Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
25 Ғинуар 2020, 08:00

Күңелендә уның моң йәшәй...

Былтыр Республика көнө алдынан Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыһына юғары наградалар тапшырҙы. Улар араһында “Башҡортостан энциклопедияһы” нәшриәтенең ғилми редакторы Гөлдәр Ишкининаның булыуы беҙҙең өсөн икеләтә ҡыуаныслы. “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме уға төп эшенән бирелһә лә, күптәр уны моңло тауышлы йырсы, әүҙем ҡатын-ҡыҙ һәм оҫта бейеүсе булараҡ та белә. “Йәшлек” гәзите ойошторған тәүге “Урал моңо – 1992” конкурсында ҡатнашып, махсус призға ла лайыҡ булғайны.

Гөлдәр Әхмәҙи ҡыҙы Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында, йыр-моң, уйын-көлкө яратҡан, күп балалы талантлы ғаиләлә тыуып үҫә. Өйҙәрендә һәр ваҡыт гармун, тальян, баян, мандолина моңдары тынмай. Әхмәҙи ағай баянда уйнаһа, Хәлиҙә апай моңло йырҙарын башҡара. Улар балаларына почта аша гитара, скрипка, фисгармония, тынлы гармоника кеүек музыка ҡоралдары ла яҙҙыртып ала. Атай кеше үҙе лә үҙенсәлекле талантҡа эйә: һәр ҡоралда, хатта тәү күргәнендә лә тиҙ арала көй сығара ала. Бындай мөхиттә тәрбиәләнгән Гөлдәр ҙә, башҡа балалар ҙа һәләтле, тырыш булып үҫә. Ә мәктәп һәм ауыл сәхнәләрендә Фәхретдиновтар ғаиләһе сығыш яһамаған бер генә концерт та үтмәй. Шуға ла Гөлдәр сәнғәткә ғәҙәти эш тип ҡарай һәм һөнәр һайлағанда йырсы булыу тураһында уйлап та ҡарамай. Мәктәпте тамамлағас, уҡытыусы булыу теләге менән Өфө педагогия училищеһына уҡырға инә.
Эшкә тыуған яғына ҡайта һәм бала саҡтан дуҫлашып йөрөгән тәүге мөхәббәте – Таһир Ишкинин менән сәстәрен сәскә бәйләй. Йәш ғаилә тәүҙә Силәбе өлкәһенең Ноғәйбәк районында йәшәй, аҙаҡ Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылына күсеп, эш башлай. Таһир – мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе, Гөлдәр – мәктәптә һәм балалар баҡсаһында музыка уҡытыусыһы. Бында үткән өс йылды Ишкининдар ғаиләһе иң күңелле, дәртле мәл тип хәтерләй. Улдары Заһирҙы эйәртеп, улар мәҙәниәт йортонда ниндәй генә кисә, концерт ойоштормай?! Түңәрәк эштәре йәнләнә, спектаклдәр ҡуйыла, ауылдар буйлап та сығыш яһарға өлгөрәләр. Һәм иң мөһиме: Гөлдәр тап ошо ауылда йәшәгәндә башҡорт халыҡ йырҙарына ҙур иғтибар бүлә, ғөмүмән, йыр сәнғәтенә етди ҡарай башлай. “Һинең тауышың матур”, – тигән маҡтау һүҙҙәрен йыш ишетә. Күңеле юғары белемгә ынтыла. 1991 йылдың йәйендә ул Өфө дәүләт сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы һәм фольклоры бүлегенә имтихандар тапшырып ҡарай. Бәхетенә күрә, ситтән тороп уҡыу бүлегедә урындар булмай һәм ҡыҙҙы көндөҙгө бүлеккә ҡабул итәләр. Шулай итеп, Ишкининдар Өфөгә күсеп килә һәм Иҫке Сибай дәрте менән баш ҡаланың гөрләп торған мәҙәни тормошона сума.
“Нефтселәр” мәҙәниәт һарайындағы “Аҡ тирмә” мәҙәни үҙәге үткәргән сараларҙа ҡатнашыу өсөн сәнғәт институты студенттарын йыш саҡыралар. Өфөгә күскәс, “Йәшлек” гәзитендә эш башлаған Таһир Ишкинин иһә хеҙмәттәштәре менән бергә тәүләп ойошторолған “Урал моңо”, “Йәшлек-шоу”, “Һылыуҡай” кеүек фес­тивалдәрҙе, конкурстарҙы тормошҡа ашырыуға ҙур көс һала. Әйткәндәй, уның дәртләнеп йөрөгәнен күреп, Гөлдәр үҙен йырсы булараҡ һынап ҡарарға батырсылыҡ итә лә инде. “Урал моңо” фестивале өсөн ул Салауат Низаметдинов ижад иткән “Аҡ миҙгелдәр” йырын әҙерләй.
– Тәүге тапҡыр ғына ойошторолһа ла, конкурсҡа бик күп йырсы, төркөм килде. Иң иҫтә ҡалғаны: беҙ бер-беребеҙгә конкурент түгел, ә дуҫтарса мөнәсәбәттә булдыҡ. Финалға үткән егермеләп конкурсант араһынан “Йәшлек” гәзитенең махсус призына лайыҡ булыу минең өсөн оло шатлыҡ ине. Бүләкте баш мөхәррир Артур Иҙелбаев үҙе тапшырҙы. “Урал моңо”нан һуң күңел ҡанатланды, ышаныс та барлыҡҡа килде һәм “Яҙғы моңдар” конкурсында ла ҡатнашырға батырсылыҡ иттем. Әммә йырсы булырға тигән маҡсатым юҡ ине. Диплом яҡлағас, музыка һәм фольклор белгесе булараҡ, хеҙмәт юлымды Башҡорт дәүләт филармонияһында дауам иттем. Етмәһә, ғаиләбеҙҙе арттырып, ҡыҙыбыҙ Гөлһылыу тыуҙы. Ә инде энциклопедия нәшриәтенә эшкә күскәс, күңелемде ғилми эҙләнеүҙәр яуланы, – тип иҫләй Гөлдәр Әхмәҙи ҡыҙы.
Шулай ҙа уны сәхнәлә йыш күрәбеҙ. Өфө ҡалаһының Сергей Аксаков исемендәге ял һәм мәҙәниәт баҡсаһында ойошторолған “Сылтыр шишмә” вокаль ансамблендә йырлай. Уларҙың йырҙарына клиптар тө­шөрөлгән, сығыштары байрам концерттарын биҙәй. Ансамбль 2011 йылда Киров ҡалаһында үткән “Тауис ҡош” VIII төбәк-ара милли халыҡтар мәҙәниәте фестивалендә, 2016 йылда Белорет ҡалаһында үҙғарылған “Звезды Белоречья” VIII төбәк-ара фестивалендә, 2017 йылда “Юлдаш” йыры” конкурсында 1-се премия лауреаты була. Ошо уҡ йылда ижади коллектив Һамар ҡалаһында ойош­торолған “Шаг за шагом” халыҡ-ара күп жанрлы сәнғәт конкурсында гран-при яулай. Мөмкинлек булғанда Гөлдәр Ишкинина яңғыҙ йырсы булараҡ та сығыш яһай. Мәҫәлән, былтыр Мәскәү ҡалаһында үткән “Нур” конкурсында “Сылтыр шишмә” ансамбле – гран-при, Гөлдәр 1-се урынға лайыҡ булды. Күптәрҙе таң ҡалдырып, 2018 йылда талантлы ханым “Байыҡ” конкурсында лауреат исемен яуланы.
Нимәһе ҡыҙыҡ, 1992 йылда Гөлдәр Ишкинина “Урал моңо” конкурсында “Йәшлек” гәзитенең махсус призына лайыҡ булһа, 2015 йылда ҡыҙы Гөлһылыу “Йәшлек-шоу” фес­тивалендә ошо уҡ приз менән бүләкләнде.
– Атайым менән әсәйем 80 йәшкә еткәнсе сәхнәнән төшмәне. Миңә әле 80-гә тиклем алыҫ! – тип шаяртып ала Гөлдәр Әхмәҙи ҡыҙы. – Кешенең булмышында талант булһа, ул ҡасан да булһа ҡалҡып сыға бит ул. “Байыҡ" конкурсында күреп, күптәр аптыраны. Ә мин бала саҡтан уҡ бейергә ярата инем. Ә бейеү һалыусы Йәмилә Бикбаева репетициялар ваҡытында миңә ҡарап: “Гөлдәр апай, һиңә бейеүсе булырға кәрәк булған!” – тигәйне. Күптән түгел тағы бер талантым барлығы асыҡланды: әсәйемдең юбилейына йыр ижад иттем. “Хыялдарҙы тормошҡа ашырырға бер ваҡытта ла һуң түгел!” – был минең тормош девизым. Кеше күңелендә моң йәшәй икән, ул йырлаясаҡ. Ҙур сәхнә мотлаҡ түгел. Дуҫтар араһында, табындарҙа, ауыл сәхнәләрендә. Мин дә төп эшемде яратам. Әммә йырһыҙ ҙа йәшәй алмайым.
“Йәшлек” гәзитенең һәм ул ойошторған сараларҙың тарихын барлағанда, байтаҡ исемгә юлығаһың. Уларҙың ҡайһылары сәхнә йондоҙо булып балҡый, кемеһелер бөтөнләй сәнғәттән киткән. Гөлдәр Ишкинина кеүек, икенсе һөнәр эйәләре булып та, йырҙан айырылмағандар ҙа бар. Күңелендә моң йөрөтөүселәр...
Гөлнур ЮЛДАШЕВА.
Читайте нас: