Ижади бәйге Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә уҙҙы. Ярышсылар икешәрләп башҡортса шиғыр уҡып, көс һынашты. Дуэттар араһында билдәле шағирҙар, актерҙар, музыканттар, журналистар булды, ғаилә парҙары ла сығыш яһаны 12 пар финалсы араһында сәсәниә Розалия Солтангәрәева улы, скрипкасы Илшат Мөслимов менән, телевидение алып барыусылары Земфира һәм Гүзәл Байбулдиналар, яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов, шағир Фәнил Бүләков, актриса Гөлбинә Сафуанова ярышты.
Проекттың авторы - Наилә Сәфәрғолова,
рәссамы - Альберт Нестеров,
режиссеры - Сулпан Асҡарова,
композитор Илшат Яхин,
видео ҡоролошо рәссамы - Фәрхәт Ихсанов,
видео монтажы инженеры - Әлфиә Арсланова.