Бөтә яңылыҡтар

«Әсәйем кейәүен үҙе һайланы»

Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Зөлфиә һәм Азамат ХӘЛИЛОВТАР – Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры тарихының алтын нигеҙен тәшкил иткән шәхестәр. Уларҙың юлын дауам иткән ҡыҙҙары – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Зилиә СИТДИҠОВА менән ата-әсәһе тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Зилиә, ғәҙәттә, артист балалары сәхнә артында һәм гастролдәрҙә үҫә...

– Минең дә шулай булды. Ниңәлер балалар баҡсаһына йөрөргә яратманым. Һаман да хәтеремдә: бер кем менән дә уйнамайым, тәҙрәгә ҡарап, театрға барырға ҡасан кис етә инде, тип көтәм. Ә унда бер ҡасан да, арыным, ҡайтайыҡ, тип мыжығаным булманы. Атай менән әсәй шул тиклем театрҙы яратты, улар хатта үҙҙәре уйнамаһа ла, спектакль ҡарарға бара ине. Минең өсөн репертуар яратҡан һәм яратмаған тамашаларға бүлен­гәйне. Тағы ла атайымды сәхнәлә уйнаған саҡта партнерҙарынан ҡыҙғаныуым иҫтә ҡалған. Гастрол­дәргә йөрөргә лә яраттым. Тәүге осорҙа фатирға төшә инек. Йорт хужаларының балалары менән дуҫ­лашып бөттөк. Ҡунаҡханалар заманы еткәс, бөтөнләй рәхәткә сыҡтыҡ. Оло артистар мине тәмлекәстәр менән һыйлай торғайны.

Атай-әсәйемә эйәреп, фестивал­дәргә лә йөрөнөм. Барлыҡ номинацияны яттан белдем. Стәрлетамаҡ театры приз алһа – шатланам, төшөп ҡалһа, ҡайғыра инем.

– Билдәле шәхестәрҙең балаһы булыуыңа дуҫтарың иғтибар бир­ҙеме?

– Тәүҙәрәк атай-әсәйемдең ҡайҙа эшләгәнен әйтмәнем. Уҡытыусылар мине гел генә мәҙәни сараларға шиғыр һөйләргә, алып барыусы булырға саҡырҙы. Риза булмай, ҡасып китеп ыҙалаттым. Ябай кеше булғым килде.

Гастролдәр мәлендә ауыл балалары ла минең менән уйнарға ҡурҡты. Бер тапҡыр шулай ниндәйҙер ауылда туп уйнап йөрөгән малайҙарға барып ҡушылдым. Береһе яңылыш тибеп, башыма туп килеп бәрелгәйне, тегеләр: “Ҡастыҡ, был бит артист балаһы! Ну хәҙер беҙгә эләгә...” – тинеләр ҙә юҡҡа сыҡтылар.


– Ә тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә нисә йәшеңдә сыҡтың?

– 6 –7 йәштәр тирәһе ине. “Яҙҙар моңо” – һуғыш тураһындағы спектакль. Бакировтарҙың, Йәнбәков­тарҙың балалары менән бергә күмәк сәхнәгә сығарҙылар. Иң ҡыйыны күлдәк табыу булды. Ниңәлер балалар өсөн махсус тегелмәне, өйҙән алып барҙыҡ. Тағы ла беҙгә алғы планға сығырға ҡушманылар, репетиция ваҡытында йыш ҡына: “Дети, вы сзади!” – тип ҡысҡыралар ине.

Ул саҡтағы кисерештәр һаман да хәтерҙә: үҙемде театрға кәрәкле кеше итеп тоя башланым.


– Һинең артист булып китеүеңә ата-әсәйең булышлыҡ иттеме, әллә, киреһенсә, улар ҡаршы булдымы?

– Мәктәп йылдарында хыялдар төрлө булды: табип, физика-математика уҡытыусыһы, театр тәнҡитсеһе. Ә 11-се класта уҡығанда артист буласағымды ныҡлы хәл иттем – күрәһең, ҡан тартҡандыр. Үҙем беләм: ауыр профессия. Режим юҡ, матди ауырлыҡтар күп, хис-тойғоло эш. Теләгемде белгәс, әсәйем шатланды, атайым аптырап ҡалды. Ул ниңәлер минең хоҡуҡ белгесе булыуымды теләне. “Сәнғәт институтына инергә ярҙам итмәгеҙ. Үҙем инә алһам – барам, алмайым икән – икенсе һөнәр һайлармын!”– тинем. Ниңәлер ул саҡта үҙ көсөмдө һынап ҡарағым килде.


– Зөлфиә апай, профессиональ артист булараҡ, һинең уйнағанды тәнҡитләгәне булдымы?

– Иң ҡурҡҡан, тулҡынланған сығышым атай менән әсәй алдында була ине. Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡығанда уларҙы бер ҡасан да имтиханға саҡырманым. “Әле әҙер түгелмен,” – ти инем. Ә хәҙер тәнҡит һүҙҙәрен һорап алам. Тик әсәйем өсөн мин һаман да бала ҡалам. Артыҡ ҡаты фекерҙәрен белдермәй шикелле.


– Ул ниндәй хужабикә һәм өләсәй?

– Иҫ киткес шәп! Үҙе генә бешерә белгән ризыҡтары бар. Өйҙә һәр саҡ тәртип, бөхтәлек. Айбулат ейәне менән рәхәтләнеп ҡоторалар, әрлә­шәләр, шунан тиҙ генә ярашалар ҙа тағы ҡотора башлайҙар. “Неправильный өләсәй” тип йөрөтә үҙен.


– Әсәйеңдең иң шәп өс сифаты...

– Уй-й, улар бик күп бит... Ул бала саҡтан уҡ беҙҙе үҙаллы булырға өйрәтте, хәл иткес осраҡтарҙа үҙебеҙгә һайлау мөмкинлеге бирҙе. Бының өсөн мин һәр саҡ рәхмәтлемен. Тағы ла уның еңел кеше булыуы оҡшай: уйлай ҙа, тиҙ генә эшләп тә ҡуя. Ихлас әңгәмәсе, һөйләшеп, серләшеп һүҙҙәр бөтмәй.


– Ә һине кемгә оҡшаталар?

– Төҫөм – әсәйемдеке, холҡом – атайымдыҡы.


– Ғаилә ҡорғаныңда буласаҡ кейәүен атай-әсәйең “энә күҙә­үенән” үткәрҙеме? Азамат ағай менән Айнурҙың уртаҡ һыҙаттары бармы?

– Айнур атайым мәрхүм кеүек үк ашарға бешерергә ярата, машинаны оҫта йөрөтә. “Энә күҙәүенә” килгәндә, улар уҡыу йылдарында уҡ танышып, һынашып бөткәндер ул. Әсәйем кейәүен үҙе һайланы, тиһәм дә дөрөҫ булыр. Сәнғәт институтына инергә имтихан биреп йөрөйбөҙ, өсөнсө тур бара. Әсәйем абитуриенттар ара­һынан папка тотҡан, бөхтә кейенгән, ҡырынған, бөҙрә сәсле егет эргәһенә барып ултырҙы ла һөйләшә башланы. Танышып, тиҙ генә уртаҡ тел тапты былар. Быға йәнем көйә башланы, ни эшләп шул малай янында ултыраһың, минең янымда бул, тием. Аҙаҡ әсәйем икебеҙҙе таныштырҙы. Айнур менән бер курста уҡый башлағас, дуҫлашып киттек.


– Бер туған һеңлең Айһылыу ниндәй һөнәр һайларға теләй?

– Ул да минең кеүек булыр, моғайын. Әлеге ваҡытта биология йүнәлеше буйынса 11-се класта уҡый. Быйыл, театр, тип һөйләнә башланы. Ай ярым ваҡыт бар, нисек булырын күҙ күрер...


– Ә үҙең балаларыңдың сәхнә кешеһе булыуын теләйһеңме?

– Эйе. Әҙерлек бирәсәкмен: музыка мәктәбе, бейеү, шиғыр һөйләү һәм башҡалар. Ә ҡалғанын үҙҙәре һайлар.


– Академтеатрҙа эш башлауың нисек булды, һәм был яңылыҡты атай-әсәйең нисек ҡабул итте?

– Сығарылыш курстарының диплом эшен ғәҙәттә төрлө театр етәкселәре, режиссерҙары килеп ҡарай. Беҙҙең курстан бер нисә кешене, шул иҫәп­тән мине лә, академтеатрға кастингка саҡырҙылар. Был турала бер кемгә лә, хатта әсәйемдәргә лә әйтмәнем.

Айнурға саҡырыу булманы. Һайлап алыу турына бер өҙөк әҙерләгәйнем, ярҙамға уны алдым. Шулай итеп, комиссия алдына икәү бергә сыҡтыҡ. Аҙаҡ Олег Ханов эшкә алыныусы­ларҙы иғлан иткәс, аптырап ҡалдыҡ: исемлектә икебеҙ ҙә бар ине. Театрҙан сыҡтыҡ та Салауат Юлаев һәйкәле яғына йүнәлдек. Шып-шым, һөйләшмәйбеҙ, ышанғы килмәй. Ҡапыл ғына ниндәй бәхет йылмай­ғанын аңланыҡ та, шатлана, көлә, һикерешә башланыҡ. Мин телефондан шылтыратып, ҡысҡыра-ҡысҡыра ата-әсәйемә хәлде энәһенән ебенә тиклем һөйләп бирҙем.

Был театр күңелемә Стәрленеке кеүек үк яҡын. Сөнки атайым студент йылдарында уҡ ошонда хеҙмәт юлын башлаған, тәүге ролдәрен уйнаған. Шуға ла ул минең был уңышыма ныҡ шатланды.


– Зөлфиә апайҙың ниндәй роле һиңә айырыуса нығыраҡ оҡшай? Уның менән бергә спектаклдә уйнар инеңме?

– Ҡарауы күңелле булһа ла, комедия жанры иң ауыры булып һанала. Әсәйем комик ролдәрҙе айырыуса шәп башҡара. Тағы ла шиғырҙарҙы матур һөйләй. Был йәһәттән ул миңә өлгө булып тора.

Бергә уйнарға мөмкинлек булһа, баш тартмаҫ инем. Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһе сәхнәһендә атайымдың хәтер кисәһен икәүләп алып барҙыҡ. Бер-беребеҙгә терәк булып, йыуатышып. Ҡәҙерле кеше­беҙҙе юғалтыу беҙгә ҙур һынау булды. Инде Аллаһы Тәғәлә әсәйемә һаулыҡ, бәхет, сабырлыҡ бирһен.


– Амин! Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Ата-әсәйеңдең юлын уңышлы дауам итеп, һеҙҙең ғаиләгә лә ижади оҙон юлдар теләйбеҙ.


Фото: ғаилә архивынан

Читайте нас: