Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
18 Ғинуар 2020, 08:46

Ижадҡа төрөнгән һөйөү

йәки Удмурт Республикаһында тыуып үҫкән татар ҡыҙы ниңә башҡорт теле уҡытыусыһына уҡыған?

Бер-береһенә ихтирам, мөхәббәт, тоғролоҡҡа ҡоролған ғаиләләр һәр ваҡыт бәхетле була. Бөгөнгө мәҡәләм – шундай ғаиләләрҙең береһе, Нефтекама дәүләт филармонияһының биҙәге булған Ғимаҙиевтар хаҡында. Илфат менән Нәдилә икеһе лә берҙәй талантлы һәм уңған, ихлас һәм алсаҡ, тормоштоң матурлығын ғына күреп йәшәрлек оптимист күңелле. Әйтерһең дә, Аллаһы Тәғәлә уларҙы бер-береһе өсөн генә яралтҡан.

Удмурт республикаһының Балезино районында тыуып үҫкән Нәдилә Ҡасимова яҙмышын Башҡортостан сәнғәте менән бәйләрмен тип һис кенә лә уйламай. Бары тик беренсе уҡытыусыһы Фәриҙә Рәшит ҡыҙы етәкләгән бейеү түңәрәгенә яҙылғас, күңелендә был шөғөлгә ҡарата айырыуса йылы мөнәсәбәт барлыҡҡа килә. Һығылмалы кәүҙәле, сәхнә кешеләренә мотлаҡ кәрәкле мөләйемлек бөркөлөп торған талантлы ҡыҙҙың бейеүсе булырына бер кем дә шикләнмәй. Нәдилә лә һөнәр һайлағанда оҙаҡ икеләнеп тормай, күңеленә яҡын йүнәлеште ала – Ижевск ҡалаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт училищеһының бейеү бүлегенә уҡырға инә. Ә диплом алыр ваҡыты еткәс, Яңауыл районында тыуып үҫкән уҡытыусыһы Алла Николаевна Юнысова йәш ҡыҙҙы Башҡортостанға эшкә барырға ҡоҙалай. Хатта Нефтекама филармонияһының “Түңгәүер” бейеү ансамблен етәкләгән танышы Рифҡәт Саттаров менән дә һөйләшеп ҡуя. Был ваҡиғаларҙан бер аҙ алдараҡ филармония артистары Удмурт респуб­ликаһында гастролдә була һәм уларҙың сығышы Нәдиләгә шул тиклем оҡшай. Шуға ла ул тәҡдимде ҡабул итеп, хеҙмәт юлын башлар өсөн бер тапҡыр ҙа күрмәгән ҡалаға барырға сыға. Улай ғына ла түгел, ҡыҙ үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа башҡорт халыҡ бейеүен башҡарып ҡарамаған! Шулай ҙа Нефтекама филармонияһы етәкселеге ышаныс күрһәтеп, уны эшкә ала, дөйөм ятаҡ бүлмәһенән урын бирә. Ул йылдарҙы бейеүсе йылмайып иҫкә ала:
– Бөгөнгө аҡылым булһа, белмәйем, бындай аҙымды яһарға батырсылыҡ итер инемме икән?! Ә ул саҡта йәшлек дәрте менән, дуҫ-туғандар, таныштар булмаған сит ҡалаға килеп төпләнеүҙән ҡурҡып торманым. Ярҙам кәрәкһә, кемгә барырмын, тигән һорау башыма инеп тә сыҡманы. Бейеү буйынса уҡытыусыларым күп булды, уларҙың барыһына ла рәхмәтлемен. Әммә Рифҡәт Миҙхәт улын айырыуса билдәләп үтер инем. Сөнки уның ярҙамы менән мин ансамблдә эш башланым һәм тиҙ арала башҡорт бейеүенең бар нескәлеген, матурлығын, бай йөкмәткеһен аңлап, башҡарырға өйрәндем. Нимәһе ҡыҙыҡ, ул, башҡорт бейеүе ошолай була, былай була, тип айырым баҫым яһаманы. Мин дә эш араһында тиҙ генә өйрәнеп киттем.

Башҡортостан ҡыҙҙы эш менән генә түгел, яҙмышына яҙған йәре менән дә тартҡан була, күрәһең. Филармония етәкселеге документтарын тапшырыу менән Нәдиләгә дөйөм ятаҡтан бүлмә бирә. Әйберҙәрен ҡалдыра ла, хеҙмәттәштәре менән танышыу өсөн ҡыҙ репетиция залына килә. Шунда Илфатты ул тәүге тапҡыр күрә лә инде. Әммә йәштәр араһында тәү ҡараштан мөхәббәт хистәре уянмай. Улар хеҙмәттәштәр булараҡ ҡына аралаша башлай. Репетициялар, сығыштар, гастролдәр, юл йөрөү, эштән һуң бер дөйөм ятаҡ кухняһында ашарға бешереү, икмәк-тоҙға йомошҡа инеү – бер-береһен һынау өсөн байтаҡ ваҡыт үтә. 2001 йылда егет, батырлығын йыйып, ҡыҙға дуҫлыҡ тәҡдим итә. Был мөхәббәт тарихы шулай башланып китә.

Илфат Ҡыйғы районының сәнғәткә ғашиҡ Ғимаҙиевтар ғаиләһендә тыуып үҫә. Әсәһе Тәскирә апай йәш саҡта циркта эшләгән була. Әммә ғаилә ҡороп, ауылда төпләнгәс, сәнғәткә булған һөйөүен балаларына тапшыра. Улының һәләте барлығын белеп, бейергә өйрәтә, сәхнәгә сығара. Ә инде 12 генә йәшендә Илфат Өфө хореография училищеһына уҡырға барырға теләк белдергәс, шатланып, фатихаһын бирә. Училищены тамамлағас, егет хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ бейеү театрында башлай. Аҙаҡ Башҡорт дәүләт филар­мо­нияһына эшкә урынлаша. 1999 йылда Нефтекама филармонияһы директоры Әхәт Фәсхетдинов үҙенең элекке уҡыусыһын (Илфат уҡыған йылдарҙа ул хореография училищеһын етәкләй) “Түңгәүер” бейеү ансамбленә эшкә саҡыра. Шулай итеп, Илфат та Нәдиләнән ярты йыл алда ғына яҙмышын ошо ҡала менән бәйләй.

2002 йылдың сентябрь айында Илфат һөйгәнен ата-әсәһе менән таныштырырға Ҡыйғыға алып ҡайта. Буласаҡ ҡәйнә оло табын йыйырға була һәм, тауыҡ салдырып, Нәдиләгә таҙартырға ҡуша. Быға тиклем, ата-әсәһенән тыш, өләсәһенән дә иркәләнеп кенә үҫкән ҡыҙ бындай эште атҡара белмәй. Тәскирә апай юғалып ҡалмай, өйрәтә башлай. Ҡунаҡ булған арала Нәдилә туҡмас ҡырҡырға ла, икмәк һалырға ла, тауыҡ йолҡорға ла өйрәнә. Башҡа берәйһе булһа, бәлки, улының бар эште белгән уңған ҡыҙ осратырын көтөп, никахҡа фатихаһын бирмәҫ ине, әммә Тәскирә апай йәштәр бәхетенә ҡаршы килмәй: “Тормош өйрәтә ул! Беҙ ҙә белеп тыуманыҡ”.

Тәүҙә йәштәр, никах уҡытайыҡ та, туйҙы бер нисә йылдан үткәрербеҙ, тип ниәтләй. Тик ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар осрашҡас, йәштәрҙән һорап та тормайынса, туй көнөн билдәләй. Сөнки улар, килен-кейәүҙән бигерәк, бер-береһен ныҡлы оҡшатып, туғанлыҡты законлаштырып ҡуйыу яҡлы була. Бөгөн дә улар аралашып, балаларына ярҙам итеп йәшәй, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡараша. Тик Нәдиләнең әсәһе Заһира апай ғына йәшләй баҡый донъяға күскән. Эргәһендә таяныр терәге булғас, был ҡайғыны ҡатын бер аҙ еңелерәк үткәргән.

Туйға инде 15 йыл ваҡыт үткән. Хәҙер ғаиләне 12 йәшлек Вәғиз менән 9 йәшлек Гүзәл биҙәй. Икеһе лә, ата-әсәһенә оҡшап, бейеүгә һәләтле. Әммә улар сәнғәт юлынан китергә теләк белдермәй. Күрәһең, йәш ярымдан сәхнә артында үҫеү эҙһеҙ үтмәгәндер. Ә артист кешенең эше, ысынлап та, тынғыһыҙ. Матур бейеүҙе сәхнәгә сығарыу өсөн аҙналар буйы репетициялар яһау өсөн күпме физик көс киткәнен бейеүсе үҙе генә белә. Йылмайыу артында күпме һыҙланыу, хәлһеҙләнеү барлығын күптәр аңламай. Шуға ла ижад кешеләре өсөн тормош иптәшенең ышаныслы булыуы кәрәк. Был яҡтан Нәдилә – Илфаттан, Илфат Нәдиләнән уңған.

– Эштең ауырлығына ҡарамайынса, Нәдилә ысын ҡатын-ҡыҙ булып ҡала белә. Һәйбәт әсәй, хужабикә һәм ҡатын. Талапсан, шул уҡ ваҡытта күңелде йыуатырҙай һүҙҙәр таба белә. Кәңәштәре лә урынлы. Эштән бергәләшеп өйгә ҡайтып инеүе күңелле. Нимәһе ҡыҙыҡ, ансамблдә беҙ бик һирәк парлап бейейбеҙ. Рәйес Низаметдинов беҙҙең өсөн “Тимерсе” бейеүен һалғайны, шунда ғына икәү бергә сығыш яһайбыҙ. Хәҙер инде балаларҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырмаҫ өсөн гастролгә лә айырым сыға башланыҡ. Йәш саҡта гел бергә булһаҡ, хәҙер йыш ҡына һағынышып ҡайтып инәбеҙ, – ти Илфат ғаилә тормошо хаҡында.

Удмурт республикаһында үҫкән татар ҡыҙы Нәдиләнең рәхәтләнеп башҡортса һөйләшеүенә бер аҙ аптырап та ҡалғайным. Иренең: “Ул бит хәҙер башҡорт теле уҡытыусыһы!” – тиеүенә тәүҙә ышанманым. Баҡһаң, балалар менән эшләү өсөн педагогик белем кәрәк, тигәс, бейеүсе ҡатын ике ҡуянды бер юлы атҡан. Бөрө дәүләт педагогия университетының башҡорт фи­лологияһы факультетына инеп, телде лә ныҡлап өйрәнгән, педагог дипломы ла алған. “Уҡытырлыҡ кимәлдә беләм, тип әйтә алмайым. Шулай ҙа дипломлы булыу ҡамасауламай. Оҙағыраҡ бейергә теләк ҙур, әммә бейеүсенең сәхнә ғүмере ҡыҫҡараҡ. Хаҡлы ялға сыҡҡас, балаларға бейеү серҙәрен өйрәтергә хыялланабыҙ”, – ти Нәдилә. Әйткәндәй, улар университетта Илфат менән бергә уҡыған.

Ғимаҙиевтар һирәк эләккән ял көндәрен ғаилә менән үткәрә. Ҡыш көнө урманға сығып, балалары менән саңғыла йөрөй, сосиска ҡыҙҙыра. Йәйҙәрен иһә йылға буйына төшөп, балыҡ ҡармаҡлап, ял итеп ҡайталар. Оҙайлы ялдар мотлаҡ тыуған яҡтарҙа үтә. Ирәмәл, Шүлгәнташ, Арҡайым менән дә таныштар, диңгеҙгә лә барып ҡайтҡандар. Ә киләсәккә хыялдары бик күп: улар ижадҡа ла, ялға ла, балаларына ла, туғандарына ла бәйле. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҡулға-ҡул тотоношоп Илфат менән Нәдилә алға бара.


Фото: Т.Аманов
Читайте нас: