Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
11 Апрель 2020, 08:41

“Ғәфү итә алманым...”

Ер йөҙөндә ниндәй генә яҙмышлы кешеләр юҡ! Һынау артынан һынау килгәндә лә бөгөлөп төшмәгән, бирешмәгән таныштарыма ҡарап, берсә һоҡланам, берсә йәлләп тә ҡуям. Һоҡланыуым тормош матур­лығын аңлап, бирешмәйсә алға барыу­ҙары өсөн булһа, йәлләүем үҙ ғорурлыҡтарының, тәкәббер­лектә­ренең ҡорбаны булыуҙарында.


Ямал менән гимназияла уҡырға килгәс танышып, дуҫлашып киттек. Йомоҡ, аралашырға яратмаған, нин­дәйҙер кимәлдә агрессив ҡыҙ менән бәйләнешкә интернатта сиратлап дежур итеү сәбәпсе булды. График төҙөгән саҡта ике ҡыҙ менән ике малайҙы бергә ҡуялар ине, сират ике айға өс тапҡыр урай. Малайҙар йыуыныу бүлмәһендә йыйылған һыуҙы түгә, беҙгә һыу ташырға ярҙам итә, ҡышын ҡар көрәй, аҙыҡ-түлек килһә, уны ашханаға ташый. Ә ҡыҙҙар дөйөм бүлмәләрҙең иҙәнен йыуа, туҙанын һөртә, ашханала ашнаҡсыларға ярҙам итә. Ҡыҫҡаһы, бар эш тә хеҙмәткәрҙәрҙең һәм балаларҙың ҡул көсө менән башҡарылған саҡ. Тик бына бәлә: өйҙә саҡта апайымдар гел алдан йөрөгәс, интернатта йәшәй башлағас ҡына үҙемдең тормошҡа яраҡһыҙ икәнемде аңланым. Ҡайҙа етте шунда ташлап ҡалдырған кейемдәрҙе бүлмәләш ҡыҙҙар әрләй башлағас ҡына йыйырға өйрәндем. Бысранғандарын башҡалар кеүек үҙем йыумайым, йыйып барам да аҙна аҙағында алып ҡайтып, өйҙәге машинаға тапшырам. Дүшәмбелә оҙатҡанда, апайымдар уларҙы үтекләп, тәҫләп, сумкама һалып ебәрә. Әлдә генә ашхана бар, юғиһә уҡыуымды ташлап, атай йортона елдерер инем.

Тәүге көн дежур булғанда уҡ Ямал, миңә ҡарап, иренен бүлтәйтте:

– Әйткәйнеләр инде, эш рәте белмәй, тип. Башыма бәлә булаһың икән. Ханбикә!

Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Иҙән дә йыуа белмәйем шул. Ә таҙармаһа йәки юлаҡланып ҡалһа, ҡабат йыуырға ҡушалар. Биҙрә менән йыуғысты алып, ҡабат тотондом.

– Йә ярай, бергә тек бергә! Һин һыулап ышҡы, ә мин артыңдан ҡоротоп барам! – эшкә икәүләп тотондоҡ. – Ашхана эшендә нисек? Икмәк телә, картуф әрсей беләһеңме һуң?

– Эйе.

Үҙе минән ике йәшкә кесе булһа ла, эштең рәтен белә. Иҙән ялтырап ҡала, һыуҙы ла йыш алмаштыра. Ашханала беҙ бер картуф әрсегәнсе ул ике-өстө өлгөрә. Кейеме лә бөхтә, әйберҙәре лә йыйыулы. Төшкө ашҡа тиклем бушаған ярты сәғәтте уның бүлмәһендә үткәрҙек.

– Кем шулай һине иркәләп, ялҡаубикә итеп тәрбиәләй инде?– үпкәләп, сығып китергә йыйынғайным, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. – Етмәһә, үсексән дә икәнһең. Точно иркәләгәндәр үҙеңде! Йә ярай, үпкәләмә. Мин дә рәхәтләнеп ялҡау булыр инем, ул яҡтан бәхет булманы. Берәүгә лә әйтмә, йәме, мине бит әсәйем ташлап китте. Хәйер, беҙҙең ауылдан бында бер малай уҡый, теге аҙнала уҡ һорашып, белгәндәрҙер инде.

– Нисек ташлап китте?

– Шулай! Бәләкәй ҡустымды алды ла китте! – әле генә көлгән Ямалдың күҙҙәренә йәш тулды. – Ә мине атайыма ҡалдырҙы! Бында ярты интернат балаһы атайһыҙ үҫә, ә бер үҙемде әсәй кеше ташланы... Икенсе ирҙе яратам, унһыҙ йәшәй алмайым, тине лә... Бөттө, әйҙә ашханаға киттек. Был турала башҡа һөйләшмәйбеҙ, белдеңме?!

– Ярай...

Тик нисек кенә дорфа ҡыланып, һыр бирмәҫкә тырышып йөрөһә лә, күңелен бушатып алғыһы килгәндер инде, Ямал ваҡыты-ваҡыты менән миңә хәлдәрен һөйләп алғыланы.

– Ул китте, атай башҡаса өйләнергә теләмәне. Хәйер, ҡыйыуһыҙ, һөйләшмәҫ кеше ул. Етмәһә, һаман әсәйемде ярата. Яңғыҙ ҡалыр инде шулай ғүмерлеккә. Ә беләһеңме, теге бисә ғәләмәт матур шул ул. Мине уға оҡшатһалар, асыуым килә. Матур түгел, ә бәхетле булғым килә...

Ялға ҡайтҡанымда өйҙәгеләргә яңы дуҫымдың хәлен һөйләгәс, әсәйем уны ҡунаҡҡа алып ҡайтырға ҡушты: “Әгәр теләһә, ҡасан мөмкинлеге була, гел килеп йөрөһөн. Бәлки, атаһы эсәлер, кем белә...” Тик Ямал саҡырыуҙан баш тартты:

– Өйҙә бит ҡатын-ҡыҙ юҡ, бөтә эш мине көтә. Атай йыуа, бешерә ул, тик барыбер мин һәйбәтерәк эшләйем. Был аҙнала тана ла быҙаулағандыр инде, икәүләп һауынға өйрәтеү еңелерәк бит. Ике йыл элек мин дә һинең кеүек бер нәмә лә белмәй инем, махом вис өйрәнергә тура килде. Быйыл йәй бер үҙем өйҙө аҡлап сығарҙым, балсыҡ баҫып, мунса-һарайҙарҙы һыланым. Һинең ялдарың әсәйең бешергән тәмлекәстәрҙе ашап, ҡунаҡ булып, апайҙарың менән клубҡа сығып үтһә, мине эш көтә. Иҙән, кер йыуырға, 2 – 3 көнлөк булһа ла ашарға әҙерләргә, өй йыйырға – күп инде. Ярай магазинда икмәк бешереп һата башланылар, юғиһә уныһы бер мәшәҡәт булыр ине...

– Ә ниңә атайыңды яңғыҙ ҡалдырып, бында уҡырға килдең һуң?

– Күршеләр “һәйбәт” шул беҙҙең. Балаһын матурлап ҡарамай, тәрбиәләмәй, тип ауыл советына, райондың мәғариф бүлегенә хәбәр иткәндәр. Ире араҡы тотоп, атай янына инә башлағас, әрләшергә тура килгәйне, шуны оҡшатманы шикелле. Аталыҡ хоҡуғынан мәхрүм итмәһендәр өсөн атайым бында уҡырға бирҙе. Йәнәһе, аҙна буйы ҡараулымын. Өфөгә ебәрәм, ти ине, баш тарттым. Бынан бит аҙна һайын ялдарға ҡайтырға була. Яңғыҙ ҡалдырғым килмәй уны, ныҡ йәлләйем...

Артабан беҙ яҡын дуҫтарға әүерелдек. Өс йылдан мин – 11-се, ул 9-сы класты тамамлап, Өфөгә уҡырға килдек. Аралашыу дауам итте. Тик ул миңә бер ҡасан да әсәһе тураһында һорарға рөхсәт итмәне. Ҡайҙа, кем менән йәшәй, яңы ғаиләһе бармы, эшләйме – бер ни ҙә белмәнем. Ямал уны хатта әсәй тип тә әйтмәне, теге бисә, тип һөйләр булды. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, дуҫымдың хатта әсәһе яҡлап туғандары менән аралашмауын да белдем.

– Уларҙың ни ғәйебе бар һуң?

– Береһен дә күргем килмәй!

Кешегә күп осраҡта кәңәш бирергә, аҡыл өйрәтергә яратабыҙ. Тик һирәк осраҡта ғына, уның урынында булһам, мин нимә эшләр инем икән, тип уйланабыҙ. Хатта уйланһаҡ та, ысынбарлыҡта ни эшләрҙе алдан белеп булмай. Шуға ваҡытта ла Ямалға кәңәш бирмәнем, бары тик тыңлаусы булдым. Шуғалыр ҙа мине яҡын күргәндер ул. Тик беҙҙең араға ла ҡара бесәй үтә яҙҙы.

Училищены тамамлағас, ул дуҫлашып йөрөгән Айҙар исемле егет менән кинәт кенә араһын өҙҙө. Гимназияла уҡыған саҡта уҡ танышып, биш йылға яҡын йөрөп, айырылышыуҙарына аптырап ҡал­дым.

– Бала саҡ бөттө, – тип аңлатты ул был аҙымын.– Быға тиклем беҙ ғаилә ҡороу тураһында уйламай инек. Ә ул диплом алған көндө миңә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны...

– О-о-о-о, был бит шәп! Тимәк, ул һине ысынлап ярата! Хәйер, артыңдан күпме йөрөнө, электән үк яратҡан инде...

– Тик уға кейәүгә сыға алмайым.

– Ниңә? Икенсе кешене яратаһыңмы?

– Юҡ, теге бисә шул ауылда йәшәп ята бит. Етмәһә, яңыраҡ ҡына уның ире Айҙарҙың өс туған ағаһы икәнен белдем.

– Туҡта, нисек? Шуның өсөн кеше егетен ташлаймы? Һеҙ бит ауылда түгел, Өфөлә төпләнә алаһығыҙ... Ә ағаһы менән аралашмаҫҡа була.

– Минең ул бисә менән уртаҡ бер нәмәм дә булмаясаҡ!

– Ямал, был – ахмаҡлыҡ! Онот ул хәлде. Әсәйеңдең үҙ тормошо, һинең үҙеңдеке айырым...

– Әсәй түгел ул миңә! Аҡыл һатма!

Беҙ тәүге тапҡыр һүҙгә килештек һәм ярты йылдай аралашмай торҙоҡ. Тик уны бар күңелем менән ярата, юҡһына инем. Тыуған көнө еткәс, алдан әйтмәйенсә генә бүләк һәм шарап тотоп, ҡунаҡҡа юлландым. Ишек асыу менән ҡосаҡлап алды ла дуҫым илап ебәрҙе. Һуңғы аралағы яңылыҡтарҙы һөйләй-һөйләй, табын ҡороп ебәрҙек.

– Берәйһе менән дуҫлашаһыңмы?

– Юҡ, Айҙарҙы онота алмайым әлегә...

– Тимәк, һин дә яратаһың. Әсәйең өсөн уны яфалап йәшәтәһең инде.

– Мин ул бисәне күрә алмайым!

– Ә шул тиклем нәфрәт ҡайҙан һиндә? Ана, урам тулы – атайһыҙ йәки әсәйһеҙ үҫкән балалар. Аралашалар, бер-береһенә ярҙам итәләр...

– Хәҙер генә урам тулы улар. Ә бынан ун йыл элек әсәһе ташлаған бала бер мин генә инем.Мин һиңә барыһын да һөйләмәнем. Әйткәйнем бит, ул ныҡ матур ҡатын ине, тип. Ҡайҙалыр барған саҡта бай ир менән танышып, шуның менән сыуалған. Машина, аҡса, Өфөлә ике ҡатлы йорт, матур тормош – ҡыҫҡаһы, ул мине аҡсаға алыштырҙы. Теге ир уға, тик бер балаңды ғына ҡабул итәм, тигән. Әсәй булған кеше ҡустымды һайланы. Ике тамсы һыу кеүек үҙенә оҡшаған 11 йәшлек ҡыҙын – мине ҡалдырып китте. Ҡалдырма, тип, тубыҡланып, аяғын ҡосаҡлап иланым. “Аҙ ғына түҙ, балам, зинһар, илама. Олег менән һөйләшермен, аңлатырмын. Ваҡыт үткәс, ул һине лә ҡабул итергә риза булыр”, – тип мине ышандырып сығып китте. Ике йыл көттөм. Анда-бында килеп күрер, аҡса ҡалдырып китер ине. Яңы иренән ҡыҙ бала тапҡас ҡына өмөтләнеүем бушҡа икәнен аңланым... Бәхетһеҙ бала сағым өсөн ғәфү итә алмайым. Атайымды яратам мин, ныҡ яратам. Тик әсә һөйөүен, наҙын бер ни ҙә алыштыра алмай. Бәлки, мин булмаһам, атайым да яңғыҙ ҡалмаҫ ине. Әйткәндәй, уның ире үлгәс, беҙгә кире ҡайтырға уйлаған икән... Атайым күндәм кеше бит, бәлки, риза булырһың, ҡыҙым, ти. Әгәр ул өйгә инһә, мин башҡаса ике аяғымдың береһен баҫмайым, тинем. Ундай бисә яңғыҙ ҡалмай ул. Ана бит, Айҙарҙың тол ҡалған ағаһын тиҙ генә ҡармаҡҡа эләктерә лә һалған...

– Ә ул башҡаса һинең менән аралашырға теләк белдермәнеме?

– Килә ине, ҡунаҡҡа ла саҡырҙы. Хаттар яҙа ине. Һөйләшмәнем, барманым, хаттарын уҡып та тормай, утҡа тыҡтым. Мин ысынлап уға оҡшағанмын бит. Матурлығым ғына түгел, ҡаты бәғерле булыуым да. Ҡасандыр ул мине күҙ йәштәренә күмеп сығып китте. Ә хәҙер ғәфү үтенеп илай, ялбара, ә миңә барыбер...

Аллаға шөкөр, Ямалдың тормошо бөгөн матур: кейәүгә сыҡты, балалары бар. Юғары белем алып, мәк­тәптә эшләп йөрөй. Атаһын ҡартайған көнөндә тәрбиәле тотто, һуңғы юлға ла хөрмәт менән оҙатты. Иренең ата-әсәһенә оло ихтирам менән ҡарай. Тик әсәһен барыбер ғәфү итмәне...


Фото: Т.Аманов
Читайте нас: