Бөтә яңылыҡтар

«Йыл ярымда туған телемдә биш йыр ижад итеүем менән ғорурланам!»

Силәбе өлкәһендә башҡорт һәм рус милләтле ҡатнаш ғаиләлә тыуған Виктория Буранғолова дүрт телдә, шул иҫәптән башҡортса ла йырҙар яҙа

Күңелдең нескә ҡылдарын сирткән, йөрәккә үтеп ингән наҙлы тауышлы был ҡыҙҙың йырлағанын ишеткәс, ҡайһы милләт һылыуы булыуы менән ҡыҙыҡһындым. Исеме Виктория Бакарди булһа ла, һис шикһеҙ, үҙебеҙҙеке, тигән уй үтте. Сөнки был гүзәл заттың тышҡы ҡиәфәтенән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының илаһи матурлығы бөркөлөп тора. Ысынлап та, Бакарди – ул ижади псевдоним, ә ысын фамилияһы Буранғолова булып сыҡты.


Йырсы, блогер һәм алып барыусы Силәбе өлкәһе Уй районының Әмин ауылында башҡорт һәм рус милләтле ҡатнаш ғаиләлә донъяға килә. Буй еткергәндә ике телдә лә аралашып үҫә, ә бына мәктәптә татарса белем алырға мәжбүр була.

Әйткәндәй, алты йәшенән алып сәхнәлә сығыш яһаған Виктория мәктәптең йөҙөк ҡашы була. Өҙҙөрөп йырлай, бейей, барлыҡ спорт сараһының уртаһында ҡайнай, төрлө фәндән олим­пиадаларҙа ҡатнаша. Фортепиано класы буйынса музыка мәк­тәбендә белем алыу, вокал төркөмө менән район буйлап гастролдәргә сығыу – Вика бала сағынан уҡ тамашасыға юл ярған, үҙ моңо һәм үҙенсәлеге менән арбаған.

Урта мәктәптән һуң ҡыҙ, әлбиттә, сәнғәт юлынан китеү тураһында хыяллана. Тик әсә балаһын киләсәктә сит телдәр белгесе итеп күрергә теләй. Ғәзиз кешеһенең һүҙенә ҡар­шы барырға ҡыймайынса, Виктория Силәбе дәүләт университетының сит телдәр фи­лологияһы факультетына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортонда ла ул йыр-бейеүҙән айы­рылмаҫҡа хәл итә, ә дүртенсе курста була­саҡ һөнәре буйынса мәктәпкә эшкә урынлаша. Ҡулына инглиз һәм немец телдәре уҡытыусыһы тигән диплом алғас, Силә­беләге урта белем биреү учреж­дение­ларының береһен һайлай.

Өлгөр, тырыш, балалар менән уртаҡ тел тапҡан йәш уҡытыусы шунда уҡ етәксе­лектең иғтибарын йәлеп итә. Бында эшләй башлауына икенсе йыл тигәндә, педагогтар конкурсында ҡатнашырға тәҡдим итәләр. Виктория тамсы ла икеләнеп тормай. Һөҙөмтәлә, үҙенең күпкә тәжрибәлерәк коллегаларын артта ҡалдырып, икенсе урын яулай.

Геройымдан, һис шикһеҙ, бына тигән уҡытыусы сығыр ине. Тик уның күңеле ижадҡа тартыла, ҡыҙ үҙ балҡышын тик сәхнәлә күрә. Быға тиклем тамсы ла йырҙан айырылмаған Вика ҡала мәҙәниәт һарайында шөғөлләнә, “Уралым” вокал коллективы менән бергә сығыш яһай башлай. Тап ошо осорҙа ул тәү тапҡыр башҡортса йыр башҡара. Ҡыҙ әсәһенең туған теленең рухи донъяһына йәм, үҙенсәлекле биҙәк һәм ҡот биргәнен тойоп, хайран ҡала. Был хәлдән һуң башҡорт теленә күберәк иғтибар бүлергә тырыша, яңынан-яңы йырҙар өйрәнә.

Ҡыҙ, уҡытыусылыҡтан китеп, башкөллө сәнғәт донъяһына сума. Хатта Болгарияға йыр конкурсына ла барып ҡайта. Көндән-көн моңдоң барлыҡ нескәлеген төшөнөргә тырышҡан Виктория бер күңелһеҙ хәл арҡаһында йырҙан ваз кисергә хәл итә. Был ҡарар уға үтә ауыр бирелә, сөнки моң ҡыҙҙың ҡанына һеңгән, ғүмерлек юлдашына әйләнгән була.

Тормошонда киҫкен боролош яһарға теләпме, Вика банк мөхитенә барып эләгә, ябай кассирҙан алып офис управляющийы вазифаһына тиклем үҫә. Тора-бара ирекле ижад юлына китеп, ошо рәүешле йыр-моңдо, сәхнәне һағыныуын баҫа. Бизнес-курс тамамлай, кейем-һалым һәм матурлыҡ салондарын асып, үҙен эшҡыуарлыҡта һынап ҡарай. Артабан, Вика үҙе әйтмешләй, үҙ-үҙеңде эҙләү юлы дауам итә. Был мәсьәлә миллион кеше өсөн актуаль. Бик күптәр тормошта үҙ һуҡмағын табыу, һәләтен асыу, бынан рухи һәм матди һөйөнөс алыу хаҡында хыяллана. Ай-һай, еңелдән түгел был сәфәр, осраған төрлө кәртә былай ҙа икеләнгән кешенең ышанысын юҡҡа сығарырға ғына тора.

Геройым тап ошо маҡсатта 2015 йылда Санкт-Петербург ҡалаһына йәшәргә күсә. Төрлө сараны ойоштороу эшенә тотона, үҙенең ҡатын-ҡыҙҙар клубын асып ебәрә. Клуб эшмәкәрлеге бер юлы өс ҡалала – Силәбе, Мейәс һәм Питерҙа йән­ләндерелә. Эргә-тирәһендә маҡсатлы, һәләтле һәм үҙенсәлекле ҡатын-ҡыҙҙарҙы туплай, билдәле гүзәл заттарҙы ҡунаҡҡа саҡырып, аулаҡ кисәләр уҙғара.

Ҡыҙҙың үҙе йырлап түгел, ә башҡаларҙың сығышын тыңлап күңелен баҫҡанын, ысынында иһә сәхнәне хыял түрендә йөрөткәнен яҡындары яҡшы аңлай. Башҡаса йырламаясаҡмын, тип әйтеүенә ете йыл үтте тигәндә, Викторияны инәһе тәбиғәттән бирелгән һәләтен тыймаҫҡа күндерә. Ҡыҙ яратҡан “Уралым” ансамбленә ҡайта, яңынан-яңы йырҙар өй­рәнә, бик күп сығыш яһай. 2018 йылда өлкә вокал конкурсында башҡорт йыры менән икенсе урын яулағас, Силәбенең “Йондоҙ” продюсерлыҡ үҙәгенә эшкә саҡыралар. Былтыр иһә Виктория Бакарди үҙе ижад иткән “Һин – йондоҙ” йыры менән “Уралым” төрки халыҡтары ижады төбәк-ара фестивалендә лауреат исеменә лайыҡ булған. Ғөмүмән, йырсының дүрт телдә, шул иҫәптән баш­ҡортса ла йырҙар яҙыуы һоҡ­ландыра. “Йыл ярымда туған те­лемдә биш йыр ижад итеүем менән ғорурланам. “Башҡорт йыры” һәм “Юлдаш” йыры” кеүек абруйлы конкурстарҙа ҡатна­шыуым, йырҙарымды радио аша яңғыратыуҙары менән бәхет­лемен”, – тип һөйләй ул.

Бөгөн Викторияның ижады ҡайнай: йырҙар яҙа, клип тө­шөрөргә, тәүге концертына әҙер­ләнә, социаль селтәрҙә әүҙем тормош алып бара, аккаунтына яҙы­лыусылар менән хис-тойғоларын уртаҡлаша. Күптән түгел ҡыҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан социаль селтәрҙә ойошторолған “Матур яҙыу дәфтәре” марафонына ла ҡушылды.

Йырсының ғорурланырлыҡ шәхес булып китәсәгенә шик юҡ, сөнки Виканың хыялдары оло һәм изге. Ҙур ҡалаларҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, туған теленең сафлығын, аһәңлеген аңлаған, бөтә хозурлығында өйрәнергә тырышҡан, ололаған һәм данлаған милләттәшебеҙгә: “Афарин!” – тиергә генә ҡала.


Фото: Т.Аманов


Читайте нас: