Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
2 Февраль 2021, 10:09

«Сәхнәгә юлым урау булды»

Бейеү – ҡатмарлы сәнғәт төрө. Хәрәкәттәр ярҙамында ғына тамашасыға тарихты, хәл-ваҡиғаны, хис-тойғоларҙы еткереү еңел түгел. Башҡорт халҡының һәр бейеүендә тамашасыны уйланырға мәжбүр иткән тәрән мәғәнә, фекер ята. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ләйсән ТАШТИМЕРОВА – 24 йыл ғүмерен ошо сәнғәт төрөнә һәм Сибай филармонияһының бейеү ансамбленә арнаған кеше. Ул башҡорт мәҙәниәтенә тулҡын, хатта ташҡын булып килгән талантлы йәштәрҙең береһе.

– Ләйсән Әсхәт ҡыҙы, Һеҙ – “Сибай” бейеү ансамбленең нигеҙ ташы булған артистарҙың береһе. Сәхнә бала саҡ хыялы булдымы?

– Бейеүсе булырға тигән айырым хыялды хәтерләмәйем, әммә бала саҡта гел генә бейергә атлығып торҙом. Тик ныҡлап өйрәтеүсе булманы. Мәктәп уҡытыусы­лары үҙҙәре белгәнсә генә бейеү һалып, концерттарҙа ҡатнаштыра ине. Унда ла башлыса күмәк бейеү менән сығыш яһай торғайныҡ. 9-сы класҡа Сибай гимназия-интернатына уҡырға индем. Ниһайәт, бейейем, тип ҙур өмөттәр бағлап килгәйнем дә, тик уҡытыусы, кис йөрөүе ауыр, тип баш тартты. Ысынлап та, көн уҡыу, дәрес әҙерләү менән үтеп, йыр-бейеүгә, башҡа шөғөлдәргә кискеһен генә ваҡыт ҡала ине. Шулай итеп, бала саҡта бейергә тигән хыялым тормошҡа ашманы.

– Ә ҡайһы яҡта тыуып үҫтегеҙ? Туғандарығыҙ араһында сәнғәт кешеләре бармы?

– Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылынанмын. Атай-әсәйем йыр-моң ярат­ҡан, сәнғәтте аңлаған кешеләр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике йыл элек атайым мәрхүм булды. Әсәйем йәш саҡтан матур йырлаған, хатта, Фәриҙә Ҡудашеваға алмаш үҫә, тигәндәр. Йырсыға уҡырға ла барған, тик ата-әсәһен һағынып ҡайтҡан. Ул Краснокама районының Яңы Ҡабан ауылынан. Атайым менән Өфөгә курстарға килгәндә танышып, ғаилә ҡорғандар. Килен булып төшөүенә 50 йылдан ашыу. Йәне-тәне менән Хәйбулланыҡы инде – кешеләрен дә, һыуын да, тәбиғәтен дә яратам, ти. Һуңғы йылдарҙа ғына сәхнәгә сыҡҡаны юҡ. Атайым һөнәре буйынса зоотехник ине. Ҡумыҙҙа уйнаны, көй ишетеү менән тыпырлатып бейеп китә торғайны. Сәнғәткә ғашиҡлыҡ уларҙан киләлер, тип уйлайым. Әсәйем, мин филармонияла эшләй башлағас: “Үҙем сәхнә тип хыялланып та, тормошҡа ашыра алмағайным. Әлдә ҡыҙым артист булды”, – тип ҡыуанды. Ғаиләлә дүрт бала үҫтек, мин – иң олоһо.

– Шулай ҙа гимназияны тамамлағас та сәнғәт юлынан китмәгәнһегеҙ....

– Бала һөнәр һайлағанда йыш ҡына уҡытыусыһы йоғонто яһай. Үҙенең фәненә ылыҡтыра белһә, ҡыҙыҡһыныу уятһа, үҙең дә һиҙмәй шул юлдан китәһең. Гимназияла математика уҡытыусыһы ныҡ һәйбәт ине. Мәктәпте тамамлағас, ошо йүнәлеште һайланым. Атай менән әсәй беҙгә һәр ваҡыт юғары белем алыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Шуға ла Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға барыу тураһында уйламаным. Хыялыма юл математика аша һалыныр тип кем уйлаһын инде?! Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инеү менән “Ирәндек” ансамбленә йөрөй башлағайным, диплом алғансы шунда бейенем.

– Уҡытыусы булып эшләнегеҙме һуң?

– Эйе. Уҡыуҙы тамамлағас, Сибайҙа яңы асылған институтҡа эшкә йүнәлтмә бирҙеләр. Хәйбулла районына ла саҡырыу булды. Тик Сибай ҡалаһының 2-се гимназияһында эшләй башланым. Телә­гем ҙур ине, тип әйтә алмайым. Атай-әсәйем алдында уңайһыҙландым: биш йыл буйы уларҙың ярҙамы менән уҡыным да, һөнәрем буйынса эшләмәһәм нисек була инде?! Сибай филармонияһына эш һорап барғайным, ҡабул иттеләр. Ике ерҙә эшләп йөрөйөм. Төн уртаһында гастролдән ҡайтам да, таңғы сәғәт 7-лә тороп уҡытырға юлланам. Дәфтәр тикшереп, пландар яҙып өлгөрөргә лә кәрәк. Төштән һуң репетицияға йүгерәм. Ә оҙайлы сәфәргә сыҡҡанда дәрестәремде икенсе уҡытыусы алып бара. Бер аҙҙан гимназияла талантымды белеп, бала­ларға бейеү дәрестәре алып барыуҙы ла йөкмәттеләр. Эш артты. Бер йыл буйы шулай ике арала өҙгөләнеп йөрөнөм дә, бейеү юлынан китергә, тигән ныҡлы ҡарарға килдем. Уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре алдында уңайһыҙ ине – күңел сәхнәгә тартылғанда мәктәптә тулы ҡеүәткә эшләп булмай. Гас­тролдәр, концерттар араһында ғына уҡы­тып, балаларҙың фән­гә ҡарата мө­нә­сәбәтен үҙгәр­теү­ҙән ҡурҡтым. Ә филармониянан китеү тураһында уйлап та ҡара­маным. Сәхнәгә бер эләкһәң, ҡа­бат китеп булмай икән ул. Профессиональ сәхнә өсөн ни тиклем иртәрәк киләһең, шул тиклем һәйбә­терәк, әлбиттә. Алты йәштән бейе­гәндәр 10 – 15 йылдан ялҡа башлай. Ә мин, хыялыма урау юлдар аша кил­гәнгәме, һәр ваҡыт сәхнәгә ашҡындым. Үҙемде һыу­һынын ҡандыра алмаған сарсаған кешеләй тойҙом. Ауыр саҡтар ҙа, күңел һүнгән ваҡыттар ҙа булды. Тик тамашасылар алдына сығып, уларҙың алҡыштарын ишетеү менән барыһы ла онотола торғайны.

– Ә профессионалдар араһында үҙегеҙҙе кәм тойманығыҙмы? Әйтеүе­геҙсә, һеҙ – бейеүгә һуң килгән кеше...

– Юҡ, бер ваҡытта ла кәмһенеү тойғоһо кисермәнем. Сөнки беҙҙең ансамблдә физика, химия-биология, филология факультеттарын тамамлаған бейеүселәр ғәҙәти күренеш ине. Әлбиттә, махсус уҡыу йортон тамамлағандар менән бер ҡатарҙан бейеп китеү еңел булманы. “Ирәндек” ансамбле барыбер үҙешмәкәр һанала: аҙнаһына өс кенә көн бейей инек. Ә профессиональ ансамблдә көнө-төнө үҙеңде бейеүгә арнау бөтөнләй икенсе донъяға эләгеү менән бер. Тырышлыҡ булһа, бөтә ауырлыҡты ла еңергә була, тип иҫәпләйем. Икенсенән, филармония коллективы татыу, етәкселәребеҙ һәйбәт булды. Эшкә теләп, ашҡынып йөрөнөк. Беҙгә хатта көнләшеп ҡарай торғайнылар. 1995 йылдар Сибайҙың гөрләп торған сағы ине. Балалар театры, филармония, институт асылды, телевидение, радио эшләй. Барыбыҙ ҙа – йәштәр. Дәртле саҡ. Килеү менән торлаҡ һорап ғариза яҙырға ҡуштылар. Элек-электән ҡалала төплә­нергә теләүселәрҙең иң ҙур проблемаһы торлаҡ бит. Шунда уҡ бирмәнеләр, әлбиттә, әммә фатирлы булдым. Эшләү дәүерендә хеҙмәттәштәр менән бер туғандар кеүек булып бөттөк.

– Үкендергән мәлдәр бармы?

– Бейеүсе булыуыма – юҡ. Тормошто ҡабаттан башлаһам, тип әйтәләр бит. Миңә ул кәрәкмәй – барыбер ошо юлды һайлар инем. Бары тик йәшлек менән һау­лыҡҡа иғтибар бүлмә­гәнгә үкенәм. Ғөмүмән, ауыл балалары үҙенең һаулығына ҡарата битараф бит ул. Йәрәхәт алһаҡ та дауаханаға бармай инек. Аяҡтарҙы һығып бәйләйбеҙ ҙә, артабан бейеп китәбеҙ. Һыуыҡ тейһә лә, температура күтәрелһә лә, аяҡ өҫтө үткәрҙек. Һуңғы сиккә еткәндә генә табипҡа күренәбеҙ. Сәхнәнән ваҡытлыса ла китке килмәй ине. Фанаттарса яратыу шулай булалыр, күрәһең. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул саҡтағы еңел ҡараш хәҙер үҙен һиҙҙертеп ҡуя.

– Бейеү сәнғәтендә кумирығыҙ, остазығыҙ тип кемде һанайһығыҙ?

– Кумирым – Башҡортостандың халыҡ артисы Рәшиҙә Туйсина. Сәхнәләрҙе гөрләтеп бейеп йөрөгән саҡта рәхәтләнеп аралашырға форсат булманы. Былтыр ул Сибайға эш сәфәре менән килгәндә музыка мәктәбенә лә саҡырҙыҡ. Балаларға оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, ҡыҙҙарға “Заһиҙә” бейеүен өйрәтте. Шул саҡта легендар шәхес менән рәхәтләнеп аралашыу бәхете тейҙе. Көндөң үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Ә остазым – Гөлназ Вәкил ҡыҙы Аҡназарова. Бейеү серҙәрен профессиональ кимәлдә иң беренселәрҙән булып ул өйрәтте. Мин килгән саҡта “Ирәндек” ансамбле етәксеһе ине. Ҙур сәхнәгә тәүге аҙымдарым да, сит илгә беренсе сәйәхәтем дә ошо ансамбль менән башланды. Аҙаҡ уны Сибай филармо­нияһына саҡырҙылар. Беҙ ҙә уға эйәреп ҡайттыҡ. Бала саҡ хыялымдың тормошҡа ашыуында уның өлөшө ҙур, шуға ла рәхмәтлемен. Ә тормошта әсәйемдең кәңәштәренә таянам, унан өлгө алам. Ул бер ваҡытта ла һынауҙар алдында юғалып ҡалманы, уларҙы сабыр ғына еңә белде. Сулпан һеңлем менән беҙҙең йәш айырмаһы йәш ярым ғына. Университетта бер осорҙа уҡыныҡ. 1990 – 1995 йылдар, совхозда эш хаҡы түләнмәй. Әсәйем район үҙәгенә йөрөп эшләй. Өҫтәүенә, улар малды күбәйтеп, һөт ризыҡтары менән һатыу итеп, аҡса тапты.

– Ғаиләгеҙҙә сәнғәт кешеһе булы­уығыҙҙы аңлайҙармы?

– Ирем таланттарға бай Баймаҡ райо­нынан. Заманында үҙе лә вокаль-инструменталь ансамблдә йырлап йөрөгән. Хәҙер ҙә “Йәнбикә” йырын һуҙып ебәрһә, йырсыларың ары торһон. Концерт-спектаклдәргә яратып йөрөй. Шуға бейеүсе булыуымды тыныс ҡабул итте. Балалар тыуғас, эште ҡалдырыр, тип өмөт итә ине, тик мин хаҡлы ялға киткәнсе сәхнәгә тоғро ҡалдым. Ул шәхси эшҡыуарлыҡ менән булыша. Ике ҡыҙыбыҙ үҫә, береһе лә юлымды дауам итергә теләмәне. Минең менән гастролдәргә йөрөп йәки ялдарҙы олатай-өләсәйҙәре менән үткәреп, бейеүсе тормошоноң ауырлығын татып үҫтеләр. Олоһо химия фәнен яратты, хәҙер ошо йүнәлеш буйынса Екатеринбург ҡалаһында уҡып йөрөй. Бәләкәсе сәнғәт мәктәбенең гитара класын тамамланы. Киләсәктә киноактриса булырға хыяллана.

– Хаҡлы ялға өйрәнеп буламы?

– Сәхнәнән китеү еңел булманы. Тәүге осорҙа күңелем толҡа тапмаған кеүек ине. Ә хәҙер яйлап өйрәнеп барам. Бигерәк тә ғаиләм ҡыуана: ниһайәт, мин уларға иғтибар бүлә башланым. Ваҡытында йоҡлап, ваҡытында торам. Ялдар, байрамдар яҡын кешеләрем менән тыныс ҡына үтә. Олоғая килә юл йөрөү ялҡыта башлағайны. Балалар ауырып китә, ә мин ҡайта алмайым. Шундай мәлдәрҙә йөрәк өҙгөләнә ине. Хәҙер тынысмын, шулай ҙа сәхнә, тамашасылар һағындыра. Бейеү­ҙән айырылманым мин: музыка мәктә­бендә хореография дәрестәре алып барам. Бынан тыш, Сибай институтының “Ете ырыу” ансамблен етәкләйем. Балалар менән эшләү һағындырған, кинәнеп эшләйем.

– Балаларҙа бейеүгә ынтылыш бармы? Әллә уларҙы күберәк ата-әсәләр йөрөтәме?

– Бәләкәйҙәр бейеүгә атлығып килә, ата-әсәләрен ныҡышып, хатта илап күндергән осраҡтар бар. Матур, талантлы, тырыш балалар күп. Тик һаулығы буйынса бер нисә йылдан ташлағандар йыш осрай. Артыҡ ҡатмарлы трюктар яһатмаҫҡа тырышам: сөнки уларҙың һаулығы, ғүмере өсөн беҙ яуаплы. Тайып йығылыу, яҙа баҫыу осраҡтары була. Халыҡ бейеүенә иғтибар бүлергә кәрәк.

Һәр бала индивидуаль икәнен оноторға ярамай. Кемгәлер барыһы ла еңел бирелә, кемгәлер ваҡыт кәрәк. Бейеү кешене дисциплинаға, яуаплылыҡҡа өйрәтә. Шуға күрә, баланың ынтылышы булһа, бейетергә кәрәк. Был юл уныҡы түгел икән, үҙе үк бер нисә йылдан туҡтаясаҡ.

– Яңы йыл байрамы менән бәйле ниндәй хәтирәләр һаҡлайһығыҙ?

– Байрамды ғаиләм менән ҡаршы алырға яратам. Матур табын ҡороп, күңелле итеп ултырырға тырышабыҙ. Нимәһе ҡыҙыҡ: филармонияла эшләгән һуңғы йылдарҙа беҙҙе лә Яңы йыл әкиәттәрендә ҡатнаштыра торғайнылар. Көн һайын 4 – 5 тапҡыр уйнап, башҡарған образдарға шул тиклем ныҡ өйрәнеп китә инек. Хатта аҙаҡ уларҙан ҡотола алмай бер булдым (көлә – авт.)

“Йәшлек” гәзитен уҡыусыларға һаулыҡ һәм бәхет теләйем. Һәр минуттың, һәр көндөң ҡәҙерен белеп, ауырлыҡтарға бирешмәй йәшәргә насип булһын! Көслө рухлы булып ҡалығыҙ. Яңы йылыбыҙ матур ваҡиғаларға бай булһын!

– Әңгәмә өсөн рәхмәт, Ләйсән Әсхәт ҡыҙы. Яңы йылда уңыштар, һаулыҡ, ғаилә именлеге насип итһен!


Фото: Гөлнур ҠЫУАТОВА.


Читайте нас: