Бөтә яңылыҡтар

“Ҡатын-ҡыҙҙы бәхетле итеү – ир-егеттең бурысы”

Ул эстрадаға үҙенә генә хас моңо, стиле һәм харизмаһы менән килеп инде. Бер-бер артлы сығарған йырҙары эфирҙа яңғырап торһа ла, гастролдәргә йөрөһә лә, үҙе тураһында һөйләп барманы. Ун йылға яҡын ижади эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән йырсы Айнур МАНСУРОВ беренсе тапҡыр “Йәшлек” гәзитенә әңгәмәгә килде.

– Айнур, ижадың менән күптәр таныш булһа ла, шәхси тормошоң хаҡында белеп етмәйҙәр. Үҙең менән таныштырып үтһәң ине.

– Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында тыуҙым. Үҙемде белә-белгәндән йырларға яратам. 2 – 3 йәштән үк радионан, телевизорҙан Фидан Ғафаров, Фәрит Бикбулатовтарҙың йырҙарын отоп алып, йырлап йөрөгәнмен. Дүрт йәштә “Толпар ат”, “Аҡ сәскәләр” йырҙары менән концерттарҙа ҡатнаша башланым. Бәхтийәр олатайым халыҡ йырҙарын матур итеп башҡара ине. Әсәйем ауылда клуб мөдире булып эшләй башлағас, сәхнәгә тағы ла йышыраҡ сыҡтым, халыҡ йырҙарын да өйрәндем. Башланғыс кластарҙы ауылымда тамамлағандан һуң Өфөгә, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка гимназия-интернатының флейта класына уҡырға килдем. Каникулға ҡайтҡан һайын мәҙәниәт йортонда үткән концерттарҙа ҡатнашып йөрөнөм.

– Ауылды һағынып илаған саҡтарың булдымы?

– Әлбиттә, унһыҙ булмай инде. Бигерәк тә тәүге йылдарҙа. Беренсе тапҡыр атай-әсәй йортонан ситкә киткән 11 йәшлек малай инем бит. Һуңынан өйрәнеп киттем. Сөнки уҡыу процесы ҡыҙыҡ булды. Йырларға ла, бейергә лә, төрлө музыка ҡоралында уйнарға ла өйрәнәһең, концерттарға ла йөрөйһөң. Үҙең кеүек сәнғәткә ғашиҡ ҡыҙҙар-малайҙар менән аралашаһың. Интернатта төрлө ра­йондарҙан йыйылған балалар бер ғаилә кеүек аралашып йәшәнек. Ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй башланы. Икенсенән, беҙҙең уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр һәйбәт булды. Илаған саҡта йыуатып, күңелде күтәреп ебәрәләр ине. Эш боҙған саҡта әрләнеп тә алдыҡ. Был тормошта мин атай-әсәйемә, уҡытыусыларыма, тәрбиәселәремә берҙәй рәхмәтлемен.

– Ә Өфө сәхнәләре нисек яуланды?

– Гимназияла уҡыған саҡта уҡ йырҙар ижад итә башлағайным. Уларҙы киң аудиторияға сығарыу тураһында тәүҙә уйламаным. Батырсылыҡ итеп, “Рәхмәт һиңә” тигән йырҙы студияла яҙҙырып ҡарарға булдым. Ул саҡта Радик Юлъяҡшин “Моң” студияһында эшләй ине, уның менән танышып, йырҙы яҙҙырҙым. Беҙҙең ижади дуҫлыҡ башланды, үҙе ижад иткән йырҙарын тәҡдим итте. Мин уны тәүге продюсерым тип әйтә алам. Сөнки ҙур сәхнәгә алып сығыусы тап ул булды. Хәтеремдә, тәүге тапҡыр күп халыҡ алдында “Төнгө дискотека” концертында сығыш яһаным. Артабан “Сәләм, студент!” дискотекаларына саҡырҙылар. Республика буйлап тәүге гастролгә лә Радик менән бергәләшеп сыҡтыҡ. Уға сәнғәттәге тәүге аҙымдарҙы яһарға ярҙам иткәне өсөн һәр ваҡыт рәхмәтлемен. Ә бөгөнгө эшмәкәрлеге менән ул бик күптәргә, шул иҫәптән миңә лә өлгө булып тора.

– Ә йырсы булыу, билдәлелек яулау ауыр­мы?

– Башҡорт эстра­даһында йырсылар күп. Был бик һәйбәт күре­неш, тип иҫәпләйем. Тормоштан артта ҡал­маҫҡа, яҡшыраҡ ижад итергә, яңы йырҙар яҙҙырырға этәргес бу­лып тора. Иң мөһиме – ижадсы күңелен илһам ташламаһын һәм уның үҙ тамашасыһы бул­һын. Әлбиттә, тырыш­лыҡ һәм матди база булыуы ла кәрәк. Улары инде кешенең үҙенән тора. Шәхсән үҙемдең ижадымдан алып әйт­кәндә, ауырлыҡтар бул­маны.

– Ижади эшмәкәр­легеңә байҡау яһап, ошо көндәрҙә үҙеңдең тәүге концертыңды ҡуяһың. Унда тамаша­сыларҙы нимәләр көтә?

– Эйе, 7 мартта баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында үтәсәк тамашаға ҡыҙыу әҙерлек бара. Был теләк миндә бер нисә йыл элек үк барлыҡҡа килгәйне. Быйыл, ниһайәт, уны тормошҡа ашырырға батырсылыҡ иттем. Барығыҙҙы ла унда көтөп ҡалам һәм шәп кәйеф менән матур йырҙар вәғәҙә итәм. Программала, яңы йырҙар менән бер рәттән, элекке хиттар ҙа яңғыраясаҡ. Шулай уҡ ижадташ дуҫтарым, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясов, йырсылар Иҙел Нурғәлин, Ян Лира, Юлиә һәм Илнар Ҡотдосовтар, Альбина Килдейәрова сығыш яһай. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамына тап килгәс, уларға иғтибар ҙур буласаҡ.

– Ә һинең аныҡ эш урының бармы? Әллә ирекле ижад итәһеңме?

– Һуңғы ике йылда популяр йырсы Иҙел Нурғәлин менән бергә эшләйбеҙ. Уның тынғыһыҙ һәм эшһөйәр ижадсы икәнен һәр кем белә. Мин дә уның менән бергә шул ритмда эшләйем: гастролдәр, концерттар, репетициялар. Йылына йөҙҙән ашыу концерт ҡуйыла, уның араһында туй, юбилей тантаналары үткәрәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, өйгә ял итергә генә ҡайтам. Шулай уҡ ҡатыным менән бәләкәй генә үҙ эшебеҙҙе астыҡ. Ул беҙгә тормош көтөрлөк килем килтерә.

– Махсус музыка мәктәбен тамамлағас, ниндәйҙер оркестрҙа уйнайһың икән тип уйлағайным...

– Музыкант булһам да, оркестрҙа уйнарға теләк булманы. Дөйөм уйнау минең өсөн түгел. Һәр ваҡыт сәхнәлә яңғыҙым ғына, импровизациялар менән сығыш яһарға яраттым. Әле йырсы карьераһы эшләйем бит инде, бәлки, киләсәктә концерттарҙа музыкант бу­лараҡ та сығыш яһармын. Ундай ниәттәр бар.

– Дуҫлыҡҡа ышанаһыңмы?

– Әлбиттә. Сер бүлешкән дуҫтарым күп, тип маҡтана алмайым, улар һанаулы һәм һынаулы ғына. Тормошта асыҡ күңелле кешемен, башҡалар менән тиҙ генә уртаҡ тел таба алам. Шуға ла аралашҡан, ҡатнашып йәшәгән, танышҡан кешеләр күп. Бынан тыш, һабаҡташтарым, туған­дарым, ижадташтарым бар. Ғөмүмән, аралашыу даирәһе ҙур, Аллаға шөкөр. Кешеләргә һәр саҡ изге эштә, ниәттә һәм һүҙҙә булырға тырышам. Ауыр йәки мәшәҡәтле саҡтарҙа ярҙам иткән һәр кешегә, таныштарыма рәхмәтлемен.

Һуңғы йылдарҙа ижад кешеләре бер-береһе тураһында төрлө ғәйбәт тарата, судҡа бирешә һәм башҡа кире күре­нештәр ҙә булып тора. Ундай хәлдәрҙе аңламайым һәм ҡабул итә алмайым. Быларҙың барыһы ла көнсөллөк тигән насар ғәҙәттән килә. Миндә ул юҡ, киреһенсә, башҡорт йырсыларының берәйһе уңышҡа өлгәшһә, уның өсөн ихлас күңелдән шатланам.

– Ғаиләң менән дә таныштырып үтһәңсе. Балаларыңдың һинең юлды дауам итеүен теләйһеңме?

– Яҙмышымды Сибай һылыуы Эльвира менән бәйләнем. Гимназияны тамам­лағас, Башҡорт дәүләт универ­ситетының Сибай филиалына уҡырға ингәйнем. Шунда таныштыҡ. Ул –“Һылыуҡай” республика матурлыҡ конкурсы лауреаты, һөнәре буйынса хореограф. Бергә йәшәүебеҙгә биш йыл тулды. Дүрт һәм йәш ярымлыҡ ике ул үҫтерәбеҙ.

Улдарымдың йырға ла, бейеүгә лә, спортҡа ла һәләте бар. Тик уларҙың сәнғәт юлынан китерен теләмәҫ инем. Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин бала саҡта футболсы булырға хыялландым. Уны улдарымдың береһе булһа ла тормошҡа ашырһа ине, тип теләйем.

– Идеаль ҡатын-ҡыҙ буламы? Эльвира һинең хыялыңдағы ҡатын-ҡыҙ образына тап киләме?

– Тормош иптәшемдән ныҡ уңдым. Алсаҡ хужабикә, тоғро, ышаныслы юлдашым, матур һәм уңған ҡатын, һәйбәт әсәй һәм иң мөһиме – минең эшемде, ижадҡа ынтылышымды аңлап ҡабул итә. Кәрәк икән, утта ла яндыра, кәрәк икән, маҡтап, иркәләп тә ала. Бар яҡтан да килгән ҡатын-ҡыҙ, ул минең идеалым. Шуның өсөн дә уға өйләндем.

Һәр кемдең үҙ идеалы булған кеүек, һәр ир-егеттең ҡатын-ҡыҙға ҡарата үҙ талаптары ла була. Үҙенә тиң йәр тапҡан ир-егет – бәхетле кеше.

– Байрамда ҡатыныңа нимәләр бүләк итәһең? Ғөмүмән, бүләктәр биреү кәрәкме?

– Ҡәҙерле һәм яҡын кешеңде бүләктәр биреп шатландырыу – ғәләмәт шәп эш бит ул. Аҡсаһыҙ студент йылдарында ла Эльвираға сәскә гөлләмәләре бүләк итергә мөмкинлек таба инем. Хәҙер инде, Аллаға шөкөр, кеҫә бер аҙ ҡалынайҙы (көлә – авт.). Яңы йыл, 8 Март һәм 23 февраль байрамдарында, туй, никах даталарында һәм тыуған көндәрҙә мотлаҡ бер-беребеҙгә бүләктәр тапшырабыҙ. Туғандар, аралашҡан ғаилә парҙары менән табын ҡорорға яратабыҙ. 14 февраль беҙҙең өсөн артыҡ ҙур байрам түгел, уға әллә ни әһәмиәт бирмәйбеҙ. Шулай ҙа башҡалар ыңғайына бер-беребеҙгә һөйөү һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Мин, ғәҙәттә, ювелир биҙәүес һәм гөлләмә бүләк итәм. Ул да яуапһыҙ ҡалмай. Туй көнөндә “текә” генә сәғәт бүләк итеп ҡыуандырҙы. Уның хаҡында бик оҙаҡ хыялланып йөрөгәйнем. Күрәһең, ул турала һөйләшеү булған һәм хәтерендә ҡалдырған.

Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙы бәхетле итеү – ир-егеттең бурысы. Эштәрҙең – уң, йорттоң йәмле булыуы ҡатындан тор­ғанын оноторға ярамай. Уларҙы яратығыҙ, ололағыҙ, ҡәҙерләгеҙ. Шул саҡта тормошоғоҙ матур булыр. Янығыҙҙа ниндәй ҡатын – ғүмерегеҙ шулай үтер.

– Форсаттан файҙаланып, барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙы ла байрам менән тәбрикләп үтә алаһың.

– Һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге теләйем. Матур, сибәр, аҡыллы, уңған булығыҙ. Һеҙ – донъя тотҡаһы, шул турала онотмағыҙ. Был яҙҙар тағы ла күберәк шатлыҡтар килтерһен! Шулай уҡ “Йәшлек” гәзитенең барлыҡ гүзәл затын байрам менән тәбрик итәм. Эшегеҙҙә уңыштар, тормошоғоҙға бәрәкәт насип булһын!

– Ҙур рәхмәт, Айнур. Ижади уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ!


Фото: Т,Аманов

Читайте нас: