Тарих менән киләсәкте бәйләүселәр
Әлшәй районында “Башҡортостан ынйылары” фестивале үтте“Башҡортостан ынйылары” республика балалар фольклор фестивале быйыл етенсе тапҡыр уҙғарылды. Йыл һайын һәләтле балаларҙы Әлшәй районының Раевка ауылы ҡабул итә. Был конкурс тәүге тапҡыр иғлан ителгәс тә республикабыҙ уҡыусыларын бергә туплауҙа, шәхестәребеҙҙе танытыуҙа, илһөйәрлек, белемгә ынтылыш тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәтле сараға әйләнде.