Бөтә яңылыҡтар

«Ялҡаулыҡтан да ваҡытында ҡотолорға кәрәк...»

Уның хеҙмәт юлы Нефтекама дәүләт филармонияһында башланып, инде 20 йылдан ашыу ошо мәҙәниәт усағынан айырылмай. Бөтөнләй сит ҡала уны үҙ улы кеүек ҡабул итеп, яратҡан һөнәрендә рәхәтләнеп эшләргә мөмкинлек биргән. “Йәшлек” тең бөгөнгө ҡунағы – бейеүсе, педагог, “Түңгәүер” бейеү ансамбле солисы Юнир ШӘРИФУЛЛИН.

– Юнир, һине Нефтекама фи­лармонияһының йөҙөк ҡашы, тип әйтһәк, һис арттырыу булмаҫ. Унда эшкә килгәнеңдә уның бер йыллыҡ ҡына тарихы булған, шуға күрә бер­гәләп үҫкәнһегеҙ, тиергә лә мөмкин. Бында нисек килеп эләктең?
– Рәхмәт. Дөрөҫөн әйткәндә, эшкә килгәнсе Нефтекама ҡалаһының бар­лығын картаға ҡарап ҡына белә инем. Стәр­летамаҡ мәҙәниәт технику­мының бейеү бүлеген та­мамлағас, бында филармония асылғанын белеп, оста­зымдың кәңәше буйынса килеп ҡарарға булдым. Нефтекама ныҡ оҡ­шаны: артыҡ ҙур ҙа, бәләкәй ҙә түгел, Стәрлетамаҡҡа оҡшаш кеүек. Матур, йәшеллек.

– Ә үҙең ҡайһы яҡ егете булаһың? Бала саҡтан сәхнә тураһында хыялландыңмы?
– Ҡыйғы районының Арыҫлан ауылында, ете балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. Әсәйем – уҡытыусы, атайым ауыл хужалығында эшләне. Улар ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашты: йыр, бейеү, спектаклдәрҙә уйнау. Шуға беҙҙә – балаларында ла сәнғәткә һөйөү тәрбиәләгән­дәрҙер. Оло ағайым да мәктәпте тамамлағас, мәҙәниәт техникумына уҡырға барған, тик һағынам, тип ике айҙан һуң ауылға кире ҡайтҡан. Ә Венер ағайым Өфө сәнғәт училищеһын тамамланы, Башҡорт дәүләт филармонияһының хор капеллаһында эшләй. Әйткәндәй, уға ҡарап, мине лә ҡайһы саҡта, йырла, тип аптыратып алалар. Ә кем минең тауышты ишеткәне бар: “Юнир, лутсы һин бейеп кенә йөрө!” – тип инәлә (көлә – авт.) Мөнирә апайым иһә оҫта рәссам булды. Хәҙерге Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге гимназия-интернатында уҡыны. Картиналары Японияла үткән конкурста ҡасандыр 2-се урын яуланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер мәрхүмә инде. Ата-әсәйемдәр беҙҙең күп яҡлы талантты күреп, үҫтерергә тырышты, уларға ныҡ рәхмәтлебеҙ.

Ә мин балалар баҡсаһында уҡ бейеү менән һаташа башлағайным инде. Ауылға практика үтергә килгән буласаҡ уҡытыусылар, тәрбиәселәр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре беҙҙең менән бик күп сара ойошторҙо, концерттар ҡуйҙы. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумынан практика үтергә килгән Гөлфирә апайҙы һаман да хәтерләйем, үҙе Мәсетле районынан ине. Ул балаларға күмәк бейеү өйрәтте лә, миндә ынтылыш барлығын күрептер инде, яңғыҙыма ла бейеү һалды. Һәм һәр ваҡыт сәхнәлә сығыш яһай башланым. Уҡытыусылар ҙа, туғандарым да: “Һиңә ошо йүнәлеш буйынса белем алырға кәрәк”, – тип кәңәш бирҙе. Те­ләгемде белгәс, атай-әсәйем дә ҡаршы булманы. Әлбиттә, уҡырға киткән саҡта, диплом алғас мәҙәниәт йортонда эш­ләрмен, ауыл йәштәрен, мәктәп балаларын бейергә өйрәтер­мен, тип барғайным. Ан­самблдә бейеү, ҙур сәхнәлә сығыш яһау тураһында уйлап та ҡараманым.

– Уҡыуы ауыр булманымы? Аңлауымса, һин мәктәп йылдарында тик “самоучка” булараҡ бейеп йөрө­гәнһең...

– Республиканың барлыҡ филармония һәм ансамблендә Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлаған бейеүселәр эшләһә лә, беҙҙе башлыса мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре булараҡ әҙерләнеләр. Шуға күрә үҙем менән тиң булған ауыл балалары менән уҡығас, ауырлығы артыҡ һиҙелмәне. Әгәр Өфө хореография училищеһына ингән булһам, эйе, күпкә ҡыйынға тура килер ине.

Ә ансамблдә эшләү тәжрибәһен техникумдың “Аҡбуҙат” бейеү ансамблендә алдым. Етәксеһе Рәлиф Хафиз улы Сәфиуллинға рәхмәтлемен. Ул минән ансамбль артисы яһаны һәм тап уның кәңәше менән бында эшкә килдем. “Аҡбуҙат” менән төрлө ҡалала сығыш яһаныҡ, башҡа төбәк­тәрҙә үткән фестивалдәрҙә ҡатнаштыҡ. Берҙәмлек, күмәк көс һәм бер-береңә ҡарата иғтибарлы булыу – ошо сифаттар булмаһа, ансамблдә эшләү мөмкин түгел. Ғөмүмән, Стәр­ле­тамаҡ техникумы студент­тарға ҙур база бирә. Әйтеп үтеүемсә, уны тамамлаусылар бейеү сәнғәтенең төп көсө бу­лып тора, тип ҡурҡмай әйтергә була. Бында эшкә килгәс, алдағы курстарҙа уҡыған таныштарҙы күреп һөйөндөм. “Түңгәүер”ҙең яртыһы – беҙҙекеләр.


– Яңғыҙ бейеү һәм ансамбль – ҡайһыһы көстө күберәк талап итә?

– Айырып әйтеп булмай. Ҙур сәхнәлә япа-яңғыҙ тамашасыны арбау еңел түгел. Мәҫәлән, бер үк бейеүҙе биш кеше бейеһә, биш төрлө сыға. Сөнки һәр бейеүсенең эске донъяһы, баш­ҡарыу оҫталығы бар. Кем­дәндер ҡайтыш булыуың да бар бит. Икенсе яҡтан, һин яңғыҙ булғанда яңылыш­лыҡтарыңды үҙеңсә бороп китә, башҡара алмаған тыпырҙау­ҙарҙы икен­сегә алмаштыра алаһың. Ә ансамблдә яңылышһаң йәки хәрәкәттәрҙе эшләй алмаһаң, шунда уҡ күренә. Сәхнәләге башҡа бейеүселәрҙең хеҙмәтен юҡҡа сығармаҫ өсөн, мөмкин булмағанды ла эшләргә кәрәк.

– Ә сит ҡалала эш башлаған сағың хәтереңдә нисек ҡалды?

– Дөрөҫөн генә әйткәндә, эште илке-һалҡы башланым. Сөнки “Түңгәүер”ҙең төп составы һигеҙ пар бейеүсенән тора ине, мине туғыҙынсы егет итеп алдылар. Ике ай буйы сәхнәгә артыҡ сыҡманым, хәйер, ул мәлдә күберәк репетициялар мәле ине. Тамам ялҡауландым. Ҡыҙҙар: “Ул бер нәмә лә белмәй”, – тип минең менән пар булыуҙан баш тарта башланы. Бының аҙағы нимә менән бөтөр ине, белмәйем (бәлки, эштән дә китергә тура килер ине), әгәр ҙә шул йылда ансамблдең өс егете бер юлы әрме сафына алынмаһа. Миңә бер айҙа солист дәрәжәһенә күтәрелергә тура килде. Көнө-төнө тигәндәй репетиция яһап, илке-һалҡы йөрөүҙе шулай бишләтә ҡайтарҙым. Яңы йылда башҡалар менән бер рәттән сығыш яһай башлағайным инде. Аҙаҡ үҙемә генә һәм парлап бейер өсөн махсус бейеүҙәр һалынды. Күмәк сығыштар араһында ла сольный партияларым бар. Бөгөнгө уңыштарымдан сығып, шуны әйтә алам: ялҡаулыҡтан һәм башҡа яман ғәҙәттәрҙән ваҡытында ҡотолорға кәрәк.

– Сәхнәлә даими партнерың бармы?

– Хәҙер юҡ, төрлө бейеүҙә төрлө партнер тура килә. Ә элек гел генә Башҡортостандың ат­ҡаҙанған артисы, филар­мо­нияның тәүге көндәренән эш­ләгән Гөлнара Сафарова менән бейенем. Ул хәҙер – “Түң­гәүер”ҙең етәксеһе.

– Ғаиләң менән дә таныштырып үтһәң ине...

– Кәләшем Зөлфиә менән “Түңгәүер”ҙә таныштыҡ. Ул Учалы районының Оҙонкүл ауылында, күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы мәҙә­ниәт һәм сәнғәт колледжын тамамлап, беҙгә эшкә килгәйне. Тәү ҡараштан күңелемә оҡ­шаны. Әле Лилиә исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ.

– Мине ябай тамашасы булараҡ, концерт ҡарағанда гел бер һорау борсой: 2 – 3 сәғәтлек концерт програм­маһында бейеүселәр нисек яңылышмай ул?

– Көн һайын 5-әр сәғәт репетиция яһап, ул мейегә һеңеп ҡала, шикелле. Хатта ҡайһы бер бейеүҙәр репертуарҙан төшөп ҡалһа, йылдар буйы бейелмәй. Онотолған кеүек булһа ла, музыка башланыу менән бөтөн хәрәкәт, бейеү төҙөлөшө иҫкә төшә. Ә инде алда ансамблдең ике сәғәтлек концерты торһа, беҙ ике ай алдан әҙерләнә башлайбыҙ бит.

– Һеҙҙең филармонияла биш ижади төркөм эшләй. Һин кемдәр менән сығыш яһайһың?

– Бейеүселәр “Түңгәүер” ансамбленә ҡараһа ла, бер­кетелгән генә төркөмө юҡ. Мин дә, башҡалар кеүек үк, кем саҡыра – шулар менән, ҡайҙа ҡушалар, шунда барып сығыш яһайым.

– Һинең өсөн бейеү нимә ул?

– Тормошомдоң төп өлөшө: эшем дә, яратҡан шөғөл дә. Ашар ашым да, кәйефем дә, көнөмдөң нисек үтеүе лә уға бәйле.

– Бейеүсе һөнәре ҡат­марлымы?

– Һәр эштең плюстары һәм минустары булған кеүек, бейеүсе һөнәренең дә матур һәм насар яҡтары бар. Ҡатмарлылыр, сөнки мәҙәниәт техникумына уҡырға ингән бер төркөм егеттең тик өсәүһе генә диплом алыу бәхетенә иреште. Бер егет Пермь өлкәһенең Барҙа районынан ине, тыуған яҡтарына эшкә ҡайтып китте, мин – бында. Зарифйән Сибай филармонияһында эш башланы.

Бер яҡтан ҡараһаң, бейеүселәр сағыштырмаса иртә хаҡлы ялға сыға. Ә артабан нимә эшләргә, нисек йәшәргә? 50 йәшең дә тулмайынса өйҙә ятып булмай, пенсия аҡсаһының да күләмен беләһегеҙ...

– Ә һин хаҡлы ялға сығырға әҙерме?

– Алла бирһә, һаулыҡ булһа, әле генә сәхнәнән китке килмәй. Шулай ҙа ваҡыт үтә, йылдар алға саба. Бер ваҡыт ул көн дә етер. Мин ситтән тороп Бөрө институтының филология факультетын тамамланым. Бейеү буйынса махсус белемем булғас, юғары белемде ошо йүнәлештә алырға булдым. Әлбиттә, балаларҙы башҡорт теленән уҡытыуымды күҙ алдына килтерә алмайым. Шулай ҙа педагог булараҡ, тәжрибәм бар: Краснокама районының Яңы Ҡайынлыҡ ауылындағы “Ынйы” ансамблен етәкләйем. Ауылда күпфункциялы үҙәк асылды, эшләргә мөмкинлектәр бар. Уҡыусыларым ауылда үткән барлыҡ сарала сығыш яһай, конкурстарҙа ҡатнаша. Мәктәптең 100 йыллығын билдәләгәндә лә һынатманы. Үҙҙәре лә, ата-әсәләр ҙә ҡәнәғәт. Эш башлағанға тиклем белмәй инем: был эшем үҙемә лә оҡшай. Уҫал да, талапсан да булырға тура килә, маҡтап ебәрергә лә кәрәк. Иң мөһиме – балаларҙың күңелен төшөрмәү, бейеү сәнғәтенә ҡарата уларҙа һөйөү уятыу.

– Уҡыусыларың араһында һинең юлдан да китеүселәр булһын, Алла бирһә! Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Юнир.


Фото: Т.Аманов


Читайте нас: