Данлыҡлы ҡурайсылар нәҫеленән булған Айбулат Дәүләтбай улы бала сағынан уҡ төрлө бәйгелә еңеп билдәлелек яулай. Бөгөнгө көндә ул Нефтекама дәүләт филармонияһының художество етәксеһе булып эшләй, коллективтың ижади тормошон алып бара.
Халыҡ артисы “Йәшлек” гәзитен уҡыусылар өсөн фотоһүрәттәр аша тормошона бер аҙ байҡау яһай.
1) Беҙҙең туғандарҙың барыһы ла тиерлек йырға маһир. Тик был һәләт мине генә урап үткән. Бала сағымдың матур хәтирәһе ул – кис һайын атайымдың йырлауы йә ҡурайҙа уйнауы. Мин шуларҙы тыңлап үҫтем. Үҙе өйҙә юҡ саҡта ҡурайҙарын алып, өрөп маташа инем. Өйҙә шулай уҡ гармун менән баян да булды. Гармунсы булып китеүем дә мөмкин ине. Бик иртә үҙем уйнарға өйрәндем. Әммә киреһенсә ултыртып уйнағанмын. Атай күреп көлдө лә, дөрөҫ ултыртып күрһәткәйне, башҡаса уйнай алманым да ҡуйҙым.
1977 йылда беҙҙең ауылда музыка мәктәбенең филиалы асылды. Атай ҡурайҙан уҡыта башланы. 50-ләп бала, шул иҫәптән мин дә уға уҡырға йөрөнөк. Тауыш сығара алмай бик оҙаҡ хитландым, әммә ҡурайсы булырға тигән теләк ҙур ине, ташламаным.1983 йылда Йомабай Иҫәнбаев исемендәге конкурста балалар араһында еңеү яулап, “Артек” лагерына путевка менән бүләкләндем. Заһир Исмәғилев: “Ҡустым, һинән ҡурайсы сығасаҡ!”– тип фатиха бирҙе.
Атайым бик ныҡыш кеше. Уҡыта башлағас ҡына ноталарҙы үҙләштерҙе. Олоғайған көнөндә ғәрәп хәрефтәрен өйрәнеп, Ҡөръән уҡый башланы. Ул мине бер ваҡытта ла ҡурайсы булараҡ маҡтағаны юҡ. “Их, уйнай белмәйһең шул!”– тип йылмая ла, арҡанан ҡағып ҡуя. Әммә ғорурланыу тойғоһон йәшермәй.
Эш башлауы бик ҡыҙыҡ булды. Филармонияла бер-беребеҙҙе белмәйбеҙ. Коллектив йәш, бейеү ансамблендә хатта 16 йәшлек кенә егет-ҡыҙҙар эшләй ине. Беҙгә тиҙ арала коллективты күтәреү маҡсаты ҡуйылғайны, көнө-төнө эшләнек. Берҙән-бер ҡурайсымын – йырсылар менән эшләйем, оркестрҙа уйнайым. Музыка мәктәбендә ҡурай класында ла уҡыта башланым.
20 йыл да үтеп китте, ә уйлап ҡараһаң, 20 минут кеүек кенә күренә.
Балды күп ашайбыҙ, өҫтәлдә мотлаҡ Бөрйән балы булырға тейеш. Атай былтыр ғына (81 йәшенә еткәс) ҡортсолоҡто ташланы, ара-тирә мин дә барып ҡыҫыла инем. Ҡортсолоҡтоң нескәлектәрен тойомлайым, интернеттан ҡыҙыҡһынып, күп кенә видео яҙма ҡарайым. Миңә был шөғөл оҡшай, әммә әле уға тотонорға әҙер түгелмен.
Ике балабыҙ буй еткерҙе. Ҡыҙым Айсулпан – геология, улым Арыҫлан иҡтисад йүнәлешендә Санкт-Петербург университетын тамамланы. Нефтекамаға күскәндә Арыҫланға өс йәш ине. “Бында бер башҡорт та юҡмы ни?”– тип аптырай ине тәүге осорҙа. Учалыға китәм, тип тимер юл вокзалына ла барып йөрөгән. Хәҙер уға Нефтекама ныҡ оҡшай, бында төпләнергә булды.
Мул йәшәнек, өҫтәлебеҙ тулы ризыҡ булды. Эшкә өйрәнеү үҙем өсөн: ҡулым эш белә. Ауыл малайының әрһеҙлеге тормош көткәндә ныҡ ярҙам итте.
Кәйефем төшһә, кем менәндер аралашып алам. Күңелемде күтәреү өсөн ихласлап бер һөйләшеү етә. Оҙаҡ асыу һаҡлап йөрөү егетлек түгел бит ул. Ғүмерҙе бушҡа әрәм итмәйек.