Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
15 Апрель 2020, 08:58

Һынауҙарҙан ҡанат нығытып

Ғаилә ҡорорға, мәңгелеккә бергә булырға этәргес көс булған һөйөү хисе һынауҙар алдында юҡҡа сыҡмаймы? Ауырлыҡтар мәлендә ике кеше бер төрлө фекер йөрөтә аламы? Был һорауҙарға яуапты теүәл генә итеп йырсы, композитор Рәдиф ЗАРИПОВ менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира БАЙБУЛДИНА бирә аласаҡ. Уларҙың ғаиләһе был тормошта ауыр һынауҙарҙы үтеүе бер кемгә лә сер түгел.

Уларҙы “Гәлсәр һандуғас” телеконкурсы таныштыра. Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының вокал бүлегендә уҡып йөрөгән егет, үҙен һынап ҡарамаҡ булып, телеүҙәккә килә һәм буласаҡ ҡатынын осрата. Ул саҡта инде ике юғары белем алып, ең һыҙғанып үҙ проекты өҫтөндә эшләп йөрөүсе Земфира Рәдифкә тәүҙә артыҡ иғтибар итмәй. Көн һайын тигәндәй осраш­һалар ҙа, аралашыу эш буйынса ғына бара. Хеҙмәттәштәренең: “Зарипов һинән күҙен дә алмай бит,” – тигән һүҙенән һуң ғына уға ир-егет булараҡ ҡараш ташлай. Аҙ һүҙле, етди холоҡло, оҙон буйлы, талантлы егет менән яҡындан аралаша башлағас, уның хыялында йөрөткән тормош иптәше образына яҡын булыуын аңлай. Тапшы­рыуҙар әҙерләү, концерттар, гас­тролдәр араһында аралашыу дуҫ­лыҡҡа, дуҫлыҡ мөхәббәткә әүерелә. Йәштәр эште оҙаҡҡа һуҙмай, 2005 йылдың декабрь айында никах уҡытып бергә йәшәй башлай. Ике ғаиләлә ике төрлө тәрбиә алған, икеһендә лә лидерлыҡ һыҙаттары көслө булған ике кешегә берегеп китеү еңелдән булмай, әлбиттә. Әллә уларҙы мөхәббәттән тыш йырға, сәхнәгә һөйөү бер­ләш­терә. Яҡты хыялдар, киләсәккә өмөт булғанда йәшәү ҙә күңеллерәк бит.

– Атай-әсәйем иртәнән кискә тиклем эшләгәс, ҡустым менән һеңлемде ҡарау минең бурыс ине. Өҫтәүенә, күрше-күлән, уҡытыусылар ҡайҙалыр китһә, балаларын беҙҙә ҡалдыра. Бала саҡтан шундай яуаплылыҡ тойоп үҫкән­гәме, миндә кейәүгә сығырға, күп итеп балалар үҫтерергә, тигән теләк булманы. Сәхнә тормошо менән йәшәнем, телевидениеға күскәс, башкөлләй эшкә сумдым. Тормошомда Рәдиф осрамаһа, яңғыҙ ҡартайыр инем, тип әхирәттәремде көлдөрөп алам. “Гәлсәр һандуғас”тың киң танылыу яулаған мәле ине, йәш таланттар эҙләү, уларҙы тамашасылар хөкөмөнә сығарыу күп ваҡытты алды. Рәдифтең дә үҫеүен теләнем, шуға күрә Ҡазан дәүләт мәҙәниәт университетына уҡырға инеүенә ихлас шатландым. Дөрөҫөн әйткәндә, бала табыу тураһында уйланманым. Бары тик ҡайһы бер кеше тормошона битараф ҡала алмаған, һәр нәмәнән кәмселек эҙләгән кешеләр генә осрашҡанда: “Нисә йыл йәшәйһегеҙ әле? О-о-о, ике йыл, ә балағыҙ һаман юҡмы?” – тип һорап аптыратты. Ниһайәт, берҙән-бер көндө үҙемдең ауырға ҡалғанымды белдем. Яңылыҡты тыныс ҡабул иттем, быға тиклем барған эш шул темпта барҙы, – тип иҫләй ул йылдарҙы Земфира.

Камилаға исемде атаһы ҡуша. Сабый тыуыуы ғаилә өсөн генә түгел, бар республика халҡына ҡыуаныс була, тиһәк дөрөҫ булыр. Республика Президенты Мортаза Рәхимовтан алып, йыр яратҡан ябай тамашасыларға тиклем ҡотлауҙар яуҙыра. Эшенә мөкиббән киткән йәш әсә ҡыҙына ике ай тулыу менән эшкә сыға. Бала бағырға тәүҙә өләсәһе ярҙам итә, үҫә килә үҙе менән эшкә йөрөтә башлай. Ә атай кеше йәш кәләше янына быға тиклем ике аҙна һайын ҡайтып йөрөһә, ҡыҙы тыуыу менән, һағыныуға түҙмәй, уҡыуын ташлап Өфөгә ҡайта. Камилаға өс йәш тулып үтеүгә ғаиләгә бәхет өҫтәп улдары Нурсолтан тыуа. Дүрт ай үтеүгә Земфира үҙенең тағы ла ауырға ҡалғанын аңлай. Яуланаһы үрҙәр яуланған, дан-дәрәжә етерлек, йәшәргә өй бар, туған-тыумаса иҫән. Атай-әсәй булыуҙың ниндәй бәхет икәнен татып өлгөргән ғаилә өсөнсө баланы ла артыҡ күрмәй.

Барлыҡ медицина тикшереүҙәрен үтеп, анализдарын ваҡытында биреп барһа ла, табиптар борсолорлоҡ нәмә тапмай. Бары тик Сафия донъяға килгәндең икенсе көнөнә генә улар Рәдиф менән Земфираға баланың Даун синдромы менән тыуыуын хәбәр итә.

– Алдан белмәгәс, беҙ был хәбәрҙе ҡот осҡос ваҡиға тип ҡабул иттек. Кеше бәлә үҙенә килеп төртөлмәйсә аң­ламай бит. Рәдиф ныҡлап дингә бирелде, ижад итеүҙән туҡтаны. Ә мин: “Ниндәй гонаһтарым өсөн был яза?” – тип, тәүҙә – үҙемде йәл­ләп, аҙаҡ баламдың киләсәген уйлап, туҡ­тау­һыҙ йәш түктем. Ул йылдарҙа нимәләр кисереп, нимәләр күргә­небеҙҙе уйлауы ла ҡурҡыныс. Бары тик ваҡыт үтеү менән генә Сафияны яза түгел, ә Аллаһы Тәғәләнең бүләге, тип ҡабул иттек. Ауырыу ҙа ҡот осҡос түгел икән. Даун синдромлы балаларға бары тик айырым тәрбиә һәм йылы мөнәсәбәт кәрәк.

Һынауҙарҙы кемдер лайыҡлы үтә, ә кемдәрҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баҙап ҡала, рухи яҡтан һына. Тормошта ауырыу балаларын ҡатындарына ҡал­дырып киткән ирҙәрҙе лә, ҡайғыны сәбәп итеп эскелек һаҙлығына батҡан ҡатындарҙы да осратырға тура килә. Йәш саҡта, сәхнә матурлығында, дан-шөһрәттә генә түгел, ауырлыҡтарҙа ла ғаиләләрен, бер-береһенә булған мөхәббәтен һаҡлап ҡалған Рәдиф менән Земфираға һоҡланмау мөмкин түгел.

Сафия, етмәһә, яңылыш ҡолап аяғын һындыра. Ике ай дауамында гипс һалып, тарттырып ҡуялар. Шул сәбәпле ул ике йәшендә генә атлап китә. Оҙаҡ хәрәкәтһеҙ ятыу эҙһеҙ үтмәй: үпкәһе шешә башлай. Тағы ла ҡурылдайы өҙлөгөп, баланың йөрәге туҡтай. Ғүмерен бары тик Аллаһ ҡына һаҡлағандыр, моғайын. Бала өсөн өҙгөләнгән атай-әсәй йөрәге ул саҡтарҙа ниҙәр кисереүен аңлауы ауыр түгел. Уның ғүмере өсөн янып көйөүҙәр күңел төпкөлөндә сығыр-сыҡмаҫ ятҡан атайлыҡ, әсәйлек хистәрен тулыһынса уята. Элекке эш, эфир өсөн борсолоуҙар, етәкселәр менән һүҙгә килешеп илауҙар, тормошҡа ашыра алмаған идеялар өсөн яныуҙар, буласаҡ концерт өсөн ҡурҡыуҙар – былар барыһы ла сүп кенә икәнен аңлайҙар. Был тормошта ғаиләңдән, балаларыңдан яҡын бер кем дә юҡ. Аллаһы Тәғәләнең һынауҙарынан һуң уларҙың ғаилә ҡиммәттәре бөтөнләй үҙгәреп, тор­мошҡа икенсе күҙ менән ҡарай башлайҙар. Хәйер, тормош ҡиммәт­тәре үҙгәрһә лә, сәхнәгә мөхәббәттәре кәмемәгән был парҙың. Рәдиф Зарипов үҙенең концерттары менән Өфө тамашасыларын ҡыуандыра, райондар буйлап гастролдәргә сыға. Земфира 2019 йылда “Йөрәк һүҙе” шиғриәт бәйгеһендә еңеү яулап, үҙенең талантлы артист икәнен тағы бер иҫбатланы. Тағы ла был ғаилә кешеләрҙең ғүмер байрамын биҙәй: туйҙар, юбилейҙар алып баралар. Бер ай элек “Сафияла ҡунаҡта” тигән театр һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте сту­дияһын астылар.

– Мин һәр ваҡыт Земфираға һоҡ­ланып ҡарайым. Ул – һәр яҡлап талантлы шәхес, уңған, көслө ҡатын, талапсан да, балалар өсөн йәнен бүлеп бирерлек яратҡан әсәй ҙә. Йырҙа­рымдың иң тәүге тыңлаусыһы ул. Урынлы кәңәш бирә, ялҡауланып йөрөһәм, ҡуҙғалтып та ебәрә белә. Һәр эшкә яуаплы ҡарай, камиллыҡҡа ынтыла. Бәхәсләшеп киткән осраҡтар күп була, әммә ир һүҙен аҫта ҡалдырғаны юҡ. Ә Земфиралағы идеялар, хыялдар 4 – 5 кешегә етерлек, – ти Рәдиф ҡатыны тураһында. – Студия асыу ҙа уның идеяһы булды. Уны ныҡ аңлайым, сөнки ете йыл элек Сафия тыуғас, бер йыл тирәһе аңҡы-тиңке йөрөгәндән һуң ғына ҡәҙимге тормошҡа ҡайттыҡ. Кемдән ярҙам, кәңәш һорарға, үҙеңде нисек тоторға, нисек тәрбиәләргә – һорауҙарҙың иге-сиге булманы. Студияның маҡсаты – физик мөм­кинлектәре сикләнгән балаларҙы, шулай уҡ өлкәндәрҙе лә берләш­тереп, ҡәҙимге тормошҡа әҙерләү, уларҙың ата-әсәләренә ярҙам күрһәтеү. Алла бирһә, маҡсаттар тормошҡа ашып, изге ниәттәр менән башлаған эшебеҙ уңышлы дауам итһә ине, тип теләйбеҙ.

Таланттан талант тыуа, тигәндәй, балаларының өсәү­һендә лә актерлыҡ һәләте бар. Камила сәхнә артында үҫкән бала булараҡ эстрада тура­һында күп белә, үҙенсәлекле фекер йөрөтә. Киләсәктә кино төшөрөргә хыяллана. Тағы ла ул Сәриә өләсәһе кеүек бешеренергә ярата, әҙер­ләгән ри­зыҡтарын ресто­рандағы кеүек биҙәп, табынға зауыҡлы итеп бирә. Нурсолтан атаһы менән мәсеткә йөрөй, дин менән ныҡлы ҡыҙыҡһына. Бик күп доғаларҙы яттан белә, намаҙ тәр­типтәрен өйрәнгән. Шулай уҡ көрәш секцияһында шөғөлләнә, футбол уйнай. Ете йәшлек Сафия йырларға ла, бейергә лә ярата, көйҙәге ритмдарҙы яҡшы тоя. Тауышы ла сағыу. Өйҙә тәртип булдырырға ярата, ярҙамсыл. “Ҡыҫылмаған ере юҡ”, – тиҙәр уның тураһында.

Бына шундай тулы тормош менән йәшәй Земфира менән Рәдифтең күп балалы, бәхетле ғаиләһе. Берҙәм дә, татыу ҙа, бер-береһенә таяныс та. Шул уҡ ваҡытта һәр береһенең яратҡан шөғөлөнә лә ваҡыт ҡала. Һынауҙарҙа сынығып, ҡанат нығытып, алға ынтылып йәшәй беләләр.
Фото: Т.Аманов


Читайте нас: