Бөтә яңылыҡтар

Сағыу йондоҙҙарҙар да сағыуыраҡ балҡыған актриса

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмилә Миңлеғәле ҡыҙы Сәлимгәрәева – Дим буйы ҡыҙы. Ул Дим һандуғастарын тыңлап үҫкән. Үҙе Дәүләкән районының Яңы Йәнбәк ауылында тыуһа ла, бала сағы, үҫмер йылдары күрше Хөсәйен ауылында үтә. Был ауылды халыҡ тағы ла ябайлаштырыбыраҡ, үҙ һөйләшенә уңайлаштырып, Өҫәйен, тип кенә йөрөтә. Бына ошо ауылда ҡышҡы тулы айлы матур төндө хәтеренә йыш төшөрә Рәмилә апай: ай яҡтыһында, ап-аҡ ҡар өҫтөндә мөһабәт ир аккордеонын һыҙҙыра... Янында уның ҡатыны моңло итеп йыр һуҙа... Был моңға төрөнгән эпизод йылдар үткән һайын хәтергә нығыраҡ уйыла. Йырҙың көйө генә иҫтә ҡалған. Ә һүҙҙәре... хәйер, улары мөһим дә түгел шикелле. Әммә үҙенең йырлы ғүмерендә Рәмилә апай әллә күпме шиғыр һүҙҙәрен ошо ғына көйгә һалып моңланғаны ла бар бит! Күңелдең иң нескә ҡылдарының илерткес моңға мөкиббән китеп шашыныуы ошолор ҙа... Ул мөһабәт ир – Рәмилә Сәлимгәрәеваның атаһы, ә йырлаусы ҡатын – әсәһе ине... Ә бит заманында тирә-йүндә был ҡатын кеүек оҫта йырсы булмаған, тиҙәр. – Әсәйем арабыҙҙан китеп барғас, беҙҙең һыйырҙы колхозға биргәндәр, – тип иҫләй Рәмилә Миңлеғәле ҡыҙы. – Был малҡайҙы әсәйем үҙе генә һауа алған булған, һыйырыбыҙ әсәйемдең йырлаған сағында ғына һөтөн биргән, ә йыр ишетмәһә, бер кемде лә яҡын ебәрмәгән. Колхоз аҙбарына алып барып биргәс, баяғы һыйыр әллә нисә ай буйы әсәкәйемде юҡһынып, ауыл буйлап мөңрәп йөрөгән. Үҙенең имсәктәренән һөт аға, ти, үҙе бер кемдән дә һауҙыртмай, ти... Йылдар үткәс тә, ошоға оҡшаш хәл тағы ҡабатлана. Бала саҡтан артистка булыу хыялы менән янған Рәмилә, 16 йәше тулғас, Өфөгә уҡырға барыу өсөн бер аҙ аҡса эшләү ниәте менән, Ҡаҙанғол тәжрибә хужалығына һауынсы булып эшкә килә. Тик егәрле ҡулдар һыйыр һауған ваҡытта ла, күңелдәге моң тынғылыҡ бирмәй. Әсәһенән күскән ғәҙәт буйынса, үҙ эшен яратып, йырлай-йырлай башҡара үҫмер ҡыҙ. Малҡайҙар араһында бер танаҡай ҙа быға өйрәнеп китә: йыр ишетһә – һауҙыра, йырһыҙ – һөт бирмәй. – Ялға киткән көндәремдә бригадир ағай матайы менән елдереп килеп етә лә: «Теге ахмағың тағы һөтөн бирмәй, әйҙә, һаумаһаң да, эргәһендә йырлап тор», – тип алып китә торғайны, – тип үҙенә генә хас ихлас йылмайыу менән хәтерләй актриса. Өфөгә килгәс тә, тиҙ генә уҡырға инеп китмәй әле Рәмилә Сәлимгәрәева. Иң тәүҙә хат ташыусы, артабан заводтарҙың береһендә токарь булып эшләй. Эштән буш ваҡыттарында С. Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайындағы башҡорт халыҡ театрына йөрөй. Ләкин бындағы сәхнәлә оҙаҡ туҡталырға тура килмәй уға, тиҙҙән яҙмышы буласаҡ актрисаны сәнғәт училищеһына алып килә.1972 йылда Фәрдүнә Ҡасимова етәкләгән актерҙар әҙерләү төркөмөн тамамлағас, Рәмилә Миңлеғәле ҡыҙы Сибай театрына эшкә килә. Тәүге роль... Күп ваҡыт ул актерҙың киләсәкке ижади яҙмышын хәл итеүсән. Нәжиб Асанбаевтың «Һыу юлы» спектаклендә сөгөлдөрсө ҡыҙ Вәлимә – йәш актриса Рәмилә Сәлимгәрәеваның тәүге роле. Әллә ысын, әллә ҡыҙыҡ өсөн кемдеңдер уйлап сығарған уйҙырмаһы: премьеранан һуң бер тамашасы режиссер Фәтхелислам Ғәләүетдиновтың янына килеп һорау биргән: «Ниндәй актриса алдығыҙ ул һеҙ? Ен ни ҙә, был ни?»... Шулай ҙа режиссер был хәлгә иҫе китмәгән, Рәмилә Сәлимгәрәеваға шул уҡ спектаклдә Зөләйха ролен дә өҫтәп биргән. Көнө-төнө үҙ өҫтөндә эшләп, Сәлимгәрәева режиссерҙың өмөттәрен аҡлай. Күңелдәге сәм тамашасы һөйөүен дә яулай. Тиҙҙән Ғабдулла Әхмәтшиндың «Юғалған хаттар» драмаһында Иркә образын сығара. Сибай башҡорт драма театрының өлкән быуын сәхнә оҫталары Закирйән Ханов, Шәмсинур Сиражетдинова, Ғәшиә Абыҙгилдина, Мәрйәм Емалетдинова, Рәзинә Ҡаһарманова, Хәмзә Ҡурсаевтар йәш актрисаны бик ихлас ҡабул итә. Рафаэль Сафиндың «Ғәзизәкәй балдыҙ» спектаклендә Ғәзизә роле өҫтөндә эшләүсе Рәмилә Миңлеғәле ҡыҙы янына репетициялар ваҡытында композитор Рим Хәсәнов килә лә: – Рәмилә, ошо дүрт юллыҡты көйләп ҡара әле, – ти. «Һауаларҙа йондоҙ, Ай нисәләр, Нисә һанаһаң да Кусәлә-ә-ә-әр», – тип һуҙа ла, үҙен-үҙе танымағандай: – Абау, мин йырланыммы ул? – тип һорап ҡуя Рәмилә апай... Ошо күренештән һуң уға йырсы ролдәр бирә башлағандарҙыр, моғайын. Р. Тагорҙың «Ганга ҡыҙы» спектаклендә мөхәббәт ҡорбаны Камоланың

йырҙары Һиндостан киноларындағы йырҙарҙан һис кәм түгел ине бит. Тамашасы Һиндостан героиняһының башҡортса моңон һаман иҫләй әле. Хәйер, оноторлоҡ булһа һуң, Туфан Миңнуллиндың «Ҡырҙарым–туғайҙарым» әҫәрендәге Мөслимә ролен һағыныр инеме?! Насар холоҡло мөслимәһе менән Рәмилә Сәлимгәрәева тамашасыны әҙ илатмағандыр - сәхнәгә оҙаҡҡа ла сыҡмай, ә шул арала спектаклдең бөтә мәғәнәһен үҙенә күсерә алыуын әйт! Кире образ бит ул! Шулай ҙа халыҡ һөйөүен яулай. Бәлки, бары Рәмилә Сәлимгәрәева уйнаған өсөндөр?!.

Гәрәй Исхаҡовтың «Һайра, һандуғасым!» музыкаль драмаһында актриса шул уҡ театрҙа эшләүсе актер, йырҙар яҙыусы Хисмәт Дәүләтовтың йырҙарын кинәнеп башҡара. Музыкаль драмалағы эстрада йырсыһы Әлфиә –Рәмилә Сәлимгәрәеваның үҫеүсе актриса икәнлеген тағы бер тапҡыр асып бирә. Шулай уҡ Әлфиә – әсә. Тик сикһеҙ алҡыштарға алданып, ирен, хатта бәләкәй генә балаһын да ҡалдырып китә. Тормош иптәше быға бер ҙә ҡаршы килмәй. Әммә ваҡыт үтеү менән һағыштарға батҡан күңеле тынғылыҡ бирмәй башлағас, ҡатынын кире ҡайтарырға маташып ҡарай. Был ваҡытта инде артистка күптән танылыу яулаған, хатта икенсе ғаилә ҡорған...

Драматург Гәрәй Исхаҡов был әҫәрҙе тап Рәмилә Сәлимгәрәеваға арнауын былай тип белдергәйне: «Драма театры артисткаһы ниндәй генә һоҡланғыс тауышлы булмаһын, уға гелән йырлай торған сәхнә образдары ижад итергә тура килмәй. Сөнки репертуарҙа йырлаусы персонаждары булған сәхнә әҫәрҙәре юҡ дәрәжәһендә. Бигерәк бөгөнгө драматургияла шулай, һөҙөмтәлә – сағыу талант эйәһе, киң амплуалы сәхнә эшмәкәре үҙенең һәләтен бар яҡлап тамашасыға еткерә алмай. Талантын иҫтә тотоп, ошо юлдарҙы яҙыусының күңелендә бөрөләнде лә инде артистка Сәлимгәрәева өсөн махсус рәүештә сәхнә әҫәре яҙыу теләге...»

А. Вампиловтың «Өлкән ул»ында – Нина, М. Кәримдең «Салауат» трагедияһында – Гөлнәзирә, Р. Сафиндың «Ғәзизәкәй балдыҙ»ында – Ғәзизә, Ф. Шиллерҙың «Мәкер һәм мөхәббәт»ендә – Луиза, Ә. Мирзаһитовтың «Әсәйемдең сал сәстәре»ндә – Зизи–Ғәзизә, Р. Хәмидтең «Китәм инде»һендә – Зарема, Т. Миңнуллиндың «Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш»ында – Динә, «Ҡырҙарым–туғайҙарым»да – Мөслимә, «Диләфрүзгә дүрт кейәү»ҙә – Диләфрүз, Р. Янбулатованың «Байрамбикә»һендә – Байрамбикә һәм башҡалар, һанай китһәң, уларҙың иҫәбе юҡ. Артистка һәр береһе булып йәшәй, шуның өсөн дә был образдар тамашасы күңеленә хуш килә.

«Театр яҙы – 95» фестиваленә Сибай театры Баязит Бикбай либреттоһына Заһир Исмәғилев яҙған «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһын алып барғайны. Унда Рәмилә Сәлимгәрәева Шәмсиә ролен яратып башҡарҙы. Ҡатын-ҡыҙ ролен иң яҡшы башҡарыусы тип табылып, Бәҙәр Йосопова исемендәге премияға лайыҡ булды.

«Ике сәбәп кешене туҡтауһыҙ йондоҙҙарға әйҙәй: уларҙың күҙҙе ҡыҙҙырған сағыу балҡышы һәм ябай серлелеге. Әммә сағыу йондоҙҙарҙан да сағыуыраҡ балҡыған һәм серле йыһан есемдәренән дә серлерәк йондоҙҙар бар. Ул – ҡатын-ҡыҙ!» – тигән В. Гюго. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөр өсөн, Рәмилә Сәлимгәрәеваның тормошона һәм ижадына күҙ һалыу ҙа етә. Уның уйҙарға сумып, тик кенә ултырғанын бер ваҡытта ла күрмәҫһең. Йә ул йүгереп йөрөп йорт эштәре менән булыша, йә илһамланып ултырып нимәлер яҙа, йә бөйөк шәхестәрҙең тормошон өйрәнеп һоҡлана, йә тасуири итеп шиғырҙар һөйләй. Шулар араһында роль сығара...

Туҡһанынсы йылдар аҙағынан театрҙың 28-се ижад миҙгеленәсә Рәмилә Сәлимгәрәева ижад юлын республикабыҙҙың Милли йәштәр театрында дауам итте. Үҙенә генә хас булған стиле менән төрлө жанрҙағы әҫәрҙәрҙә башлыса оло йәштәгеләр образын тыуҙырҙы. Уларҙың һәр ҡайһыһына күңел йылыһы, йөрәк һөйөүе һалынғанлығын тәфсирләп яҙмағанда ла тамашасыға аңлашыла. М. Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһында – Уңғанбикә, «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса ҡуйылған спектаклдә – өләсәй, Н. Ғәйетбайҙың «Ауылға ҡыҙҙар килде» комедияһында – Мәстүрә инәй, Ф. Бүләковтың «Дала ҡиссаһы»нда – Әсә, Л.Вәлиевтың «Париж егете Әлфәнис»тә – Рабиға, һәм бик күп башҡа ролдәре менән Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмилә Сәлимгәрәева республика тамашасыһын хайран итте. Быларҙан тыш кинофильмдарҙа, балалар өсөн төшөрөлгән әкиәттәрҙә лә уйнаны һәм уйнауын дауам итә.

Йәш артистар ижадына бик иғтибарлы булыуы уны Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәртеатрында үҙенең премияһын булдырыуға этәрҙе. Әле уның лауреаттары өсәү – Алтынай Юнысова, Вадим Ҡылысов һәм Лилиә Исҡужина.

Сәхнәнән тыш, Рәмилә Сәлимгәрәева мөкиббән китеп әҙәбиәт ярата. Шиғриәткә Рафаэль Сафин аша килһә, прозаны Мостай Кәрим әҫәрҙәре менән аңлай башланым, ти. Көн һайын булмаһа ла, аҙнаһына ике-өс тапҡыр республикабыҙҙың “Ашҡаҙар”, “Юлдаш” радиотулҡындарында уның башҡарыуында төрлө әҙиптәребеҙҙең әҫәрҙәре яңғырап тора.

Тамашасыны ролдәр башҡарып, йә йырлап ҡына алдаштырып булмай. Ул һинең күңел тулылығын күрергә тейеш. Ә унда рух та, ихласлыҡ та, таң ҡалдырыусы һәләтең дә ята. Тамашасы һөйөүе бер тоҡанһа – мәңгелеккә етәсәк. Шөкөр, Рәмилә Сәлимгәрәева ошо һөйөүгә төрөнөп йәшәй. Тамашасы уны сағыу йондоҙҙарҙан да сағыуыраҡ итеп балҡытыуҙан туҡтамай.

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.
Читайте нас: