Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
19 Апрель 2020, 08:16

Йөрәгендә – бөркөт саялығы, ҡулдарында – биҙәк һәм нағыш

йәки Баймаҡ ҡыҙы Альбина Аҡбулатова Сорғотта ла милләтебеҙҙең данын күтәреп йәшәй Беҙҙең халыҡта “Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр” тигән әйтем бар. Был һүҙҙәр тап Альбина Аҡбулатова һымаҡ ҡыҙҙарға ҡарата әйтелгән. Сөнки сая, рухлы, елдәй етеҙ, үҙе мөләйем, нескә күңелле, эшкә тилбер һәм оҫта Баймаҡ ҡыҙы теләһә, атта ла сабыр, спортта ла ал бирмәҫ, тиҙ генә самауырын да һажлатып ҡайнатып ебәрер, талғын ғына баҫып, ойоттороп ҡына бейеүгә лә төшөп китер, тыныс ҡына ултырып, үҙ эсенә көйөн көйләп, зауыҡлы ғына итеп ҡул эштәрен дә башҡарыр.

Альбина Аҡбулатова 1980 йылдың 22 февралендә Бай­маҡ районының Ҡаратал ауылында агроном Иршат Рәүеф улы һәм шәфҡәт туташы Зәкирә Насип ҡыҙы ғаилә­һендә донъяға ауаз һала. 1-се синыфты үҙ ауылында уҡығас, улар Силәбе өлкәһенең Измайловский ҡасабаһына күсә. Бында уның бала һәм үҫмер йылдары үтә, төрлө түңәрәккә йөрөй. Оялсан һәм баҫалҡы ҡыҙҙың бейеү түңәрәгенә бик тә йөрөгөһө килә, шулай бер килке баҙнат итә алмай.

Мәктәп йылдары иң бәхетле мәлдәр булған, тип һанай Альбина, тағы ла ҡабаттан үтер инем, ти. 11-се синыфты тамамлағас, Сибай медицина училищеһының шәфҡәт туташтары әҙерләү бүлегенә уҡырға инә. Бында уҡып ҡына ҡалмай, ә төрлө конкурста әүҙем ҡатнаша, төрлө йү­нәлештәге спорт ярыштарына йөрөй. Өфө ҡалаһында шәф­ҡәт туташтары араһында үт­кәрелгән конкурста коман­даһы менән призлы урын яулап ҡайталар. Училищены тамамлағас, Альбина Башҡорт дәүләт медицина универси­тетының шәфҡәт туташта­рының юғары белеме бүле­генә уҡырға инә һәм дипломлы белгес булыу ниәтенә ирешә.

Оҙаҡламай кейәүгә лә сыға. 2006 йылда тәүге бәпесен – Айгизәр улын таба. Уның алдында, ғаиләме әллә карьерамы, тигән һорау килеп баҫа. Эшен бик яратып, мөкиббән китеп башҡарһа ла, хәҙер инде йәш әсә балаһын уйлап, ғаиләһенә өҫтөнлөк бирә. Шулай итеп, бер-бер артлы өс балаһы, йәғни ҡыҙы Әдилә һәм улы Илгизәр тыуа. Әсәй кешенең декрет ялы ете йылға һуҙылып китә. Аҙаҡтан ул үҙ эшенә кире ҡайтып, һөнәре буйынса хеҙмәт итеүен дауам итә.

Йылдар үтә тора. Аль­бинаның да шәхси тормошонда үҙгәрештәр була: ғаиләһенең нигеҙе ҡаҡшай, ир һәм ҡатын хәҙер юлдарын айырым дауам итә, балалар, әлбиттә, әсәһе менән ҡала. Ҙур ҡалала өс баланы яңғыҙ аяҡҡа баҫтырыу ауырға төшә. Шунлыҡтан ҡатын, ата-әсә­һенең үҙенә терәк-таяныс булыуын, һәр ваҡытта ла ярҙам итерҙәрен белеп-тойоп, улар янына – Арҡайым ҡасабаһына йәшәргә ҡайта. Тылы ныҡ кеше ҡайҙа ла бирешмәй. Күңел тетрәнеү­ҙәренә юл ҡуймай, тормошҡа дәртен һүрелдермәй, балаларына бауыр баҫып, ул тормошоноң яңы битен аса. Сибай ҡалаһындағы дауахананың хирургия бүлегенә эшкә урынлаша.

Шулай ҙа, уйлана торғас, бер көн Альбина тормошон ҡырҡа үҙгәртергә, үҙең те­ләгәнсә йәшәргә кәрәк, тигән ныҡлы ҡарарға килә һәм эшенән сығып, Сорғот ҡа­лаһына йәшәргә күсә. Атаһы Иршат Рәүеф улы инде Сорғотта эшләп йөрөй, ҡыҙы һәм ике ейәнен ҡуш ҡуллап ҡаршы ала, бергә фатирҙы ҡуртымға алып йәшәй башлайҙар. Балалар мәктәпкә урынлаштырыла, әсәһе янын­да ҡалған бәләкәй балаһын балалар баҡсаһына сиратҡа ҡуя. Күп тә үтмәй, Зәкирә Насип ҡыҙы ла Себергә килә һәм улар ҙур бер ғаилә булып бергә йәшәй башлай. Альбина тән бешеү үҙәгенә (БУ “СГКБ” ожоговый центр) процедуралар яһаусы шәфҡәт туташы булып эшкә урынлаша һәм үҙ эшен бик яратып, әле лә шунда эшләп йөрөй.

Бер йылдан фатир алыуға ла өлгәшә. Йөрәк яралары уңалған, донъяға яратып баҡҡан, һәр ваҡыт күтәренке рухта булған Альбина тиҙҙән үҙенең буласаҡ ирен – иғтибарлы, мөләйем, изге күңелле Маратты осрата. Ир ҡатындың тормошона матур буяуҙар өҫтәй, йәм бирә, нур бөркә, үҙен ныҡлы терәк һәм ышаныслы кеше итеп таныта, бала йәнле булыуы билдәле була. Балалар ҙа унан ятһынмай, киреһенсә, тартылып, бик тиҙ уртаҡ тел табып, ылығып китәләр. Улар бергә булырға тигән ҡарарға килеп, хәҙер инде ғаилә йөгөн бергә тарталар.

2019 йылдың мартында Альбина “Шатлыҡ” халыҡ бе­йеүҙәре ансамбле тураһында белеп ҡала. Балалары ла бейеү түңәрәгенә йөрөргә теләүҙәрен әйтә. Шулай итеп, бәләкәй сағынан бейеү менән шөғөлләнергә теләгән ҡыҙҙың хыялын балалары тормошҡа ашырып, ғаиләлә әүҙем һәм ижади аҙымдар яһала. Хәҙер инде улар ғаиләһе менән бергә төрлө конкурста, байрамда, милли туйҙа ҡатнаша. Быйыл ғинуар айында Мәскәү ҡалаһына конкурсҡа барып, ете номер барыһы ла призлы урынға лайыҡ булып, еңеүҙәр яулап ҡайталар. Мәктәптә Альбинаның балалары “Калейдоскоп” исемле милли-мә­ҙәни фестивалдә ҡатнашып, башҡорт милләтенең йөҙөн күрһәтә. “Шатлыҡ” халыҡ бейеүҙәре ансамбленә йө­рөүсе балаларҙың ата-әсәләре уларҙың етәкселәре Рияз Байегетовҡа һәм Лилиә Ғарифуллинаға рәхмәт уҡый. Тыуған яҡтарынан ситтә йәшәүсе башҡорттар ан­самблдә аралаша, дуҫлаша, үҙҙәренең милли мәҙәниәте менән яҡынданыраҡ таныша, башҡа милләттәр алдында сығыш яһай. Сөнки Сорғот ҡалаһында бихисап башҡорт йәшәй. Альбина Иршат ҡыҙы һәр ваҡыт балалары янында, уларҙы фотоға төшөрә, “Шат­лыҡ”тарҙың бер сығышынан да ситтә ҡалмай, шулар менән бергә ҡайнай, ҡыҙыҡһына. Форсаттан сығып, ул “Шат­лыҡ” халыҡ ансамбленең етәкселәре Рияз Нияз улына һәм Лилиә Камил ҡыҙына рәхмәтен белдерә.

Балаларҙың дәрте, күҙ­ҙәрендәге осҡон әсәй ке­шенең дә йөрәгендә сатҡы ҡабыҙа. Үҙ халҡының көн­күреше, мәҙәниәте, милли кейеме, биҙәүестәре көн­дән-көн уны нығыраҡ ҡыҙыҡ­һындыра. Шулай итеп, ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түшелде­рек, селтәрҙәрен бәйләү серҙәренә төшөнөп, ошо эшкә ныҡлап тотона. Ғәҙәттә, күпселек ҡатын-ҡыҙ мәрйен-тәңкә ҡушып, тегеп эшләһә, Альбина уларҙы бәй­ләүгә оҫтарып ала. Был эш уға ят булмай, сөнки ҡул эштәренә бала саҡтан бик маһир булып, ҙур теләк менән башҡара.

Ҡатын-ҡыҙҙың түшенә бер йәм биреп, кейеменә зауыҡ өҫтәгән селтәрҙәр донъяһы уны үҙенә нығыраҡ йәлеп итә. Тиҙҙән Альбина яҡындарына милли биҙәктәр һалып, мәр­йен-тәңкәләр менән нағыш­лап бәйләгән ҡул эштәрен бүләк итә. Кемдер уның күҙҙең яуын алып торған селтәрҙәрен үҙенә лә бәйләп биреүен һорай. Әйтергә кәрәк, күңел йылыһын һалып, һәр бер эшен үҙенсә биҙәп, күҙ нурҙарын ҡойоп бәйләгән ҡул эш­тәренең һәр береһен фотоға төшөрөп, социаль селтәрҙәге шәхси битендә башҡаларға күрһәтергә лә өлгөрә Альбина Иршат ҡыҙы. Хәҙер уның эштәренә һорау ҙа күп, стил­ләштереп бәйләнгән селтәрҙе ниндәй генә ҡатын-ҡыҙҙың тағып йөрөгөһө килмәһен инде?! Күҙҙең яуын алырлыҡ бит улар! Был эштең оҫтаһы булараҡ уны танып алып, уҙған йылда хатта селтәр эшләү буйынса конкурсҡа ла са­ҡыралар. Сая, рухлы, тырыш һәм егәрле, бер ниндәй ауырлыҡ алдында ла баш эймәгән, үҙ эшенең оҫтаһы булған Баймаҡ ҡыҙы Альбина, әлбиттә, был конкурста ла һынатмай – ул беренсе урынды ала! Был еңеүе менән дәртләнгән оҫтабикә хәҙер инде тағы ла дәртләнеп эшкә тотонған, яңы үрҙәр яуларға ынтыла.

Ысынлап та, һыуыҡ Се­берҙең ҡарында ҡаҙан ҡай­натыр кеше ул Альбина, әйт кенә! Шундай яҡташ­тарыбыҙҙың сит ерҙәрҙә милләтебеҙҙең йөҙө булып, һәр сарала әүҙем ҡатнашып, ҡайнап йәшәүе беҙҙә оло ғорурлыҡ тойғоһо уята. “Уйланып, килеп сығырмы-юҡмы, тип икеләнеп йәшәргә кәрәкмәй, ауырыуҙар стресс кисереү һәм нервыларҙың ҡуҙғыуынан башлана. Ир тигәнегеҙ донъя көтөрлөк түгел икән, ыҙалыҡ менән бергә йәшәргә кәрәкмәй. Йәш ваҡытта, һаулыҡ бар саҡта, матур итеп йәшәргә, үҙ бәхетегеҙҙе эҙләргә кәрәк. Балалар тиҙ генә ҙурая ла, ата-әсәһе эргәһенән китеп тә баралар. Ә һеҙ яңғыҙ ҡаласаҡһығыҙ”, – тип үҙенең үткән тормошо миҫалында фекерҙәре менән бүлеште ул. Сорғот ҡалаһына йәшәргә күсергә йыйынғас, балаларым нисек кенә уҡып китер, класташтары менән уртаҡ тел табырмы, өйрәнә алырҙармы, юҡмы, тип ныҡ уйландым, тулҡынландым, ти ул. Баҡтиһәң, балалары уға ҡарағанда ла көслө рухлы, тырыш һәм сәмсел булып сыҡҡан. Юҡҡа ғына, ояһында ни күрһә – осҡанында шул булыр, тимәйҙәр бит. Был йәһәттән Альбина Иршат ҡыҙы уларҙы үҙ ҡанаты аҫтында ғына тотмаған, алдарынан төшөп, эштәрен алып, әпәүләп кенә ултырмай, ә үҙҙәренә осорға өйрәнергә, тырышырға форсат бирә, һәр яҡлап үҫтерергә тырыша, рухи яҡтан нығыта. Айгизәр, Әдилә һәм Илгизәрҙең олатаһы менән өләсәһе лә – уларға яҡшы өлгө. Балаларына яҡшы әсәй, кәңәшсе һәм дуҫ, сит ерҙәрҙә башҡорттоң данын таратып, милләтебеҙ өсөн янып-көйөп йәшәп, төп эшенә лә өлгөрөп, зауыҡ менән ҡул эштәре лә башҡарған Альбина Иршат ҡыҙы Аҡбулатованың киләсәге үҙе һымаҡ ҡояштай балҡып, эргә-тирәһендәгеләргә лә нур һибеп тороуын теләйем. Аллы-гөллө нурҙар менән зауыҡлы итеп биҙәлгән ҡул эштәрең дә, бар күңелеңде башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә бағыш­лауың юлдарыңа сәскәләр булып үҫеп, матур-матур емештәрен бирмәй ҡалмаҫ, моғайын!


Фото: Т,Аманов


Читайте нас: