– Ауылға ҡайтһам инде, унда ниңәлер руссаға күсә торғайным, – тип көлә Илдар. – Бала сағым Хәйбулла районының Ҡалтай (Сәғит) ауылында һәм Йылайыр районының Йомағужа ауылында үтте (сәләм, яҡташтар!) Бәләкәйҙән вокалист булырға ынтылдым. Ихласлап, күңелемде һалып, музыка мәктәбендә, ижади студияла шөғөлләндем. Әгәр йырсыға уҡырға инә алмаһам, шахтер булырмын, тип уйлай торғайным. Әммә Л. Һәм М. Ростроповичтар исемендәге музыка колледжына уҡырға индем, уны “ҡыҙыл” дипломға тамамланым. Унан һуң армияла хеҙмәт иттем. А.В. Александров исемендәге Рәсәй армияһының йыр һәм бейеү ансамблендә йырлап, һалдат бутҡаһын ашарға яҙҙы. Унда тик сәхнәлә генә йырлап йөрөмәйһең, башҡа һалдаттар кеүек үк хеҙмәт итәһең, шул уҡ бурыстарҙы үтәйһең. Армиянан ҡайтҡас, йырға ныҡлап тотондом. Л. Һәм М. Ростроповичтар исемендәге Ырымбур сәнғәт институтында уҡыйым, музыка яҙырға маташам, төрлө музыкаль йүнәлештә үҙемде һынап ҡарайым.