм, дөп-дөрөҫ булыр. Күлдең ата-баба­ларҙан ҡалған атамаһы Әптекәй ни хикмәт ме­нәндер Оптанайға әйлән­гән... Ундай проблема беҙҙең Төйәләҫ ауылында ла булып, хатаны төҙәттереү өсөн күп йөрөргә, төрлө ергә яҙырға тура килгәйне.
Иҫәнбәттәрҙең киң күңеллелегенә, ихласлығына, ҡунаҡсыллығына хайран ҡалып, күңелебеҙ булып, яңы тәь­ҫо­раттар, бүләктәр алып, иҫтәлеккә фотоға төшөп, Төйәләҫ — Иҫәнбәт дуҫлыҡ күперендә хәрәкәт туҡтамаһын, тип хушлашып ҡайтып киттек.
Дәрт өҫтәнең, илһам бирҙең, Иҫәнбәт!
Сәғиҙә БАЙНАЗАРОВА.
Сибай ҡалаһы.
Читайте нас: