Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
29 Апрель 2021, 18:52

«Төштәремдә бейеп уянам»

Бейеү, кеше һоҡланырлыҡ бейеү һәләтенә эйә булыу һәр кемгә лә тәтемәй. Һирәктәр генә бейеү сәнғәтендә танылыу ала, халыҡ ихтирамын яулай. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дамира АМАНГИЛДИНА тап шундай бәхеткә эйә. Заманында Рәсәйҙе генә түгел, сит илдәрҙе гөрләткән Стәрлетамаҡ Бейеү театрының тәүге ҡарлуғастарының береһе ул. Ошо уҡ ҡаланың мәҙәниәт техникумында студенттар араһында таланттар эҙләгән Хәлил Ишбирҙин муйылдай ҡап-ҡара күҙле, ҡоралайҙай шаян ҡыҙҙы үҙенең театрына бейергә саҡыра ла инде. Шул көндән алып театрҙан айырылмай Дамира һәм 25 йыл сәхнәнән төшмәй.

Сәхнәләш партнерынан да уңа, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Руслан Сөләймәнов менән береһенән-береһе сағыу сығыштар менән хайран итә улар тамашасыларҙы. “Хәлил ағай беҙҙән ысын мәғәнәһендә халыҡсан бейеүсе яһаны, күҙҙәребеҙҙән осҡон сәсеп, табан аҫтарыбыҙҙан ут сығарып бейенек, – тип оло ғорурлыҡ менән һөйләй Дамира Зәй­нетдин ҡыҙы. – Риф Ғәбитов та бейеүҙәр һалды беҙгә. Уның данлыҡлы “Зилалай”ы үҙе генә лә ни тора! Ҡатай ырыуы йәштәренең шаян бейеүе ул. Тамашасы шул тиклем яратып ҡабул итте. Руслан менән таҡмаҡ әйтә-әйтә, рәхәтләнеп тыпырлатып бейей инек».
Уның һөйләгәндәрен тың­лайһың да, ирекһеҙҙән Рәми Ғариповтың «Буш ерҙә талант тыумай» тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. Ошо урында Дамираның бер туған апаһы, Баш­ҡортостандың халыҡ артисы, билдәле йырсы Римма Амангилдинаны ла телгә алмай булмай. Күп балалы ғаиләлә үҫкән был ҡыҙҙарҙың күңеленә сәнғәткә һөйөүҙе ата-әсәһе һеңдерә алған, тимәк.
– Рухи донъябыҙ бай булды беҙҙең. Әсәйем бик матур йырланы, үҙе килеп тороп һылыу ҡатын ине. Уның бөтә сифаттары Римма апайымда сағыла. Апайым әсәйемдән күреп йыр һуҙһа, мине бәләкәй генә сағымда уҡ, ултырғысҡа баҫтырып, таҡмаҡ әйтеп бейетә торғайнылар.
Бына бит ул нисек: ҙур сәхнәләргә юл ябай ғына ауыл өйөндә ултырғыста тыпыр­латыуҙан башланған икән! Бейеү театры составында ниндәй генә сәхнәне шаулатмай Дамира. Уны Мәскәү, Санкт- Петербург, Германия, Бельгия, Голландия, Төркиә тамашасылары алҡышлай.
Әммә бейеүсенең ижад ғүмере ҡыҫҡа. Ауыр физик хеҙмәт уны иртә хаҡлы ялға китергә мәжбүр итә. Күптәр, сәхнәнән төшкәс, үҙен ете юл сатында ҡалғандай тоя. Артабан да дәртте һүндермәй, алдыңа яңы маҡсаттар ҡуйып, уға табан барыу – көслөләр эше. Дамира Зәйнетдин ҡыҙы ла үҙен яңы сифатта аса һәм бөгөн туған театрында балетмейстер вазифаһын башҡара.
– Хореографик тамашалар, спектаклдәргә бейеүҙәр ҡуйыу һинән ҙур яуаплылыҡ һәм эҙләнеүҙәр талап итә, – ти ул. – Театрҙың элекке режиссеры Зиннур Сөләймәновҡа ҙур рәхмәт, ул тәүге ваҡытта миңә оло терәк булды, нәҡ уның ярҙамы менән эште башлап ебәрҙем дә инде. Бөгөн иһә театрыбыҙҙың художество етәксеһе Айҙар Зарипов менән ҡулға- ҡул тотоношоп эшләйбеҙ. Тамашанан тамашаға тәжрибә лә арта, башта яңы идеялар, ҡыҙыҡлы алымдар тыуа.
Мин – Хәлил Ишбирҙин, Риф Ғәбитов мәктәбен үткән кеше. Улар – халҡыбыҙҙың рухын, эске донъяһын, йәшәйешен, тын алышын белгән балетмейстерҙар. Сулпан Асҡарова ла – тап шундай талант эйәһе. Уларҙан өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле миңә, – шулай ти Дамира Амангилдина. Ә үҙе өс йылда Стәр­летамаҡ башҡорт драма театрында байтаҡ тамашаны хореографик яҡтан биҙәп өлгөргән. Шулар араһында “Атты ектем! Айға осам…”, “Ләсәй”, «Әләпле артистары» комедиялары, «Ми­нең ҡатынымдың исеме Морис”, “Ҡуштирәк” спектаклдәрен ха­лыҡ айырыуса яратып ҡабул итә.
– Башҡорт бейеүен бейер өсөн башҡорт булып тыуырға кәрәк, тигән берәү. Мин быға өҫтәп, халҡың бейеүе йөрәгеңдә ятырға тейеш, тип әйтер инем. Һинең һәр бер күҙәнәгеңдә башҡортлоҡ булмаһа, төлкө бүрек, елән кейеп, йә булмаһа һомғол буй менән өҫтәмә сәс үреп кенә башҡорт бейеүен бейеп булмай. Һәр бейеүҙең нигеҙен уның халыҡсанлығы тәшкил итергә тейеш. Шул ваҡытта ғына ул тамашасы күңеленә үтеп инә, шунда урын таба, үҙенең үлемһеҙлегенә юл ала.
Бейеү тарихында эҙләнергә кәрәк әле беҙгә, төпкәрәк төшөргә кәрәк. Һәр бер ырыуға үҙ тыпырлатыуы хас. Шуларҙы өйрәнәһе бар. Һуңғы ваҡытта артыҡ заманса бейеүҙәр менән мауыға башланылар, фо­нограммаға бейеүселәр кү­бәйҙе, күп бейеү көҙгө сәскә кеүек: тышҡы матурлығы бар, ә еҫе юҡ. Халыҡҡа еткерә торған зауыҡ юғалмаһын ине, – тип борсолоуын да белдерҙе Дамира Зәйнетдин ҡыҙы һәм йәнә үҙенә бейеү тигән сихри донъяға юл асҡан театрына әйләнеп ҡайтты.
– Башҡортостанда бейеү ансамблдәре күп, ә бына Бейеү театры – берәү генә. Беҙ уны Хәлил ағай ҡуйған талап кимәлендә һаҡларға тейеш. Бейеүҙе сәнғәттең иң юғары баҫҡысына күтәргән, ҡабат­ланмаҫ образдар тыуҙырған театрыбыҙ бит ул беҙҙең. Мин остаздарымды, коллегаларым­ды, тамашасыларымды оло ихтирам һәм йылылыҡ менән һағынып иҫкә алам. Һаман да төштәремдә бейеп уянам…
Гөлнур ДӘҮЛӘТЙӘРОВА.
Читайте нас: