Мәҙәниәт һәм сәнғәт
19 Апрель 2013, 09:09

Уйнаһын ғына ҡурайҡай

Көйөргәҙе ерендә ҡурай сәнғәтенең бай тарихы бар. Уларҙың байтағы Рәсәйҙә, башҡорт йәшәйешендә булған күренекле ваҡиғаларға бәйле. Әйтәйек, 1913 йылда беҙҙең төбәктә 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең бер быуат­лыҡ юбилейына арналған ҡурайсылар бәйгеһенең үтеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй. Былтыр, ошо оло датаның 200 йыллығына арнап, меңдән ашыу милли музыка ҡоралында уйнаусы ҡатнашҡан 2-се республика йыйынының Көйөр­гәҙе ерендә уҙғарылыуы ла ҙур ваҡиға булды. Күптән түгел Ермолаев ауылының «Йәшлек» мәҙәниәт йортонда үткәрелгән район ҡурайсыларының сираттағы конкурсын тамашасылар шул данлы ваҡиғаларҙың дауамы булараҡ ҡабул итте.

Читайте нас