Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
29 Октябрь 2020, 12:46

Театр сәнғәтенә юл йыр аша һалына

Һәр ваҡыт театрҙа эшләһә лә, уны тамашасылар тәү сиратта йырсы булараҡ белә, ярата, хөрмәт итә. Сәхнәгә сығарған йырлы образдары халыҡ хәтеренә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Ә “Аҡсарлаҡ” йыры үлемһеҙгә әүерелде. Һүҙем Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Алһыу БӘХТИЕВА тураһында. Ул да бит – “Урал моңо” конкурсының тәүге лауреаттарының береһе.

Сибай педагогия училище­һын тамамлап, Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына уҡырға килгән Баймаҡ һылыуының таланты барлығын белгәс, “Каруан­һарай” төркөмө егеттәре уға бергә эшләргә тәҡдим итә. Йыр яратҡан моңло тауышлы ҡыҙ ҡуш ҡуллап риза була һәм ышаныслы аҙымдар менән ижад юлын башлап ебәрә. Үткән быуаттың 90-сы йылдары башында популяр бул­ған был төркөм Башҡортостан буйлап туҡтауһыҙ гастрол­дәр­гә йөрөй, яңы йырҙар яҙ­ҙыра, тәжрибә туплай. Тик тын­ғыһыҙ ижад итеү Алһыуҙың уҡыуына ҡамасаулай башлай. Алда имтихандар, күп кенә дәрес ҡалған, ә иң мөһиме тип һаналған “актер оҫта­лығы” дәресендә курсташтары репетиция яһар өсөн йыш ҡына уның гастролдән ҡайтыуын көтә. Театрҙа эш­ләр өсөн төплө белем алырға теләгән ҡыҙ 2-се курсты тамамлаған йылда “Каруан­һарай” төркөмөнән китергә ҡарар итә.
Ә йырға, моңға тулы күңеле барыбер ҙә сәхнәгә, тамашасылар алдында сығыш яһарға әйҙәй. Шул мәлдә Алһыу Бәхтиева айырым йырсы булараҡ танылыу яуларға тигән маҡсат ҡуя. Конкурстар буйынса тәүге сирҡанысты 1992 йылда, Нефтекама ҡала­һында үткән “Дуҫлыҡ йыры” бәйгеһендә ала. Ә теүәл бер йылдан ул үҙен “Урал моңо” конкурсында һынап ҡарарға була.
– “Каруанһарай” менән сы­ғыш яһап, ярайһы ғына тәжри­бә туплағайным инде. Етмәһә, театр факультетында уҡыу сәхнә ҡанундарын аңларға ярҙам итте. Шуға күрә жюри алдында артыҡ тулҡынланып, ҡурҡып торманым, ҡыйыу ғына итеп сығыш яһаным. Тамашасы йылы ҡабул итте, жюри ағзалары ла тәнҡитләмәне. Иҫтә ҡалыр­лыҡ ике ваҡиға булды. Берен­сеһе – сәхнә костюмы һайлау. 90-сы йылдарҙы һәр кем хәтерләйҙер: дефицит заманы, магазинда әйбер табып булмай. Йыр һайлауҙан да ауырыраҡ булғандыр ул. Өфө буйлап йөрөй торғас, баҙар­ҙан ялтырауыҡлы итәкле костюм алдым. Ә махсус күлдәк тектереү тураһында ниңәлер уйламағанмын. Тағы ла мин “Урал моңо”нда үҙемдең ғүмерлек ижадташ дуҫтарым­ды таптым. Бәйгелә гран-при яулаған “Диуана” төркөмөндә Руслан Ниғмәтов йырлай ине. Беҙ бөгөнгө көнгә тиклем аралашабыҙ, күпселек йы­рымдың аранжировкаларын ул эшләй. “Рух”, “Дәрүиш” төркөмдәре менән дуҫ бул­дыҡ. Азат Йыһаншин менән башҡарған “Мөхәббәтем” йы­рын Юлай Асҡаров ижад итте. Шуға күрә был фестивалгә ғүмерем буйы рәхмәтлемен. “Урал моңо” лауреаты була­раҡ бер ни тиклем ваҡыттан “Йәшлек-шоу” фестивалендә сығыш яһарға саҡырыу ал­дым. Концерт ваҡытында кө­төл­мәгән хәл килеп сыҡты: техник сәбәптәр арҡаһында көй туҡталып, ярты минуттан ашыу пауза барлыҡҡа килде. Ул заманда плюсҡа йырлау бөтөнләй юҡ ине, сәхнә ур­та­һында нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалдым. Ҡурҡыу, ҡаушау, оялыу, ғәрләнеү... Шулай ҙа үҙемде ҡулға алып, йырҙы аҙағынаса башҡарып ҡуйҙым, – тип иҫкә ала Алһыу Бәхтиева ул саҡтарҙы.
“Урал моңо”, “Йәшлек-шоу” фестивалдәре ойошторола башлағас, баш ҡалала баш­ҡортса дискотекалар, танышыу кисәләре, осрашыуҙар барлыҡҡа килә. Унда ҡатна­шыу йәш йырсыларға тағы ла нығыраҡ танылырға ярҙам итә. Тик Алһыу бер йылдан уҡыуын тамамлап, Сибай ҡалаһына күсеп килә һәм Арыҫлан Мөбәрәков исе­мен­дәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эш башлай. Әйләнгән һайын Өфөгә барып булмай, сөнки эш башлау менән уны һәр премьерала тиерлек ҡатнаштыра баш­лай­ҙар. Хатта улы Азамат тыуғас, һигеҙ көн үтеүгә репетицияға саҡыралар. Яңынан-яңы рол­дәр, репетициялар, гастрол­дәр, ғаилә мәшәҡәттәре... Шулай ҙа театр етәкселеге талантлы артистарға йыр-моң­дар менән дә сығыш яһау мөмкинлеге тыуҙыра: театр янында концерт бригадаһы төҙөлә. Алһыу Бәхтиева, Юлай Үҙәнбаев, Фәнил Кин­йәғолов, Фәрүәз Урманшин, Айгөл Хәкимова, Илшат Вәли­шиндарҙан торған төркөм ҙур программа төҙөп, райондар буйлап гастролдәргә сыға. Хатта Өфө сәхнәһендә лә сығыш яһарға, тулы залдар йыйырға насип була. Һәм 2000 йылда Алһыу Бәх­тиеваның баш ҡалаға күсеп, ижадының яңырыш кисе­реүенә лә ошо концерт сә­бәпсе була, шикелле. Хәйер, был турала һуңыраҡ, икенсе рубрикала бәйән итербеҙ. Ә бөгөнгө тарих үткән быуаттың 90-сы йылдарына ҡағыла ине бит...
Быйыл үҙенең алтын юбилейын билдәләгән, үҙенсә­лекле моңо менән күптәрҙең күңелен әсир иткән, тиҫтә­ләрсә образы менән театр сәнғәтен байытҡан Алһыу Бәхтиеваның ижады тап шул йылдарҙа башланып, бөгөнгө көндә лә дауам итә. Һәм киләсәктә лә тамашасыларын шулай шатландырып торорға насип булһын уға!
Фото: Ю.Кәримов
Читайте нас: