Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Декабрь 2014, 19:22

Байназарҙа – байрам!

Бөрйән районының иң көслө белем усаҡтарының береһе – Байназар урта мәктәбенә 90 йыл! Был ваҡыт арауығы Йыһан өсөн күҙ асып йомған мәл булһа ла, кеше ғүмере өсөн туҡһан – бик ҙур һан. Тағы бер ынтылыш, бер оло аҙым яһаһаң, был һан тотош быуат булып түңәрәкләнә лә ҡуя. Шуға ла, теләйһеңме-юҡмы, был һанға ихтирам менән ҡа­райһың һәм, әл­биттә, ҙурҙан ҡубып, уны билдәләй­һең. Етди йәшкә еткән Байназар урта мәктәбе коллективы тап шулай итте лә – гөрләтеп юбилейын үткәрҙе. Ошо уңайҙан тантанаға йыйы­лыу­сыларҙы тәбрикләп, Бөрйән районы хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ғайса Хәлитов сараның иң татлы, көтөлгән өлөшөн башланы: балаларға күңелен биргән Фәнил Мөхәмәт­йәновҡа Башҡортостан Республи­каһының «Мәғариф алдынғыһы» билдәһе тапшырылды, юғары уңыштарға өлгәшкән Гөлшат Салауатова, Айгөл Ғәлиуллина Башҡортостан Республикаһы Мә­ғариф министрлығының маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

Байназарҙа  –  байрам!
Байназарҙа – байрам!
Читайте нас: